-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2022, 13:25

“Өмөтлө ҡәләм” йәшәһен, ижадсылар ишәйһен!

15 апрелдә Юлыҡ мәктәбендә “Өмөтлө ҡәләм – 2022” ижади бәйгеһенең сираттағы йомғаҡлау сараһы үтте. “Табын” район гәзите редакцияһы мәғариф бүлеге менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Жәлил Кейекбаев, Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты, яҙыусы, шағирә, яҡташыбыҙ Гөлнур Яҡупова призына ойошторған был конкурс йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала бара. Быйылғы бәйгегә лә районыбыҙҙың һәр мәктәбенән тиерлек һәләтле уҡыусылар йыйылды.

“Өмөтлө ҡәләм” йәшәһен, ижадсылар ишәйһен!
“Өмөтлө ҡәләм” йәшәһен, ижадсылар ишәйһен!

Ижад итеү – кешенең кесе йәки оло булыуына ҡарамаҫтан бирелгән тәбиғи һәләтелер ул. Балалар ижадында ихласлыҡ, ябайлыҡ, тормош күренештәрендәге бар матурлыҡ, хатта шәкәрҙең магазиндарҙан юғалып тороуы ла сағылыш тапҡан. Бәйге башланыуы иғлан ителгәндән алып йәш ижадсыларҙың эштәре гәзит биттәрендә донъя күрә барҙы.
Быйылғы “Өмөтлө ҡәләм – 2022" бәйгеһендә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы лауреаттар – Юлыҡ мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Әлсинә Әбделмәнова, Сәйетбаба мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Илһам Рәхимов, гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Айназ Ғәлиуллинға үҙ премияларын тапшырҙы һәм автографлы китаптарын бүләк итте. Шағирә йәш ижадсыларҙың эштәренә туҡталып, ҡыҫҡаса байҡау яһаны һәм үҙенең изге теләктәрен дә еткерҙе. Айырыуса Әлсинә Әбделмәнованың “Болот һәм йылға” шиғыры күңеленә хуш килеүен әйтеп, унан ошо шиғырын һөйләп күрһәтеүен һораны. Илһам Рәхимовтың үҙенең “Ҡурай моңо” шиғырын яттан һөйләп, аҙаҡтан ҡурайҙа уйнауы ла уның бар яҡлап һәләтле булыуын асып һалды.
Г.Яҡупова Юлыҡ мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыларының “Туған телгә” шиғырына махсус бүләк тә әҙерләгәйне.
Бәйгелә төрлө темалар айырым билдәләнеп, йәш ижадсыларҙың эштәре номинациялар буйынса баһаланды. “Көн ҡаҙағына” – Илина Мырҙабаева (Красноусолдың 1-се мәктәбе, 7-се класс), “Таныш булайыҡ” - Гөлназ Ҡужина (Юлыҡ, 9-сы кл.), “Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл” – Гүзәлиә Бикбаева (Яңғыҙҡайын, 7 кл.), Булат Шәйәхмәтов (2-се мәктәп, 9 кл.), “Ҡоштар беҙҙең дуҫтар” – Вадим Шәғәлин (1-се мәктәп, 7 кл.), “Бер телдән дә телем кәм түгел” – Айгөл Рәхимова (Сәйетбаба, 7 кл.), “Ынтылыш” – Ильяс Кәримов (Юлыҡ, 3 кл.), “Һәр нәмәлә шиғыр ята…” – Әминә Әйүпова (Яңғыҙҡайын, 7 кл.), Карина Мәҡсүтова (Игенйылға, 8 кл.), “Йәнтөйәк” – Айнур Кинйәбаев (Сәйетбаба, 5 кл.), “Кескәй дуҫтарыбыҙ” – Алтынай Зәйнуллина (1-се мәктәп, 7 кл.), “Образлы фекер балҡышы” – Алтынай Ҡунафина (КБГИ, 8 кл.), “Атайҙар – ил терәге” – Эльмира Ғәлиәхмәтова (КБГИ, 6 кл.), “Мөғжизәле донъя” – Регина Антипина (2-се мәктәп, 9 кл.), Самира Ҡотлоәхмәтова (КБГИ, 4 кл.), “Әсәкәйем – бергенәм” номинацияһында Альбина Мөхәмәтйәнова (Табын, 6 кл.) Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Еңеүселәргә бүләк-
тәрҙе “Аманат” журналының яуаплы секретары Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов, Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Эльвира Тимерйән ҡыҙы Ғафарова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева, “Табын” гәзитенең мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева, яуап-лы секретары Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы Ғайсина, район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғолова, Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева, “Юлыҡ” ТОС-ы етәксеһе Рәхимйән Шакирйән улы Юлыҡов, мәғариф ветераны Миңзилә Яҡуп ҡыҙы Шаһиеваның тапшырыуы ҙур мәртәбә булды.
- “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһенең тарихы бик бай. Ул ике тиҫтә йылдан ашыу бара, быны республикала уникаль күренеш тип әйтергә була. Ошондай таяныр яҡташ-яҙыусыбыҙ булыуы ҙур ғорурлыҡ, - тине үҙенең сығышында Гөлдәр Барый ҡыҙы.
“Өмөтлө ҡәләм”дә үҙенең махсус бүләген һәр саҡ тапшыра килгән абруйлы ҡунаҡ – “Аманат” журналының яуаплы секретары, яҡташыбыҙ Зөбәржәт Яҡупова йыл да ҡыуанып ошо сарала ҡатнашырға килеүен әйтеп үтте.
27 китап авторы булған Гөлнур Яҡупова үҙе генә шағирә булып ҡалмай, Ғафури районының ижадҡа битараф булмаған уҡыусыларына ла үҙенең ялҡынлы ижадынан ҡуҙ биреп, осҡон ҡабындырған киң күңелле кеше. Яҙыусының китаптарын уҡығанда ла үҙеңә йәшәүгә көс, дөрөҫ юл алаһың. Уның ике телдә лә иркен яҙыша алыуы, оҫта тәржемәсе булыуы ла заман ижадсыларына өлгө булып тора. Был конкурста ла өс – башҡорт, татар, рус телендә уҡыусыларҙың эштәре ҡабул ителде һәм баһаланды. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы балаларға ике телдә нәшер ителгән китаптарын бүләк итеп тә һөйөндөрҙө.
Еңеүселәрҙе ҡотлағандан һуң, Гөлнур Яҡуповаға һүҙ бирелеп, ул Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахмановтың: “Бына беҙҙә лә шул уҡ тәбиғәт, тик ни өсөн Сәйетбабанан яҙыусылар күп сыға?” - тигән һорауына яуап итеп: “Сәйетбабала заманында Сәғит Агиш кеүек күренекле шәхестәр уҡытҡандар, бәлки шунан да киләлер. Мине лә Камила Ахунова тигән иҫ киткес уҡытыусы уҡытты. Үҙем Красноусолда 17 йыл гәзиттә эшләп киттем. Ул ваҡытта гәзит рус телендә генә сыға, башҡортсаһы уның тәржемәһе ине. Педучилищела уҡығанда тәүге шиғырҙарымды яҙҙым. Телгә һөйөү күпселек ғаиләнән килә. Балаларым рус мәктәбендә уҡыһалар ҙа башҡорт телендә иркен һөйләшәләр. Һеҙҙең күңелегеҙҙә бөгөн сәселгән орлоҡтар аҙаҡ әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, телгә иғтибар, мөхәббәт булып үрелһә, китап уҡыуға ылыҡтырһа, бәйге үҙенең маҡсатына иреште тип уйлайым мин. Кем белә, бәлки, һеҙҙең арағыҙҙан шағирҙар, яҙыусылар, журналистар сығыр. Ошо бәйгене мәртәбәле итеп алып барған “Табын” гәзитенә, район мәғариф бүлегенә рәхмәт”, - тип һөйләп үтте.
Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә һалған тырышлыҡтары, еңеүсе уҡыу-сыларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Эльвера Ҡунафина, Сәйетбаба урта мәктәбенән Зилә Иҙрисова, шулай уҡ сараны матур, йыйнаҡ алып барған, сценарий авторы Альмира Яҡшыбаева Диплом менән бүләкләнде.
Кисә иҫтә ҡалырлыҡ, һағынып хәтерләрлек йылы тәьҫораттарға бай булды. “Өмөтлө ҡәләм”дең ижад тип яныусы Юлыҡ мәктәбенең элекке еңеүселәре: Динара Насирова, Зифа Кандилова, Фәнзилә Юлмөхәмәтованың видео роликтар аша ебәргән ҡайнар сәләмдәрен, теләктәрен күреү ҙә “Өмөтлө ҡәләм”дәрҙең киңерәк юл алып, алға табан ынтылыуҙарын күрһәтеп тора ине.
Байрамды йәмләгән Юлыҡ мәктәбенең 2-се класс малайҙары һәм 9-сы класс егеттәренең рэп стилендә ижад ителгән таҡмаҡтары, ҡыҙҙар бейеүе, “Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, 2-се
класс уҡыусылары Эльвина Юлыҡова, Алтынай Фәхретдинованың, 3-сө класс уҡыусыларының бергәләп ихлас шиғыр һөйләүе, Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусыһы Карина Ҡасимованың “Хан ҡыҙы” бейеүе барыһының күңеленә хуш килде. Һәүәҫкәр йырсылар Юлай Аҙнағолов, Фәнзил Урманшиндың моңло, дәртле йырҙарын барыһы ла көслө алҡыштарға күмде. Бында йыйылыусылар китапханасы Гөлфинә Юлмөхәмәтованың Гөлнур Яҡупова китаптарынан әҙерләгән, шулай уҡ фотохәбәрсе Наил Латиповтың күргәҙмәләре менән танышып, күңелдәрен байытты.
Сара һуңында кисәне алып барыусылар Альмира Әхмәт ҡыҙы менән Гүзәл Фәйез ҡыҙы Хәсәнова “Өмөтлө ҡәләм” еңеүселәре менән Акрошиғыр уҡыу ойоштороп, тамашасыларға матур күренеш бүләк итте.
Бер көндө өс байрам - изге йома, Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө һәм “Өмөтлө ҡәләм”дәр йыйылған көндө “Табын” гәзите мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы сара үткән мәктәпкә “Табын”дың логотибы яҙылған сәғәт, ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Ғәлинур улы ауыл хакимиәте исеменән бер уҡыусыға 6 айға "Табын"ға подписка бүләк итһә, Гөлшат Әкрәм ҡыҙы үҙенең авторҙашлығында сыҡҡан башҡорт теле дәреслеге өсөн бирелгән гонорарҙың яртыһын уҡыусыларға премия итеп бирергә тигән маҡсат менән үҙе уҡыған Юлыҡ мәктәбенә тапшырҙы.
Балаларҙың күңеленә ижад ойотҡоһо һалған, үҙендә түҙемлек, көс табып нисә йылдар ошо бәйгене алып килгән Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына, уҡытыусыларға, кисәне үҙҙәрендә матур итеп үткәрергә ярҙам иткән Юлыҡ мәктәбе коллективына, ашнаҡсыларға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яңы шытым ебәргән ижадсыларҙың бер ваҡытта ла өмөттәре өҙөлмәһен, улар үҫеп, сәскә атһын тип теләп ҡалабыҙ һәм яңынан-яңы ижад емештәре менән һоҡландырып торорҙар тип ышанабыҙ.

“Өмөтлө ҡәләм” йәшәһен, ижадсылар ишәйһен!
“Өмөтлө ҡәләм” йәшәһен, ижадсылар ишәйһен!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: