+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2021, 15:15

Хыялдар тормошҡа аша

Районыбыҙҙан ете ойошма - Республика Башлығы грантына конкурс еңеүселәре араһында

Хыялдар  тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам фондының конкурс комиссияһы социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Башлығы грантына конкурс еңеүселәрен билдәләне. Улар – 113
ойошма. Комиссия раҫлаған проекттар һаны буйынса Ғафури районы баш ҡаланан ғына ҡалышып, республикала икенсе урында.
Конкурста еңеүсе проекттарҙың 74-е – Өфө ҡалаһы ойошмаларынан, етәүһе – беҙҙең райондыҡы, бишеһе – Стәрлетамаҡтан, өсәүһе Салауаттан һәм икешәр - Благовещен һәм Хәйбулла
райондарынан. Фондтың генераль директоры Люция Юлыева билдәләүенсә, конкурсҡа 54 муниципалитет заявка биргән булған. Улар араһында беренсегә ҡатнашыусы һәм еңеүгә өлгәшеүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмалар бар. Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, физкультура һәм спорт, социаль хеҙмәтләндереү һәм социаль ярҙам күрһәтеү, тарихты һаҡлау, фән, мәғарифҡа арналған проекттар күпселекте тәшкил иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент гранттары фондының финанс ярҙамы менән конкурстың бюджеты 164,8 млн һум булған.
Райондан конкурс еңеүселәре тип “Илһам” Ғафури районы белем биреү фондының “Гафчик TV балалар телестудияһы” проекты, “Ихласлыҡ” Табын ауыл биләмәһе үҫеш фондының “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар обелискыһын реконструкциялау һәм Геройҙар аллеяһын төҙөкләндереү” проекты, “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының “Сиктәрһеҙ тормош” проекты, “Еҙем” Имәндәш ауыл биләмәһе үҫеш фондының “Көмөш һыулы Еҙемгә – таҙа яр” проекты, “Бергә” Аҡкүл ауыл биләмәһе үҫеш фондының “Иҫ китмәле География. Киләсәккә ҡараш” проекты, “Яҡтыкүл” Бурлы ауыл биләмәһе үҫеш фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының “Бәләне бергә булдырмайыҡ!” проекты, “Табын” Сәйетбаба ауыл биләмәһе үҫеш фондының “Бәхетле бала саҡ” күп функциялы балалар спорт-уйын майҙансығы” проекты табылған.
Грант еңеүселәре шатлыҡтары менән уртаҡлашып, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе лә инде. “Табын” фонды: “Беҙҙең балалар иң яҡшыға лайыҡлы! Шуға күрә Башҡортостан Башлығы гранты конкурсы сиктәрендә беҙ проектыбыҙҙы бойомға ашырып, күп функциялы спорт-уйын майҙансығы булдырырға планлаштырабыҙ. “Бәхетле бала саҡ” беҙҙең балаларға әүҙем, сәләмәт һәм шаян булыу бәхете бүләк итәсәк!” тип яҙған.
Аҡкүлдәрҙең “Иҫ китмәле География. Киләсәккә ҡараш” проектына бүленгән аҡсалар уҡыусылар был фәнде яратып өйрәнһен өсөн Аҡкүл урта мәктәбенең география кабинетын заманса йыһазландырыуға тотоноласаҡ.
Имәндәш ауыл биләмәһе халҡы ла күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, Юрмаш ауы-лы янындағы Еҙем ярҙарының экологик торошон яҡшыртыуға, үҫеп килгән йәш быуында экологияға һөйөү тәрбиәләүсе саралар уҙғарыуға иҫәп тота.
“Илһам” фонды ла үҙенең еңеүен шатланып ҡаршы алды: “Беҙ был еңеүгә оҙаҡ килдек. Ура! Беҙҙең “Гафчик TV балалар телестудияһы” проекты – еңеүсе! Был проект ауыл балаларының ижад ҡомарын үҫтерергә ярҙам итер тип ышанабыҙ. Һәләтле балаларға, етемдәргә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға яңы белемдәр алырға һәм “Гафчик TV балалар телестудияһы”нда шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙең команда проектты тормошҡа ашырыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Беҙгә ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт! Бергә беҙ барыһын да булдырабыҙ!”
Проекттар араһында иң күп аҡсалыһы – 4,4 млн һумлыҡ “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының “Сиктәрһеҙ тормош” проекты. Аҡсалар Татар Саскүлендә оло йәштәгеләр өсөн пансионатты төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.
Бурлы ауыл биләмәһе фондының проекты ла бик мөһим һәм кәрәкле эшкә йүнәлтеләсәк. 800 мең һумдан ашыу аҡсаға “хәүеф төркөмөнә” ҡараған аҙ килемле ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙең йорттарындағы авария хәлендәге мейестәр һәм электр сымдары алыштырылыр тип күҙаллана.
Еңеп сыҡҡан проекттарҙың дөйөм күләме – 8 млн һум.
“Башҡортостан Республика-һының Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам фонды” конкурсында райондың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының еңеүе – район хакимиәте етәкселегенең халыҡ өсөн социаль йүнәлешле, урындағы биләмәләр үҫешенә йүнәлтелгән проекттарҙы әҙер-ләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар төҙөүгә булышлыҡ итеп, ауыл биләмәләре менән маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барыу һөҙөмтәһе ул.

Ринат ҠӘЙҮМОВ.

Хыялдар  тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: