+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2022, 12:00

“Һөт йылғаһы мул булһын!” ти Имәндәш ауылы һөт йыйыусыһы Айнур Зәйнешев

Имәндәш ауылына юл төшкәндә ауылдың уңған, тырыш йәш ғаиләләре тураһында һорағас, биләмә башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов күп тә уйлап тормай, Айнур һәм Ильмира Зәйнешевтарҙы атаны.

“Һөт йылғаһы мул булһын!” ти Имәндәш ауылы һөт йыйыусыһы Айнур Зәйнешев
“Һөт йылғаһы мул булһын!” ти Имәндәш ауылы һөт йыйыусыһы Айнур Зәйнешев

Ғаилә башлығы Айнур ауыл халҡынан һөт йыя.
- Был эштә уҙған йылдың август айынан бирле эшләйем. Һөттө 3 көнгә бер йыям. Мин эшләгәндә иң күбе 700 литр һөт йыйған саҡтар булды. Йыйылған һөттө Еҙем-Ҡаран ауылынан шәхси эшҡыуарҙар Альбина менән Рөстәм Ибраһимовтарҙың һөт ҡабул итеү пунктынан һөт ташыу машинаһы килеп ала. Ауылда иң күп һөт тапшырыусылар: Лилиә Йәғәфәрова, Гөлфиә Кәримова, Ирек Урманшин һәм башҡалар. Һөттөң 1 литры 22 һум тора, - тип эше менән таныштырып үтте Айнур.
Татыу ғаиләлә өс ҡыҙ, бер улға ғүмер биргәндәр. Хужабикә – балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Ильмира әле бәләкәсе менән декрет ялында. Уңған йәштәр бынан алты йыл элек күркәм, ҙур йорт һалып ингән. Ҡуралары тулы мал-тыуар: 4 һыйыр, башмаҡ-быҙауҙар, һарыҡтар, йәйен күпләп ҡош-ҡорт алып аҫрайҙар. Хужалыҡтарында бесән әҙерләгәндә ярҙамсы тракторы, сапҡысы, тырмаһы бар. Халыҡтан йыйылған һөттө еңел машинаһының прицебына феләктәр ултыртып ташый.
Зәйнешевтар кеүек уңған ғаиләләр менән ғорурланырға, уларҙан өлгө алырға, уларға “Афарин!” тиергә генә ҡала.

“Һөт йылғаһы мул булһын!” ти Имәндәш ауылы һөт йыйыусыһы Айнур Зәйнешев
“Һөт йылғаһы мул булһын!” ти Имәндәш ауылы һөт йыйыусыһы Айнур Зәйнешев
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: