-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2021, 16:05

Хәүефһеҙ хәрәкәт һағында

Тимер юлы – транспорттың халыҡ күп йөрөгән, кешеләр өсөн уңайлы булған төрҙәренең береһе. Куйбышев тимер юл селтәренең Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған Дарьино-Аҡкүл тимер юл станцияһы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә көндәлек ауыр эш менән пассажирҙар һәм йөк составтарының хәүефһеҙлеген, тотҡарлыҡһыҙ йөрөүен, йөк вагондарының ваҡытында тейәлеп оҙатылыуын тәьмин итәләр һәм составтарҙың төҙөклөгө өсөн яуаплылар. Билдәле булыуынса, август айының тәүге йәкшәмбеһендә Тимер юлсылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Дарьино-Аҡкүл тимер юл станцияһы начальнигы Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы Шәрәфетдиноваға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Хәүефһеҙ хәрәкәт һағында
Хәүефһеҙ хәрәкәт һағында

- Бөгөн дә тимер юлсылар Аҡкүл станцияһы аша үткән пассажирҙар һәм йөк поездарының тотҡарлыҡһыҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итәләр. 8 юлсы – юл полотноһы, рельстарҙың төҙөклөгөн тәьмин итә, техник тикшереү пункты хеҙмәткәрҙәре 4-әү – вагондарҙың, составтарҙың техник торошона, 3 электрик – электр ҡорамалдарының көйлө эшенә, 3 элемтәсе – станция менән поездар араһындағы бәйләнеш өсөн яуаплы. Станция буйынса дежурныйҙар төрлө тарафтарҙан килгән поездарҙы ҡаршылап-оҙатып ҡала. Машинисмы, юлды ҡараусымы, электрикмы, диспетчермы – һәр береһе поездарҙың аныҡ хәрәкәте өсөн яуап бирә. Барыһы ла үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, һыналған кадрҙар, күптәре ҙур хеҙмәт стажына эйә.
Әйткәндәй, Светлана Шәрәфетдинова үҙе лә тимер юлы станцияһында өс тиҫтә йылдан ашыу эшләп, шуның 11 йылын арымай-талмай етәкселек йөгөн тарта.
- Элек эш көсөргәнешле һәм эшселәр ҙә күп ине. Хәҙер Өфө-Стәрлетамаҡ-Күмертау, Стәрлетамаҡ-Ҡарлыман (“Орлан”) поезы маршруттары туҡталып үтә. Был баҡсасылар, шул йүнәлештә йөрөүселәр, ғөмүмән, һәр кем өсөн бик уңайлы. Тимер юл хеҙмәтен энергетиктарҙан һәм сигнализация дистанцияһы коллективынан башҡа ла күҙ алдына килтереп булмай. Пульт артында диспетчерҙар дежурлыҡ итә, улар һәр поезд, туҡталыш, хәрәкәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙе еткереп тора.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән, 20 йыл хеҙмәт стажы булған региональ бәйләнеш үҙәге (РЦС) механигы Рауил Вил улы Хәсәновты билдәләп үтергә кәрәк. Ул телефон һәм радио бәйләнешенә яуап бирә. Беҙҙең эштә һәйбәт эшләүселәрҙе етәкселек тарафынан вазифаһында күтәреү ҙә ҡарала. Күптән түгел Артем Радик улы Хәмиҙуллин участка мастеры итеп тәғәйенләнде. Шулай уҡ еңел булмаған һәм яуаплы һөнәрҙе үҙ иткән эшселәрҙең эш хаҡы ла зарланырлыҡ түгел. Хеҙмәткәрҙәрҙе юбилейҙарға, байрамдарға премия менән дәртләндереү ҡаралған, йыл һайын ҡайҙа ла булһа ял итеү, сәләмәтлекте нығытыу өсөн шифаханаларға, туристик сәйәхәттәргә, балаларға лагерҙарға путевкалар бүленә. Теләгәндәргә йылға бер тапҡыр тимер юл транспортында Рәсәй буйлап сәйәхәттә йөрөп ҡайтыу мөмкинлеге бар, поезда 200 саҡрым араға бушлай билет бирелә. Әле лә ПЧИИСО хеҙмәтенә эшселәр талап ителә. Улар күперҙәрҙе, торбаларҙы ҡарайҙар. Беҙҙең эштә эшселәрҙе төрлө миҙгелгә ҡарап баштан-аяҡ тулыһынса кейендереү ҙә ҡаралған. Квалификацияны күтәреү буйынса уҡып алабыҙ. Бында ла йәшәү-ашау өсөн түләнә. Медицина тикшереүе өсөн түләүле 3 көн бирелә. Барыһы ла эшселәрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләнә. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы Тимер юлсылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, бөтмәҫ шатлыҡтар, уңыштар теләйем, - тине үҙенең әңгәмәһен тамамлап Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы.
Артабан да юлдар төҙөк, асыҡ, хәүефһеҙ булһын.

Хәүефһеҙ хәрәкәт һағында
Хәүефһеҙ хәрәкәт һағында
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: