+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2022, 16:05

Алтын туйҙар була бер генә

Ғүмерҙәрен Ҡауарҙы ауылына бағышлап, Красноусолға күсеп, бында 12 йыл йәшәүсе Әнисә менән Рауил Исхаҡовтар күптән түгел парлы ғүмер кисереүҙәренең 50 йыллығын – алтын туйҙарын билдәләне. Ошо уңайҙан район ЗАГС-ы начальнигы Зәлифә Сәйфуллина менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина ғаилә юбилярҙарына Республика Башлығының бүләген (сәй сервизы) һәм Ҡотлауын өйҙәренә барып тапшырҙы.

Алтын туйҙар була бер генә
Алтын туйҙар була бер генә

Рауил Ишмырҙа улы Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫә. Әнисә Зиннәт ҡыҙы Өфө ҡалаһы ҡыҙы. Ауылға ҡунаҡҡа килеп йөрөгәнендә клубта бер егеттең өҙә баҫып матур бейеүенә һоҡлана, ғашиҡ була ҡыҙ. Был - ауылдың Рауил атлы аҫыл егете һәм һуңынан яҙмыш ҡушыуы бу-йынса ике йәш йөрәккә бергә булырға насип була. Бынан 50 йыл элек Ҡауарҙы ауылында барлыҡҡа килгән Исхаҡовтар ғаиләһе йәшлектәге биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, тиңлектә-тигеҙлектә матур итеп ғүмер йомғағын һүтәләр. Әлбиттә, 50 йыл әҙ ғүмер түгел, ярты быуат йәшәр өсөн күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм тормош аҡылы кәрәк. Бындай һынауҙарҙы бер-береһен ысын күңелдән яратҡан парҙар ғына үтеп сыға алалыр. Икеһе лә ғүмерҙәрен элекке “Мағаш” (“Алға”) колхозындағы эшкә бағышлағандар, ғаилә башлығы тракторсы, бригадир, өлкән бригадир, Ҡауарҙы һөтсөлөк фермаһы мөдире, гараж мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡалала тыуып үҫкән Әнисә апай иһә ауылға килен булып төшкәс, сөгөлдөрҙә эшләй, “хатта уның ни икәнен дә, нисек эшләргә лә белмәй инем”, ти тәүге хеҙмәт юлы хаҡында хәтер йомғағын һүтеп ул. Артабан фермала һыйыр һауа, һуңынан хаҡлы ялға туҡтағансы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Икеһе лә “Хеҙмәт ветераны”, Әнисә Зиннәт ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.
Исхаҡовтар 7 бала (4 ул, 3 ҡыҙ) тәрбиәләп үҫтерәләр. Мөхәббәт емештәре - баш балалары игеҙәктәр Камил менән Шамил 1972 йылда донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе мәрхүм булған. Улдары Шамил менән иң кесеһе – ҡыҙҙары Гөлнара ғаиләләре менән Архангел районында төпләнгән. Ул-ҡыҙҙары Рәмил менән Фәнилә - Красноусолда, Раил – Ҡауарҙыла, Фәймә Яугилделә йәшәй. Рауил Ишмырҙа улы менән Әнисә Зиннәт ҡыҙын 20 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе һәм бер бүләрҙең ҡартолатаһы һәм ҡартөләсәһе булыу бәхетле итә. Һигеҙенсе тиҫтә йәштәрен ваҡлайҙар. Әнисә апай инсульт үткәргәндән һуң, Рауил ағайҙың күҙе күрмәй башлағас, Фәнилә ҡыҙҙары атаһы менән инәһен үҙ ғаиләһенә күсереп алған. “ШЭ Фомин” икмәкханаһында эшләүсе ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре Айрат (төҙөүсе), ейәндәре Илнур (20 йәш) менән Тимурҙың (3 йәш) ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп йәшәйҙәр.
-Аллаға шөкөр, ҡарт көнөбөҙҙә Фәниләбеҙ беҙҙе хәстәрлегенән ташламай, матур ҡарай, балаларыбыҙҙың башҡалары ла хәлебеҙҙе белешеп торалар, ҡартлығыбыҙ бәхетле, - тиҙәр ҙур ҡәнәғәтлек менән Исхаҡовтар.

Алтын туйҙар була бер генә
Алтын туйҙар була бер генә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: