+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май , 16:20

Мөғәллим беҙ – ниндәй мәртәбә!

Ҡулымда иҫке гәзиттән ҡырҡып алынған мәҡәлә. Фотоһы ла бар. Бик оҙаҡ йылдар һаҡлана ул беҙҙең ғаилә архивында. Фотола минең Рисәлә әбейем, атайымдың апаһы. Был уның тураһында тәүге мәҡәлә. Ә күпме тағы буласаҡ! Әммә был иң беренсеһе һәм күңелгә иң ҡәҙерлеһе. Фотола үҙ һөнәрендә тәүге аҙымдар яһаусы йәш уҡытыусы. “Иң мөһиме - балаларҙы яратыу”. Был ысын уҡытыусы һүҙҙәре, әлбиттә. Мин ҙур уҡытыусылар ғаиләһенән һәм беҙҙең өсөн был ябай һөнәр түгел. Был йәшәү рәүеше, бар булмышыбыҙ.

Мөғәллим беҙ – ниндәй мәртәбә!
Мөғәллим беҙ – ниндәй мәртәбә!

Беҙҙең уҡытыусылар династияһы олатайым һәм өләсәйем Мотоғулла Аллабирҙе улы менән Вәсилә Ситдиҡ ҡыҙы Шәйәхмәтовтарҙан башлана. 1944 йылда икеһе лә Ҡауарҙы мәктәбенә башланғыс клас-
тар уҡытыусылары итеп тәғәйенләнә. 1947-1949 йылдарҙа Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыйҙар. Артабан олата-йым район халыҡ мәғариф бүлегенең башланғыс мәктәптәр буйынса инспекторы булып эшләй. Үкенескә күрә, 1960 йылда оҙаҡ ауырығандан һуң 33 йәшендә олатайым вафат була. Ә өләсәйем Сәйетбаба ауылында балалар баҡсаһы асылғас, унда тәрбиәсе, һуңынан балалар баҡсаһы мөдире була.
Шәйәхмәтовтар ғаиләһендә 1 ул һәм 3 ҡыҙ тыуа. Олата-йым үлгәс, өләсәйем уларҙы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Балаларына лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреүгә өлгәшә. Уларҙың өсәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлай, бер ҡыҙы шәфҡәт туташы белемен ала. Иң ҡыҙығы, ул да медицина хеҙмәткәре булараҡ мәктәп менән тығыҙ бәйләнә: оҙаҡ йылдар мәктәптә шәфҡәт туташы булып эшләй.
Беҙҙең ғаиләнең икенсе быуын уҡытыусылары тураһында әйтке килә. Мотоғулла һәм Вәсилә Шәйәхмәтовтарҙың өлкән ҡыҙҙары Рисәлә Салауат педагогия училищеһын тамамлаған. Ғафури районында уҡытыусы булып эш башлай ул. Һуңынан яҙмыш уны Алыҫ Төньяҡҡа, Надым ҡалаһына илтә. Бында ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. 1992 йылда ғаиләһе менән Стәрлетамаҡҡа ҡайта, балалар баҡсаһында эшен дауам итә. Уның хеҙмәт стажы - 44 йыл. Рисәлә Мотоғулла ҡыҙы хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге, балалар баҡсаһы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Минең атайым Ринат Мотоғулла улы Шәйәхмәтов ғүмерен сәләмәт быуын тәрбиәләүгә арнаған кеше. Ул Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлаған, хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу. Атайым Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары, Башҡортостандың Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты грамоталары менән бүләкләнгән.
Шәйәхмәтовтарҙың та-ғы ла бер ҡыҙҙары Ләлә Мотоғулла ҡыҙы Камалетдинова ла педагог. Ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай, һуңынан балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хәҙер инде хаҡлы ялда, әммә һаман да тынғы белмәҫ ижадсы, талантлы шәхес.
Мотоғулла Аллабирҙе улы вафат булғандан һуң, өләсәйем Вәсилә Ситдиҡ ҡыҙы икенсегә кейәүгә сыға. Был никахта ҡыҙҙары Гүзәл тыуа. Ул да данлы уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе. Гүзәл Фәйзулла ҡыҙы Өфө педагогия училищеһын тамамлаған. Бәләбәй, Өфө ҡалаларында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уның педагогик хеҙмәт стажы - 31 йыл. Ул бөтә тормошон балаларға башҡорт йолаларын, мәҙәниәтен өйрәтеүгә арнаған.
Ғаиләбеҙҙә өсөнсө быуын уҡытыусылары - Ринат Мотоғулла улының балалары. Ағайым Илһам Ринат улы Шәйәхмәтов Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, Красноусолдағы 2-се мәктәптә уҡыта. Уҡыусылары күп тапҡыр Башҡортостан мәҙәниәте буйынса респуб-
лика олимпиадалары призерҙары. Ул Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика һәм төбәк-ара конкурсы сиктәрендә “Иң йәш профессионал» номинацияһында еңеүсе.
Мин, Әлфиә Ринат ҡыҙы Аҡбулатова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 26-сы һанлы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләйем. 2001 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамланым . Шул ваҡыттан алып мин уҡытыусы, балаларҙы туған телгә өйрәтәм. Минең уҡыусыларым - ҡала, республика олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре. Үрләйһе үрҙәрем алдалыр тип өмөтләнәм.
Кесе ҡустым, Илнур Ринат улы Шәйәхмәтов, Сәйетбаба ауылында физик культура уҡытыусыһы. Ул Урал дәүләт физик культура университетын тамамланы. Тәрбиәләнеүселәре йыл һайын район, респуб-лика, зона ярыштарында призлы урындар яулай. Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, район мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнгән.
Һәр ғаиләнең йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре була. Беҙҙең ғаилә лә шундайҙар рәтендә. Моғайын, беҙҙең төп йолабыҙ - уҡытыусылар династияһының дауам итеүҙер. Әлегә беҙ өс быуын. Яңы баҫҡыс башланыуы ла тау аръяғында түгел - минең Наҙгөл ҡыҙым быйыл Башҡорт дәүләт университетының 1-се курс талибәһе булды. Ул биология уҡытыусыһы булырға ныҡлы ҡарар иткән.
Тағы ла бер ғаилә йолаһы - ул да булһа күмәкләп, бергә йыйылыу, тәьҫораттар менән уртаҡлашыу, тормошта булған хәл-ваҡиғалар, киләсәккә пландар менән бүлешеү. Ҡайҙа мөһим түгел, ҡунаҡ бүлмәһендә дивандамы, йә аш өҫтәле артындамы, иң мөһиме - бергә.
Беҙҙең нәҫел вәкилдәре төрлө яҡлап үҫешкән шәхестәр. Һәр береһенең яратҡан шөғөлө бар. Кемдер йырлай, икенселәре музыка ҡоралында уйнай, кемдер үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләргә ярата.
Атайым, Ринат Мотоғулла улы, умартасы. Был ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы шөғөл, сөнки бал ҡорттары көндәлек эште дөрөҫ һәм ентекле башҡарыуҙы талап итә. Ҡортсолоҡ эшенә ул атаһынан өйрәнгән һәм уның эшен дауам итеүсе . Мотоғулла олатайым йорт ҡуяндары аҫраған. Минең Илһам ағайым да йорт ҡуяндары тота, уларҙың тоҡомдары менән ҡыҙыҡһына. Минеңсә, һөнәрҙәр күсәгилешлелеге генә түгел, ә мауығыуҙар ҙа быуындан-быуынға тапшырыла.
Апайҙарым, Ләлә Мотоғулла ҡыҙы һәм Гүзәл Фәйзулла ҡыҙы башҡорт тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү менән мауығыуҙарын әйткәйнем инде. Гүзәл Фәйзулла ҡыҙы матур милли башҡорт кейемдәре тегә, ә Ләлә Мотоғулла ҡыҙы балсыҡтан иҫ киткес сувенирҙар эшләй. Уның һындарын сынъяһау тип торорһоң. Бында бейеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр, өләсәйгә һыйынған ейән-ейәнсәрҙәр ҙә бар. Эштәренән күңел йылыһы бөркөлә. 2019 йылда Ләлә Мотоғулла ҡыҙы «Ҡурай даны» исемле тәүге милли телепремияла ҡатнашып, «Һөнәрсе оҫта» номинацияһында еңеүсе булды. Педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәһә лә, оҫталыҡ дәрестәре менән мәктәптәргә йөрөргә ваҡыт таба, балаларҙы оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрә.
Илнур ҡустымдың да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Әммә иң яратҡан шөғөлө - балыҡ ҡармаҡлау. Сәғәттәр буйы балыҡ ҡармаҡлап ултырырға ла риза. Ә мин тәбиғәтте бик яратам. Тыуған яҡтарыма, ауылыма ҡайтып, урман ҡыҙырам, ҡайһы берҙә шиғырҙар ҙа яҙам.
Әлфиә Аҡбулатова (Шәйәхмәтова).
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Мөғәллим беҙ – ниндәй мәртәбә!
Мөғәллим беҙ – ниндәй мәртәбә!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в