+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2022, 12:00

Үҙ-үҙҙәрен аямай, ил ҡуйған бурысты үтәнеләр

1986 йылдың 26 апрелендә Украинаның ҡеүәтле Чернобыль атом электр станцияһының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай. Был ҡот осҡос һәләкәт күпме ҡаза килтерҙе, күпме халыҡ радиацияға дусар булды. Нурланыу олоно ла, баланы ла аямай, уның эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә мәрхүм булды. Иҫән ҡалғандарының да сәләмәтлеге шәптән түгел.

Үҙ-үҙҙәрен аямай,  ил ҡуйған бурысты үтәнеләр
Үҙ-үҙҙәрен аямай, ил ҡуйған бурысты үтәнеләр

Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә беҙҙең райондан 34 кеше ҡатнашҡан, бөгөнгө көндә иҫән ҡалыусыларҙың һаны – 12 булһа, чернобылселәрҙең 11 тол ҡатындары менән бергә 23 кеше иҫәпләнә. Улар араһында Красноусолда йәшәүсе Рәшит Хәбибулла улы Сатлыҡов, Курортта ғүмер итеүсе Михаил Васильевич Николаев бар. Тәүгеһе йыл башында 70 йәшен билдәләһә, һуңғыһының көҙгә 75 йәшлек олпат юбилейы. Уларҙы һәм һәләкәт эҙемтәләрен бөтөргәндә сәләмәтлеген юғалтып, 2009 йылда гүр эйәһе булған Ғәли Дәрүиш улы Хәкимовтың тол ҡатыны Венера Нуриәхмәт ҡыҙын редакцияға саҡырып, яҡындан танышыу һәм һөйләшеү форсаты тейҙе. Гәзит уҡыусыларҙы ла чернобылселәр менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Рәшит Сатлыҡов сығышы менән Ауырғазы районының Түбәнге Ләкәнде ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡта 21-се һанлы һөнәрселек училищеһында автослесарь һәм шофер һөнәрен үҙләштерә. Артабан һалдат сафына алынып, диңгеҙ авиацияһында самолеттарҙы хеҙмәтләндереү полкында водитель булып ике йыл хеҙмәтен тултырып ҡайта. Стәрлетамаҡ ҡалаһында автобазала бер йыл тирәһе эшләгәс, Үтәк ауылы ҡыҙы Рәмзиә Фәхретдин ҡыҙы менән тормош ҡора һәм ғаилә 1975 йылда Красноусолға килеп төпләнә. Бында ОРС-та, артабан машина менән иҫәпләү ойошмаһында водитель булып эшләп йөрөгәндә 1987 йылдың октябрендә ике бала атаһы (ҡыҙҙары 12 йәшлек Светлана менән 7 йәшлек Линара, хәҙер инде әсәйҙәр) Рәшит Хәбибулла улы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эшенә ебәрелә. Ике айҙан һуң, декабрҙә әйләнеп ҡайта. Чернобылсе булараҡ, 48 йәштә пенсионер була, йәше еткәс, хаҡлы ялға сыға. Өс ейән һәм ике ейәнсәрҙең яратҡан олатаһы ла ул.
Михаил Николаев Ташлы ауылында тыуып үҫә. Тыуған ауылы мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы 3-сө һанлы һөнәрселек училищеһында электр-газ менән иретеп йәбештереүсе-киҫеүсе һөнәрен үҙләштерә. Салауат ҡалаһында тимер-бетон заводында арматура цехында бер йыл эшләгәс, әрмегә алынып, Киев хәрби округында танк механик-водителе булып 3 йыл хеҙмәтен тултырып ҡайта. Леспромхозға эшкә урынлашып, тракторсы, урман киҫеүсе һәм башҡа эштәрҙә бил бөгә. Артабан Стәрлетамаҡта 3-сө һанлы СРСУ-ла (махсус ремонт-төҙөлөш идаралығы) иретеп йәбештереүсе булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1973 йылда өйләнә. Буласаҡ тормош юлдашы Лидия Семёновнаны “Красноусол” шифаханаһына һаулығын нығытырға килгәндә осрата һәм ярты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, яҙмыштарын бер бөтөн итәләр. Һәм ошо көнгәсә 49 йыл инде Курортта тиңлектә-тигеҙлектә, матур ғүмер кисерәләр. Бер ҡыҙ (Наталья, 45 йәштә, ике ҡыҙ әсәһе) һәм улға (Сергей) ғүмер биргәндәр, ике ейәнсәрҙәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары йәшләй генә фажиғәле һәләк булған.
Михаил Васильевичты 1986 йылдың 2 декабрендә хәрби тревога буйынса район хәрби комиссариатына (ул ваҡытта хәрби комиссар Жуков була) саҡыртып алалар һәм иртәгәһенә Аҡкүл ауылынан поезд менән Салауат ҡалаһына, унан барыһын бергә туплап Ырымбур өлкәһенең Тоцк-4 хәрби лагерына оҙаталар. Бында иһә химик һаҡланыу саралары һәм башҡалар хаҡында күнекмәләр үткәс, Чернобыль атом станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителә. Ул да иретеп йәбештереүсе булараҡ, ҡасабаны яңынан тергеҙеүҙә бар көсөн, тырышлығын һала. Бер нисә саҡрым арауыҡтан эсәр һыу ташыуҙа ла яуаплы була. 1987 йылдың 15 апрелендә генә әйләнеп ҡайтырға насип була уға. Батырлыҡ орденына лайыҡ була, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Чернобылсе булараҡ, льгота буйынса 50 йәштән пенсия түләнә, 2006 йылдан хаҡлы ялда.
Чернобылсе, нурланыш һөҙөмтәһендәге сирҙән 58 генә йәшендә донъя ҡуйған Ғәли Хәкимовтың тол ҡалған ҡатыны Венера Нуриәхмәт ҡыҙы һөйләүенсә, ире 1986 йылдың 3 декабренән 1987 йылдың 5 мартына тиклем Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Яңғыҙҡайын ауылы егете Стәрлетамаҡтағы 1-се һанлы һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәренә эйә була. Бар ғүмерен Красноусол быяла заводында эшкә бағышлай, яратып һайлаған һөнәре буйынса эшләй. Чернобылгә йәлеп ителгәндә тап ошонда эшләп йөрөгән сағы була. Бында иһә тракторсы булараҡ, ул АЭС-тан Припять ҡалаһына тиклем иртәнән кискәсә ҡар таҙартыу эшендә мәшғүл була. 1973 йылда өйләнешә Хәкимовтар, ике балаға атай-әсәй булалар. Ғаилә башлығын һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эшенә йүнәлткәндә улдары Ринат 1-се класта уҡып йөрөгән, ҡыҙҙары Еленаға ни бары 5 кенә йәш була. Хәҙер улар күптән атай-әсәй, улдары дүрт малай атаһы, ҡыҙҙары ике улдың әсәһе. В.Хәкимова үҙе лә Яңғыҙҡайын ауылынан, 39 йыл ғүмерен йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүгә бағышлай, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ә Ғәли Дәрүиш улы Чернобылдән һуң, 23 йыл эшләп, 50 йәштән пенсия ала башлай, әммә “тимер атын”ан бер ҙә айырылғыһы килмәй, йәнә 7 йыл тирәһе минераль һыу ҡойоу заводынан хаҡлы ялға туҡтай. Ғүмере генә ҡыҫҡа булыуы ҡыҙғаныс.
Нурланыш алып, уның эҙемтәләре йылдар үтеү менән сәләмәтлектәрендә үҙен ныҡлы һиҙҙереүенә ҡарамаҫтан, чернобылселәр зарланмайҙар, бирешмәҫкә тырышып донъя көтәләр. Уларға шифаханаларҙа һаулыҡтарын нығытыу, шулай уҡ госпиталдә лә дауаланыу мөмкинлеге бар. Редакция ҡунаҡтары барлыҡ чернобылселәргә һәм мәрхүмдәрҙең тол ҡатындарына сәләмәтлек, рух ныҡлығы, йәшәү көсө теләнеләр, бирешмәҫкә кәрәклеген әйттеләр.

Үҙ-үҙҙәрен аямай,  ил ҡуйған бурысты үтәнеләр
Үҙ-үҙҙәрен аямай, ил ҡуйған бурысты үтәнеләр
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: