-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2021, 13:45

Онотолмай Абдрахманов дәүере

Марат Шәйәхмәт улы Абдрахманов - Бурлы урта мәктәбе тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. Ул күрше Ауырғазы районының Яңы Ҡарамалы ауылында 1950 йылдың 13 июнендә ты-уып үҫә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа күп ғаиләләр михнәт кисереүҙе да-уам итә: кейергә йүнле кейем, ашарға ризығы ла булмай. 11 йәшендә атайһыҙ тороп ҡалған үҫмер, билде биштән быуып, ал-ял белмәй колхоз эшенә тотона. Ул әсәһенең төп ярҙамсыһы һәм һеңлеһенең таянысы булып ҡалыуын яҡшы аңлай. Баҫыуҙа прицепщик булып эшләп, ырҙын табағында ҡара тир ағыҙған Марат уҡыуҙа ла һынатмай.

Онотолмай Абдрахманов дәүере
Онотолмай Абдрахманов дәүере

Нисек кенә ауыр булмаһын, ул 1967 йылда Талбазылағы урта мәктәпте уңышлы тамамлап сыға. Ләкин матди йәһәттән ҡыйынлыҡ кисергән Марат Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып, химия заводында йөк тейәүсе булып эшкә урынлаша. Маҡсаты ғаиләһенә әҙме-күпме аҡсалата ярҙам итеү һәм үҙенең өҫ-башын бөтәйтеү була. Кәүҙәгә таҙа, таһыллы егет ауыр эштә һыр бирмәй. Бер йыл тигәндә маҡсатына ирешеп, артабан юғары белем алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына документтарын тапшыра. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп абруй ҡаҙанған студент институттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, староста вазифаһын башҡара. Бар йәһәттән дә булдыҡлы уҡыу алдынғыһын КПСС сафына ағза итеп алалар – был бәхет студенттарҙың бик һирәгенә генә эләгә ул осорҙа.
1972 йылда, институттың һуңғы курсында уҡып йөрөгәндә, Марат үҙе менән белем алған Стәрлебаш һылыуы Зөлфиәгә тормош ҡорорға тәҡдим яһай. Йәш ғаилә эшкә йүнәлтмә буйынса Ғафури районына ебәрелә. Мәғариф бүлеге етәкселеге йәш белгестәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Район өсөн төплө белемле физик-математик, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ныҡ кәрәк була.
Абдрахмановтарға Сәйетбаба урта мәктәбенә эшкә барырға тәҡдим яһайҙар. Улар, партия ҡайҙа ҡушһа, беҙ шунда барырға риза, тип яуап бирә. Әммә бер ай ҙа үтмәй 23 йәшлек Марат Шәйәхмәт улына Бурлы урта мәктәбенең директор вазифаһы йөкмәтелә, ә хәләл ефете Зөлфиә Тимерғәли ҡыҙы бер аҙҙан рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай.
Яңы директор ғаиләһен Бурлы халҡы ла, “Ленинизм” колхозы етәкселеге лә ихлас ҡабул итә. Башта иҫке бәләкәй генә өйҙә йәшәй Абдрахмановтар. Бер нисә йылдан тәүәккәл етәксе үҙ ғаиләһенә Имәнлек урамында иркен йорт һалдыра.
Бурлы мәктәбенә күрше Яугилде, Ҡормантау, Байымбәт, Ерек, Яңы Бурлы, хатта Үзбәк ауылдарынан да балалар йөрөп уҡый. Алыҫыраҡ ауылдарҙың уҡыусылары интернатта ҡыш сыға. Әммә мәктәптең ике бинаһы ла, интернат та иҫкереп бөткән: мейес менән йылытылған кластар һыуыҡ, түшәмдән һыу үтә. Ҡышҡылыҡҡа мәктәп, интернат өсөн уҡытыусыларға утын хәстәрләү иң ауыр мәсьәлә була. Йәйге каникул етеү менән, өлкән класс уҡыусыларын йыйып, Марат Шәйәхмәт улы мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урманда утын әҙерләүгә тотона.
Яңы мәктәпте хәстәрләп...
Ете ауыл балалары белем алған мәктәптең торошо, әлбиттә, район етәкселеген дә борсой. 1970 йылда уҡ яңы бина төҙөү мәсьәләһе күтәрелә. Оло юл буйында һайланған урын күп бәхәс, хатта ризаһыҙлыҡ та тыуҙыра. Башҡа уңайлы урын булмау сәбәпле, тәүге ҡарар көсөндә ҡалдырыла. Уның ҡарауы, яңы мәктәп төҙөүгә ҡамасаулаған бер нисә йорт икенсе яҡҡа күсерелә.
1972 йылда башланған төҙөлөш йүнләп бармай. РОНО етәкселеге, мәктәп төҙөү эшен үҙ ҡулына алһын тип, Сәйетбабанан йәш, булдыҡлы уҡытыусы-коммунист Марат Абдрахмановты Бурлыға күсерергә ҡарар итә лә инде. Район етәкселәре сәпкә тура тейҙерә – яңы директор мәктәп төҙөлөшөн тергеҙеүгә ең һыҙғанып керешә.
“Уҡыусыларҙы йылдар буйы былай һыуыҡта аҙапларға етәр! Мәктәп хеҙмәткәрҙәренә лә еңел түгел. Кисекмәҫтән яңы мәктәпте төҙөп бөтөргә кәрәк“ тигән маҡсат ҡуя үҙ алдына сәмсел директор.
- Ул ваҡытта Мараттың уң ҡулы мәктәптең ГАЗ-51 машинаһын йөрөткән бик сабыр, аҙ һүҙле, әммә үтә тырыш Мәғәфүр абый Камалетдинов булды, - тип хәтер йомғағын һүтә Зөлфиә Тимерғәли ҡыҙы. - Таң менән Өфөгә сығып китерҙәр ине. Иртәнге сәғәт 5-тә килерһең, Мәғәфүр абый, тип әйтелһә, шофер теп-тәүәл шул ваҡытҡа килеп туҡтай торғайны. Марат бик ихтирам итте уны. Икеһе лә хәҙер мәрхүм инде. Йәндәре йәннәттә булһын!..
1975 йыл. 9-сы класта уҡып йөрөгән саҡ. Директорыбыҙҙың: “Егеттәр, ҡыҙҙар, Аллаһы бирһә, унынсы класты яңы мәктәптә тамамлаясаҡһығыҙ”, - тип шатлыҡ тойғоһо менән беҙгә өндәшкәне әле лә хәтерҙә. Ләкин бер ниндәй төҙөлөштөң дә үҙ ваҡытында тамамланмағанын беҙ бөгөн яҡшы беләбеҙ. Совет дәүерендә лә был тармаҡта кирбесе булһа, цементы юҡ, таҡтаһы хәстәрләнһә, ҡаҙағын табыуы бер михнәт була. Шуға ла тәүге йылда мәктәптең нигеҙе һалына, икенсе йылына бинаның беренсе ҡаты күтәрелә, өсөнсө йылына икенсе ҡат һалынып бөтә. Артабан мәктәптең түбәһе ябыла, эске биҙәү-буяу эштәре башҡарыла. “Һаҡаллы” төҙөлөштө бына шулай көнө-төнө этәп тигәндәй алға алып барыу өсөн күпме фиҙакәрлек, күпме нервы, күпме йоҡоһоҙ төндәр сарыф ителгәнен күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгелдер.
Әммә ниәт иткән – мораҙына еткән, тиҙәр бит. Нисек кенә ауыр булмаһын, ныҡыш директор барыбер үҙ маҡсатына иреште – ауылды йәмләп торған өр-яңы ике ҡатлы кирбес мәктәп 1977 йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырылды. Был ысын мәғәнәһендә төҙөлөш “прорабы” М.Ш. Абдрахмановтың һәм ул етәкселек иткән берҙәм мәктәп коллективының оло еңеүе булды!
Яңы күркәм бина 470 уҡыусыны һыйындыра. Иң мөһиме – мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылғайны. Ул осорҙа дәрестәр ике сменала алып барыла: һуңғы дәрестәр тамамланыу менән, эшсе йәштәр мәктәбе эшләй башлай. Оҙайтылған көн төркөмдәре һәм түңәрәктәр эшмәкәрлеге йәнләнә. Спорт һәм тамаша залдары, ашхана, оҫтахана, яҡты һәм иркен класс бүлмәләре – быларҙың барыһы ла, әлбиттә, Марат Шәйәхмәт улының тынғыһыҙлығы һәм ныҡышмалылығы менән булдырыла. Бөгөнгө быуын ошо белем усағына кемдең күңел йылыһы һеңеп ҡалғанын белһен һәм уны һәр саҡ иҫтә тотһон ине.
Шуны ла әйтергә кәрәк: мәктәп төҙөлөшө менән бер ҡатар уҡытыусылар өсөн кирбес йорт та һалына. Финанс мәсьәләһен хәл итеү өсөн нисәмә тупһаны тапаһа тапаны, әммә директор үҙ фекерендә ныҡ торҙо: ситтән килгән уҡытыусылар кешелә фатирҙа торорға тейеш түгел, уларҙы айырым торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк! Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр – Марат Шәйәхмәт улының “төҙөлөш эпопеяһы” 1977 йылдарҙа уңышлы тамамланды. Мәктәпкә яҡын ғына төҙөлгән был йортта артабан бер нисә уҡытыусы ғаиләһе йәшәне.
Бына шулай ғәйрәте ташып торған йәш директор уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың уҡыу һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында, дүрт йыл эсендә өс объект төҙөтөп, Бурлы ауылы тарихына күркәм бер бит яҙҙы.
Марат Шәйәхмәт улының төрлө тармаҡта ең һыҙғанып, ут һымаҡ янып эшләүе ул саҡта күптәрҙе аптырата: бер юлы өс мөһим төҙөлөштө алып бара, мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эшенә етәкселек итә, дәрес тә биреп өлгөрә. Йәмәғәт башланғысында пропагандист эшен дә атҡарыу, колхоз етәкселеге һәм партком менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү, һәр төрлө йыйылыш-кәңәшмәләрҙә әүҙем ҡатнашыу, үҙешмәкәр артист булараҡ, ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә даими сығыш яһау – ошо һәм башҡа бөткөһөҙ көндәлек мәшәҡәттәр Марат Шәйәхмәт улының характерын нығыта, кешеләр менән эшләү тәжрибәһен байыта, етәкселәр араһында абруйын арттыра.
Дәрт-дарманы ташып торған, ораторлыҡ һәләте менән дан ҡаҙанған, киң эрудициялы, тәжрибәле директорҙы 1978 йылда КПСС-тың район комитетының идеология бүлегенә эшкә алалар. Әммә яңы мөхит уның күңеленә ятмай. Марат Шәйәхмәт улын мәктәп ҡосағы үҙенә тарта һәм ул, партия эшен ташлап, ярты йылдан йөрәгенә кинәнес-ләззәт биргән педагогик эшмәкәрлек менән яңынан шөғөлләнә башлай.

Уңыш сере – көслө уҡытыусыларҙа
Етәксе ниндәй – коллектив та шундай. Был аксиома уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында Бурлы урта мәктәбе тормошонда тулыһынса сағылыш тапты. Был осорҙа М.Ш.Абдрахманов етәкселек иткән белем усағы райондың иң алдынғы мәктәптәре рәтендә торҙо: уҡыу сифаты, уҡыусыларҙың өлгөрөшө, мәктәп яны участкаһы, спорт ҡаҙаныштары менән дан ҡаҙанды бурлылар.
Абдрахманов дәүерендә Бурлы мәктәбе талантлы уҡытыусыларға бик бай ине. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, тәрән белеме һәм педагогик оҫталығы балаларҙың уҡыуҙағы, йәмәғәт һәм спорт тормошондағы уңыштарында асыҡ сағылыш тапты.
Мәктәптең алдынғы мөғәллимдәре – физик-математиктар Халиҡ Вәлиев, Хәсән Ваһапов, математиктар Хәлил Зәйнуллин, Хәмит Хисамов, Тәлғәт Абдрахманов, физик Фәнис Әхмәтйәнов, география уҡытыусыһы Лия Улемаева, татар теле уҡытыусыһы Зәйтүнә Мөхәрмәтова, Хәлиҙә Абдрахманова, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Минәүзә Салауатова, Земфира Сәлимйәнова, Зөлфиә Абдрахманова, башланғыс хәрби әҙерлек һәм хеҙмәт уҡытыусыһы Тәлғәт Сафин, трактор һәм физкультуранан һабаҡ биргән Рәмил Зәйнуллин, биология уҡытыусыһы Мәүә Ғөзәйерова, инглиз теле уҡытыусыһы Гөлсөм Түзбәкова, тарих уҡытыусыһы Әнисә Сәфиуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Хафизова, тәрбиәселәр Роза Латипова, Рәмилә Әхмәҙуллина кеүек үҙ эшенең оҫталары ул дәүерҙә Бурлы урта мәктәбенең ғорурлығы булды.
Йәш уҡытыусыларға ҡарата ла бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле булды Марат Шәйәхмәт улы, шуға ла уларҙың күптәре Бурлыла төпләнеп, матур ғаилә ҡорҙо.
Директорыбыҙҙың абруйы уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында ла ғәйәт ҙур ине. Уның мөһабәт кәүҙәһе мәктәп коридорында күренеү менән, кемдер “һә” тигәнсә класына инеп боҫор, кемдер шаярыуҙан туҡтар ине. Уның бик талапсан булыуы, мәктәптә тәртипте ныҡ тотоуы, әлбиттә, үҙ емештәрен бирмәй ҡалманы. Һәр клас-та уҡыу сифаты, тулы өлгөрөш өсөн ҙур эш алып барылды. Был йәһәттән класс етәкселәре ныҡышмалы эшләне. Комсомол һәм пионер ойошмаларының эше лә дәррәү барҙы. Нәҡ ошо йылдарҙа уҡытыу эше урыҫ теленә күсерелә, ә татар һәм башҡорт телдәрен өйрәнеү элеккесә һаҡланып ҡала. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй дәүләтте хәтерләткән мәктәп тулы ҡанлы тормош менән йәшәне.
Уҡытыу мәсьәләһенән тыш, хеҙмәт тәрбиәһенә лә ҙур иғтибар бирелде. Мәктәп яны участкаһында уҡыусылар көсө менән йәшелсә-емеш үҫтерелде. Йәйге каникул көндәрендә уҡыусылар ураҡ эштәрендә ҡатнашһа, уҡытыусылар иһә агитатор вазифаһында уңыш өсөн көрәштең уртаһында ҡайнаны. Көҙ көнө колхозға картуф сығарыуҙа ярҙам итеүҙе лә хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды.
Ә инде мәктәптең спорт өлкәһендәге уңыштары тураһында бихисап кубоктар, дипломдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Район буйынса уҙғарылған еңел атлетика, саңғы ярыштарында һәм 9 майҙа йыл да ойошторолған Еңеү эстафетаһында Бурлы уҡыусылары һәр саҡ призлы урындар алыр ине. Егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙә йыл да үткәрелгән "зарница" уйындары бик тә мауыҡтырғыс һәм әһәмиәтле булды. Ошо ерлектә башланғыс хәрби әҙерлек үткән мәктәптең сығарылыш уҡыусылары араһында Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов кеүек данлыҡлы ил һаҡсылары, Наил Абдрахманов, Ринат Әхтәмов һымаҡ танылған офицерҙар үҫеп сыҡты.
Мәктәптең һанап үтелгән йүнәлештәрҙәге уңыш-ҡаҙаныштары, түңәрәктәр эше ысын мәғәнәһендә мәктәп директорының барлыҡ эштәрҙе лә оҫта ойоштороуы арҡаһында мөмкин булды. Берҙәм һәм татыу коллектив уңыштың яртыһы шул! Онотолмаҫлыҡ “Абдрахманов дәүере” Бурлы ауылы һәм урта мәктәп тарихында яҡты бер бит булып яҙылып ҡалды.
Йыр-моң ҡанаты булды
Талантлы кеше һәр йәһәттән дә талантлы, тигәндәре хаҡ. Үҫмер сағынан гармун тартырға өйрәнгән йыр-моңға ғашиҡ Марат Шәйәхмәт улы был шөғөлөн йөрәге тибеүҙән туҡтағансы ташламаны. Студент сағында, бәлки, һандуғас ҡунған гармуны һәм моңло тауышы менән Стәрлебаш сибәркәйе Зөлфиәне ғашиҡ иттергәндер ҙә.
Матур тәбиғәтле Ғафури районына эшкә юлланғанда ла йыр-моңо Марат Абдрахмановты оҙата килә. Кис көндәре өйөндә, артабан мәжлестәрҙә рәхәтләнеп гармунын һуҙһа, тора-бара ул күңеле моңға тулған етәксе-уҡытыусыны сәхнәләргә мендерә. Буй-һыны, башҡарыу стиле менән Марат Абдрахманов ниндәйҙер дәрәжәлә халыҡ йырсыһы, тальянсы Фән Вәлиәхмәтовты хәтерләтә ине.
Марат Шәйәхмәт улы үҙенең энциклопедик белеме, ораторлыҡ һәләте, йор һүҙлелеге менән мәктәптә лә, йәмәғәт эшендә лә, ауыл сәхнәһендә лә күптәрҙе таң ҡалдыра ине. Мәктәп коллективы менән спектаклдәр, концерттар ҡуйыу, район смотрҙарында ҡатнашыу – ошо һәм башҡа тамашаларҙа талант эйәһе һәр саҡ уртала ҡайнаны. Мәктәп директорының үҙ уҡытыусылары менән спектаклдәрҙә йөҙөп йөрөп уйнауы һис тә ысын артистарҙан ҡайтыш булмағандыр. Гүйә, ул үҙ өлгөһөндә ысын зыялы-уҡытыусы бына нисек емертеп эшләргә һәм гөрләтеп йәшәргә тейеш икәнлеген күрһәтте.
Ғаилә – бәхет сығанағы
Мәктәп төҙөтөү хәстәре менән янып-көйөп йөрөгән, уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыуға ғәйәт ҙур көс һалған саҡта ла Марат Шәйәхмәт улы һис тә ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай. Үҙе лә янды, башҡаларҙы ла үҙ өлгөһөндә яндырҙы! Шуға ла, һәр етәксегә хас булғанса, ул да ғаиләһенә артыҡ ваҡыт бүлә алмағандыр. Әммә хәләл ефете Зөлфиә Тимерғәли ҡыҙы директор йөгөн арымай-талмай тартҡан иренең хәлен аңлап, һәр саҡ уның ышаныслы таянысы, серҙәш-кәңәшсеһе булып ҡала.
1985 йылда Марат Шәйәхмәт улы Яңы Уренгой ҡалаһына эшкә саҡырыу ала. Нишләргә? Уңға китергәме, әллә һулғамы? Юл сатында аптырап ҡалған кеше кеүек байтаҡ уйлана ул, ғаилә ҡоронда кәңәш-төңәш итәләр. Тыуған ауылдарындай яҡын булып киткән Бурлынан да киткеләре килмәй. Күпме коллегалар, уҡыусылар, күпме дуҫ-иш бында ҡала… Әммә серле Себер ҙә үҙенә ылыҡтыра, киң офоҡтар ымһындыра, ни тиһәң дә, яңы донъя, икенсе тормош, мауыҡтырғыс эш көтә унда.
Ҙур карапҡа – ҙур диңгеҙ, тиҙәр бит. Ғәйрәте ташып торған иргә киңерәк даирә кәрәк шул. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеп, Абдрахмановтар ғаиләһе Себер тарафтарына юллана.
“Газпром добыча Уренгой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең уҡытыу комбинаты директоры вазифаһында 23 йыл эшләп, Марат Шәйәхмәт улы бында ла үҙен оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе һәм талантлы педагог итеп таныта. Ошо ваҡыт эсендә Газпром өсөн 150 һөнәр буйынса 60 мең самаһы белгес әҙерләп сығарыла был уҡыу үҙәгендә. Улар араһында яҡташтарының күп булыуы һис тә ғәжәп түгел – Марат Абдрахмановтың ярҙамсыл, оло йөрәкле кеше булыуын бөгөн күптәр һағынып иҫкә ала.
Бер тармаҡта оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән М.Ш.Абдрахманов Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть-газ сәнәғәте хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була, бик күп Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Тәбиғәттән бирелгән һәләт, зирәклек, ойоштороу таланты, педагог-психолог маһирлығы Марат Шәйәхмәт улына 40 йыл буйы арымай-талмай үтә лә яуаплы һәм мәшәҡәтле директор вазифаһын уңышлы башҡарырға мөмкинлек бирә. Ундайҙар тураһында, бишектән үк етәксе булған, тиҙәр. Эйе, Хоҙай биргән бындай һәләт һәр кемгә лә тәтемәй шул.
Хаҡлы ялға туҡтау менән, Абдрахмановтар тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итеп, Өфөгә яҡын ғына ауылда төйәкләнә. Мөһабәт йортта бәхетле ғаилә гөрләтеп донъя көтә, балалары, алты ейән-ейәнсәре өсөн яратҡан изге төйәккә әйләнә был тәбиғәттең хозур урыны.
Татыу ғаиләлә өс бала – Марсель, Гөлнур һәм Алсу - буй еткерә. Уларҙы матур итеп тәрбиәләп, юғары белем бирергә ярҙам итә атай-әсәй. Өсөһө лә башлы-күҙле булғас, Абдрахмановтар ғаиләһе ишәйеп китә.
Өс бала – Абдрахмановтарҙың өс тағаны, өс ышаныс-таянысы була. Башҡортостанда 10 йыл йәшәгәс, улар 2019 йылда балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә яҡыныраҡ булыу ниәте менән Мәскәүгә күсеп китә.
Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән гөрләшеп йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә бәхетле ғаиләгә 2020 йылдың 18 сентябрендә оло ҡайғы килә - тас атаһына оҡшап торған Марсель, кинәт инфаркт кисереп, 47 йәшендә генә мәрхүм булып ҡуя... Гүзәл һәм Әҙилә исемле ике балаһы етем ҡала.
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр бит: ҡартатай һәм өләсәй бәхетен татып, оҙаҡ йылдар һөйөнөп йәшәргә ине лә бит, тик ни хәл итәһең инде – шул уҡ 2020 йылдың 8 ноябрендә саҡ етмешен ваҡлаған әзмәүерҙәй ғаилә башлығын да зәхмәт-сир аяҡтан йыға. Берҙән-бер улының иртә вафат булыуын атай кеше ауыр кисерә...
Ер һелкетеп баҫып йөрөгән, сәхнәләрҙә, мәжлестәрҙә гармунында һыҙҙырып уйнап, моңло тауышы менән йырлап ебәргән, уйын-көлкөһө, көләмәстәре менән күптәрҙе таң ҡалдырған йор телле Марат абыйыбыҙҙың кинәт мәрхүм булыуын ишеткәс, минең кеүек, Бурлы мәктәбендә Абдрахмановтар белем-тәрбиә биргән кисәге уҡыусыларының һәммәһе лә, моғайын, шаңҡып ҡалғандыр. Йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте беҙгә был ҡурҡыныс ҡайғылы хәбәр.
Бер-бер артлы оло хәсрәттәр кисергән Зөлфиә Тимерғәли ҡыҙына Хоҙай сабырлыҡ бирһен инде, тип теләйбеҙ бөгөн. Марат Шәйәхмәт улының яҡты рухы уның йөҙәрләгән-меңәрләгән уҡыусылары күңелендә оҙаҡ йылдар йәшәйәсәгенә иманым камил минең.
Бурлы урта мәктәбенең заманса бинаһын төҙөткән, уны райондың алдынғы белем усаҡтары рәтенә сығарған, илебеҙҙең, республикабыҙҙың данлы ул-ҡыҙҙарын – ауыл хужалығы белгестәре, хәрби хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, врачтар, журналистар һ.б. - тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн, талантын һәм ғилемен биргән арҙаҡлы шәхес, танылған педагог-етәксе, Рәсәйҙең маҡтаулы нефть-газ сәнәғәте хеҙмәткәре Марат Шәйәхмәт улы Абдрахманов Ғафури районы һәм Яңы Уренгой ҡалаһы мәғарифы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған легендар директор булып мәңге ҡаласаҡ.
Ниязбай СӘЛИМОВ,
М.Ш.Абдрахмановтың элекке уҡыусыһы,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Онотолмай Абдрахманов дәүере
Онотолмай Абдрахманов дәүере
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: