+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2022, 21:45

Ергә һөйөү тәрбиәләү

Һәр йыл һайын 22 апрелдә бөтә кешелек Ер көнөн билдәләй. Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә лә Ер көнөнә арналған саралар, ауыл хужалығына, ер темаһына арналған дәрестәр математика, рус теле, тәбиғәтте өйрәнеү, физика һәм инглиз теленән үтте.

Ергә һөйөү тәрбиәләү
Ергә һөйөү тәрбиәләү

Тәбиғәтте өйрәнеү дәресендә Гүзәл Ғайса ҡыҙы Хәбибуллина 1 "А " класында ҡоштар темаһына бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс дәрес күрһәтте. Уҡыусылар ҡоштарҙың ҡауырһындарын өйрәнеп, үҙ аллы тәжрибә үткәреп, улар тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар.
9 "А " класында үткән математика дәресе лә бик әһәмиәтле булды. Уҡыусылар математика уҡытыусыһы Светлана Николаевна Рогачёва менән бергә ауыл хужалығы үҫентеләре, төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡтар, ерҙең үлсәме, уңыш алғандағы сығымдар тураһында белделәр. Ә бына 11 " А "-ла үткән физика дәресендә ауыл хужалығы үҫентеләренә күпме изотон, һыу һәм химик матдәләр киткәнен физика уҡытыусыһы Сергей Владимирович Калашников аңлатып үтте. Уҡыусылар дәресте ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларға яңы технологиялар, уларҙың ниндәй өлкәлә ҡулланыуы тураһында бик күп мәғлүмәт бирелә. Был маҡсатта беҙҙең мәктәптә лә ауыл хужалығының тармаҡтары һәм мөмкинлектәре тураһында бихисап йүнәлештәр эшләй. Һөнәр һайлағанда был тармаҡ тураһында иң башта уҡ үҙ маҡсатыңа ирешеү һәм уның мөмкинлектәре тураһында билдәләмә бирелә.
2021-2022 уҡыу йылында Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Красноусолдағы 2-се урта мәктәп араһында ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса "Мәктәп - юғары уҡыу йорто " килешеүе төҙөлдө. Был бәйләнеш киләсәктә математика, биология, химия һәм физика предметтарын тәрәнерәк өйрәнеү, юғары уҡыу йортона киләсәк студенттар әҙерләү маҡсатында башҡарылды. Быйылғы уҡыу йылында кластан тыш саралар башланды ла инде. 5 "Б " класында уҡыусылар ауыл хужалығы серҙәрен өйрәнә, шул уҡ ваҡытта алған белемдәрен дә күрһәтәләр.
22 апрель көнө 5 "Б " класы уҡыусылары уҡытыусылары Әлиә Барый ҡыҙы Ниғмәтйәнова менән Ер көнөнә арналған асыҡ дәрес күрһәтте. Улар тупраҡ, тупраҡ ҡатламы тураһында белемдәрен тулыландырҙы. Тупраҡҡа көл индереү, уның файҙаһы, нисек ашларға икәнен белделәр. Ә дәрес аҙағында Ер көнөнә арналған викторина үтте. Дәрестә ра-йон агрономы Лиза Кәшәфетдин ҡыҙы Хәйретдинованың видеояҙмаларын ҡаранылар, тупраҡҡа көл ҡушып, уны ашлап бойҙай, борсаҡ, фасоль һәм кукуруз орлоҡтарын сәстеләр.
Ҡышҡы каникул ваҡытында 5 "Б " класы уҡыусылары Башҡорт дәүләт аграр университетында булдылар. Сығарылыш класс уҡыусылары ла каникул ваҡытында унда бер нисә мәртәбә барып, танышып ҡайттылар. Уҡыу йорто менән танышҡас, бында мотлаҡ уҡырға киләсәктәрен белдерҙеләр.
22 мартта 5-8-се класс уҡыусылары "Агрокомплекс - 2022 " халыҡ-ара күргәҙмәһендә булып (һүрәттә), иң яңы технологиялар менән таныштылар. Бигерәк тә һыу һиптергес техника, уларҙың төҙөлөшө һәм эше бик оҡшаны. Уҡыусылар ауыл хужалығында ниндәй аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән беҙҙең районда нимәләр етештерелә икәнлеген белде, бер нисәһен ауыҙ итеп тә ҡаранылар.
2021-2022 уҡыу йылында беҙҙең мәктәп уҡыусылары ауыл хужалығына арналған сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнашты.
7 "А" класы уҡыусыһы Азат Ниғмәтйәнов Башҡорт дәүләт аграр университеты ойошторған "Фәнгә тәүге аҙымдар" бәйгеһендә беренсе урын алды, Диплом һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнде. Шулай уҡ 8 "А" класы уҡыусыһы Ирина Миңдиярова "АгроЙәшлек–2022"-лә 3-сө урын яуланы. Ул да ауыл хужалығы министрлығынан Диплом һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Шулай уҡ уҡыусылар "Аграр фәнни-техник эҙләнеүҙәр - 2022" бәйгеһенең беренсе этабында ла ҡатнашты.
Түбән класс уҡыусылары ауыл хужалығы күргәҙмәһендә лә булдылар. 5 "Б" класы уҡыусыһы Лиана Зәйнуллина "Фәнгә тәүге аҙымдар" бәйгеһендә "Биология" бүлегендә "Йәшел микроүҫемлектәр үҫтереү " буйынса 1-се урын алды.
Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең мәктәп райондың ауыл хужалығы предприятиеларында буласаҡ һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә эҙләнеү эштәрен башҡарасаҡ.
Әлиә НИҒМӘТЙӘНОВА,
Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡытыусыһы.

Ергә һөйөү тәрбиәләү
Ергә һөйөү тәрбиәләү
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: