+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2021, 11:50

“Йәшлек” паркы күркәмлеге өсөн

Район үҙәгендәге “Йәшлек” мәҙәниәт һәм ял паркы айырыу-са йәй көнө күркәм төҫ ала, бында үҫкән ағастарҙың күләгәһе ял итергә килеүселәрҙе эҫенән һаҡлай, парктың барлыҡ – балалар, спорт, концерт майҙансыҡтарына, биләмә буйынса урын алған үҙенсәлекле декоратив мөйөштәргә һәр кемгә юл асыҡ.

“Йәшлек” паркы күркәмлеге өсөн
“Йәшлек” паркы күркәмлеге өсөн

“Йәшлек” паркы үҙенең матур күренеше, бөхтәлеге, таҙалығы, төҙөклөгө менән район халҡын ғына түгел, ә килгән ҡунаҡтарҙы ла хайран ҡалдырһын өсөн уны баланы хәстәрләгәндәй, ҡарап тәрбиәләп торорға кәрәк.
Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмай. Хәҙер парк-та системалы рәүештә санитар-эпидемиологик, йәшелләндереү саралары, уның хәл-торошон те-йешле кимәлдә тотоу өсөн шәмбе өмәләре ойошторола. Мәҙәниәт һәм ял паркы ҙур биләмәне үҙ эсенә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны тейешле кимәлдә тотоуға хакимиәттең мөмкинлектәре сикле, сөнки ауыл биләмәһендә башҡа төрлө кисектергеһеҙ эштәр, ауылдарҙың йәшәү рәүешенә ҡағылышлы башҡа эштәр ҙә килеп сығып тора.
Шуға ла 30 июлдә иғлан ителгән “Таҙа парк” акцияһы алдынан хакимиәт район үҙәге халҡына саҡырыу ебәрҙе. Уның мәғәнәһе бер нисә һүҙ менән сағылдырыла: “Барлыҡ теләүселәр килегеҙ һәм ярҙам итегеҙ!”.
Был йома көн, Таҙалыҡ көнөндә илленән ашыу кеше – ирекмәндәр, ауыл биләмәһе хакимиәте, ра-йон хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, ра-йон үҙәге мәктәптәре, 74-се янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре, “Здоровье” ТСЖ-һы һәм башҡа ойошмалар техника, эш ҡоралдары менән көн һуҙымында паркта ағас ботаҡтары, сүп-сар йыйҙылар, үлән саптылар, буяу-ағартыу эштәре башҡарҙылар.
- Күп кенә красноусолдар “Йәшлек” паркының торошон яҡшыртыу буйынса мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙҙылар, - тине “Таҙа парк” акцияһына йомғаҡ яһап, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Юлай Нәзиров. – Йыйыштырыуға “Красноусол коммуналь хужалыҡ” МУП-ынан коммуналь хеҙмәткәрҙәр һәм трактор йәлеп ителде, техника ауыл биләмәһенеке менән берлектә үлән сабыуҙа һәм сүп-сар түгеүҙә эшләне. Акцияға шулай уҡ Красноусолдағы 1-се урта мәктәп вәкилдәре лә ҡушылып, мәктәптең парк менән сикләшкән спорт майҙансығына төҙөк, яңы төҫ кереттеләр.
- Был июнь айынан алып парк биләмәһендәге күп кеше ҡатнашлығындағы өмәнең өсөнсөһө, әммә беҙ һәр иртә барлыҡ майҙансыҡтарҙан тиҫтәләгән тоҡ сүп-сар йыйып түгәбеҙ, үләнде сабабыҙ, буяйбыҙ, - тине һүҙен дауам итеп Юлай Мәүлимбирҙе улы.
Юлай Нәзиров һүҙен йомғаҡлап, акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла әүҙемлектәре, ярҙамдары, күрһәткән хеҙмәттәре һәм ауылыбыҙҙың ижтимағи-мәҙәни тормошона иғтибарлы булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Йәшлек” паркы күркәмлеге өсөн
“Йәшлек” паркы күркәмлеге өсөн
“Йәшлек” паркы күркәмлеге өсөн
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: