+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 10:05

Халҡыбыҙҙың бай мираҫы кейемдәрҙә сағыла

Республикабыҙҙа милли кейем көнөн билдәләү матур йолаға әйләнеп бара. 2020 йылдан ул республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Байрам республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер күҙ һалырға булышлыҡ итә, уның маҡсаты – Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.

Халҡыбыҙҙың бай мираҫы кейемдәрҙә сағыла
Халҡыбыҙҙың бай мираҫы кейемдәрҙә сағыла

Һәр заманда кейем, тәнде тирә-яҡ мөхиттең тәьҫиренән һаҡлауҙан тыш, сакраль, эстетик мәғәнәгә, этномәҙәни әһәмиәткә эйә булған. Юҡҡамы ни милли кейем-һалым, ҡыйыҡ яғалы күлдәк булһынмы ул, төлкө башлыҡ булһынмы, беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың тормошо, йәшәү рәүеше хаҡында күпте һөйләй.
Бөгөн башҡорттарҙың милли кейеме хаҡында һөйләгәндә, беҙҙең күҙ алдыбыҙға бейеүселәр кейгән сәхнә костюмдары килеп баҫа, әммә ысынында милли кейем тарихы күпкә ҡыҙығыраҡ һәм тәрәнерәк икәнен редакция ҡунаҡтары – ошо йүнәлештә эшләгән белгес, Халыҡ-ара “Тамға” конкурсы лауреаты Красноусол ауылы ҡыҙы Хәмдиә Дәүләтова-Ҡунаҡҡолова, үҙҙәренә матур кейемдәр тектереп кейгән ”Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары Гөлшат Вәлиева, Мәрхәбә Собханғолова, үҙенең өләсәһенән тапшырылған ҡомартҡы һаҡал менән “Звезда” гәзитенең бүлек мөдире Тәлиғә Фәйзуллина таныштырҙы.
- Был эшкә ҡыҙыҡһыныу Өфө ҡалаһында йәшәй башлағас тыуҙы. Ишембай районында “Ҡарға бутҡаһы” байрамы үткәргәйнек, шунда ниңә беҙгә үҙебеҙҙең кейемдәрҙе тектермәҫкә тигән теләк барлыҡҡа килде. “Өфө-2” ҡаласығы музейына, Милли музейҙарға йөрөй торғайным. Тарихты ла белергә кәрәк бит. Билдәле реставраторҙар Александр Акулов, Илдар Ғатауллиндың эштәрен ҡарап барҙым. Тәүҙә түшелдерек, ҡашмау эшләп ҡараным. Рухташ дуҫтар ҙа табылды. Былтыр “Тамға” конкурсына икенсегә барып, “реконструкция” номинацияһында 2-се урын алып ҡайттым. Никахтарға милли сағылышлы күлдәктәр теккәнем бар. Йәштәрҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙың кейемдәрен яҡын күреүҙәре ҡыуандыра, - тип һөйләп үтте Хәмдиә Дәүләтова.
Гөлшат Акрам ҡыҙы: “Башҡорт халҡының кейемдәре шул тиклем уйланылып эшләнгән, бөтә нәмә гармонияла, бында ырымдар, миҙгелдәр, тыйнаҡлыҡ, уңайлылыҡ та сағылыш тапҡан, төрлө мәғлүмәт тә еткерә алған. Киләсәк быуын милли асылыбыҙҙы белеп үҫһен өсөн беҙ үҙебеҙ белгәндәрҙе күрһәтеп, аңлатып ҡалдырырға тейешбеҙ”, - тине.
Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын ке-йеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Кейем үҙенең төп тәғәйенләнешенән тыш үҙ-ара аралашыуҙы еңелләштерергә тейеш булған. Кейемдә сағылған социаль айырма билдәләрен өс төргә бүлергә мөмкин: 1) йәш айырмаһы билдәләре; 2) ғаилә хәлен билдәләүсе кейем элементтары; 3) социаль дәрәжә билдәләре.
Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән, кесерткәндән һуғылған туҡыма, һарыҡ һәм ҡырағай йәнлек тиреләрен, кейеҙ, йөн, мамыҡты файҙаланған, сит илдәрҙән килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларын да ҡулланған. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем - затлылыҡ билдәһе һаналған.
XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән, елән, тун кейһә, был осорҙа билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ кейемдәр киң тарала. Киң таралған оҙон кейемдәрҙән еләнде ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән. Еңле, эслекле ке-йем. Ирҙәр өсөн тура төшөрөп, ҡуйы төҫтәрҙәге мамыҡ, бәрхәт, ебәк, атлас туҡымаларҙан теккәндәр. Өҫтөнән ҡыҙыл туҡыма тегеп еңенә, итәгенә, салғыйына биҙәк һалғандар.
Ҡатын-ҡыҙ еләне билләп тегелгән, итәге ҡыйылып торған. Сағыу төҫтәге бәрхәттән, ебәктән, ҡара сатиндан теккәндәр. Еңенә, итәгенә, салғыйына ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтә туҡымаларҙан семәрләп биҙәк һалғандар.Өсмөйөшләп яурынса тегеп, ҡабырсаҡ менән биҙәгәндәр. Өҫ кейеме кәзәкей (ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеме) - эслек, ең һәм төймәләр менән тығыҙ ҡаптырма менән семәрләп ҡуйып тегелә. Билле, итәге ҡыя. Ирҙәр өсөн тура яғалы, уйып яһалған кеҫәле, ҡуйы төҫтәге мамыҡ йәки йөн туҡыманан.
Иләнгән тиренән аяҡ кейемдәре (сарыҡ, башмаҡ, ҡата, калуш) кейгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейемдәренә төҫлө һыҙаттар тегеп сығылған, йөндән суҡтар эшләп ҡуйылған. Баш кейеме буйынса ҡатын-ҡыҙҙың йәше, ғаилә хәле тураһында белеп булған. Баш кейемен тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, металл ҡалайҙар тегеп сағыу итеп биҙәгәндәр. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бүрек кейгән. Йәнлек тиреһенән дүрт ҡыя һәм ике ярым түңәрәктән йәки дүрт ҡыя һәм түңәрәк төп ҡырҡып алып теккәндәр. Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ҡашмау кейгән. Өлкән йәштәге ҡатындар киндерҙән йәки ситсанан аҡ яулыҡ (таҫтар) ябынған. Бай ҡатындар өҫтәп бүрек кейгән, дебет шәл, яулыҡ ябынған. Аяҡтарына быйма, башмаҡ, тула ойоҡ, киндер ойоҡ, йөн ойоҡ кейгәндәр. Байрамда кейә торған ойоҡтарын төрлө төҫтәге һәм рәүештәге ҡорама тегеп биҙәгәндәр.
Ҡатын-ҡыҙ биҙәүесһеҙ гүзәл зат булмаҫ ине. Ҡатын-ҡыҙ кейемдәре мәрйен, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән. Уларҙы беләҙек, йөҙөк, алҡалар, аҫмалар, һаҡал, түшелдерек, сулпы тулыландырып торған. Елкәлек ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән биҙәүес һаналған. Биҙәүестәрҙә йыш ҡына көмөш аҡса, мәрйен, аҡыҡ, фирүзә, тау гәлсәре, мәрүәр, ҡабырсаҡ, ҡайһы саҡта балыҡ умыртҡалары, ҡәнәфер емештәре ҡулланылған.
Тәлиғә Наил ҡыҙы үҙенең ҡомартҡыһын күрһәтеп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Был ысын Табын ырыуы һаҡалы. “Өләсәйем Хәтифә дини кеше ине. Ул йәш сағында ошо һаҡалды таҡҡан, уға инәһе биргән булған. Ул үлгәс килене миңә килтереп бирҙе”, - тип ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Республикабыҙҙа, районыбыҙҙа әллә күпме милләт вәкиле йәшәй. Һәр береһе күркәм йолаларға, ҡабатланмаҫ мәҙәни үҙенсәлектәргә эйә. Милли кейем көнө тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә яңыса ҡарарға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға таратырға ярҙам иткән күркәм бер байрам булып тора. “Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылыңа ҡарап оҙаталар”, тигәндәй, үҙҙәре менән килтергән кейемдәрҙе кейеп ҡарап, һәр кем башҡорт милли кейемдәре тураһында үҙе белгәнде башҡалар менән уртаҡлашты. Милли кейемдәр тураһында бай мәғлүмәт биргән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалдыҡ. Ыҡсым, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ та күренгән, йомшаҡ, тәнгә уңайлы туҡыманан тегелгән кейемдәрҙе ниңә үҙебеҙгә, балаларға тегеп йәки тектереп кеймәҫкә, тигән теләк тә уянды.

Халҡыбыҙҙың бай мираҫы кейемдәрҙә сағыла
Халҡыбыҙҙың бай мираҫы кейемдәрҙә сағыла
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: