+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2021, 12:05

Ауыр йылдар һеҙҙе сыныҡтырған

Балалыҡ йылдары, үҫмер саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы илде күтәреү кеүек ауыр осорға тура килеп, яҙмыш уларға ниндәй һынауҙар ҡуйһа ла бөгөлөп төшмәй, алға ҡарап бара белгән һуғыш йылы балаларының йәшәйеше һоҡланырлыҡ. Ҡурсаҡ уйнап ултырырлыҡ йәштә өлкәндәр менән бер рәттән балта тотоп утын әҙерләп, ҡолас ташлап салғы менән бесән сабып, һалабаш һалып, һуңынан күпселеге һуғыш михнәттәренән арып ҡайтҡан ир-егеттәргә ышаныслы зат, күп балалар тәрбиәләп үҫтергән был осор ҡатын-ҡыҙҙарына һәйкәл ҡуйырлыҡ, әлбиттә. Быйылғы йылда илебеҙ тарафынан әҙерәк иғтибар бүленеп, һуғыш йылы балаларына таныҡлыҡ бирелә башлауы ла ҙур мәртәбә.

Ауыр йылдар һеҙҙе сыныҡтырған
Ауыр йылдар һеҙҙе сыныҡтырған

24 июнь көндө Имәндәш ауыл клубында әҙәм көсө етмәҫтәй ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәреп, һәр саҡ яҡшыға, матурлыҡҡа ынтылып йәшәгән бер төркөм ошондай апай-ағайҙарға таныҡлыҡ тапшырғанда, бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән бер аҙ һөйләшеп алыу форсаты ла сыҡҡан ине. Һәр береһенең үткәнен, кисергәнен тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел. Уларҙың ҡайһы берҙәренең йәшле күҙҙәренә ҡарап, өнһөҙ ҡалаһың. Был апайҙар яҡын-тирә ауылдарҙа тыуып-үҫеп, Имәндәшкә килен булып төшкәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер барыһының да тормош иптәштәре мәрхүм.
Һуғыштың иң ҡыҙыу осоронда, 1942 йылда был донъяға ауаз һалған Фәниә апай Сәйетбаба ауылында тыуып-үҫкән. Имәндәш ауылына Әнүр Түзбәковка тормошҡа сығып, 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Фәниә апай Түзбәкова оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләгән. Хәҙер тормош иптәше мәрхүм.
Мәүсилә Ваһапова – 1942 йылғы, Йөҙимән ауылы ҡыҙы. Имәндәш ауылына килен булып төшөп, тормош иптәше Фахразый менән 4 балаға ғүмер биргәндәр. 22 йыл мәктәптә уҡытҡан, 6 йыл лаборант булып эшләгән.
1935 йылғы Зәйтүнә Йәғәфәрованы яҙмыш был ауылға Яугилденән килтерә. Тормош иптәше Шамил ағай менән 5 балаға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Үҙе сөгөлдөр баҫыуында хеҙмәт юлы үтә.
Тайыш ауылында тыуған, Юрмашта үҫкән 1937 йылғы Мәүсилә апай Иғзаҡова: “Ураҡта, сөгөлдөрҙә, фермала - эшләмәгән эш ҡалманы инде”, - ти. Улар Әҙеһәм ағай менән ете ҡыҙ үҫтергәндәр.
1936 йылғы Таңһылыу Ниғмәтуллина Таш-Аҫты ауылында тыуып-үҫкән. Был ауылға килен булып төшкәне бирле уның да эшләмәгән эше ҡалмаған, 37 йыл һауынсы булып эшләгән. Камил ағай менән 2 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Таңһылыу апайға тормош иптәшен, бер балаһын юғалтыу ғазаптарын да кисерергә тура килә.
Һуғыш йылы был апайҙарҙы сыныҡтырған, ҡатҡылландырған. Уларҙың һәр береһенең яҙмышы, тормошо төрлө булһа ла, барыһы ла ошо ауылды данлап, йәмләп, ныҡлы тамыр ебәреп йәшәүселәр. Киләсәктә Хоҙай уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы насип итһен. Балаларығыҙҙан шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килеп торһон.

Ауыр йылдар һеҙҙе сыныҡтырған
Ауыр йылдар һеҙҙе сыныҡтырған
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: