+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2022, 11:35

Бәхете йөҙөндә сағыла

Яңғыҙҡайын ауылының абруйлы ағинәйҙәренең береһе Зәкиә Сәғиҙулла ҡыҙы Абдуллина Советтар Союзы Геройы Зәкәриә Әсфәндийәров урамында йәшәй. Туғай ауылы ҡыҙы 1955 йылда Яңғыҙҡайынға килен булып төшкән һәм бында күптән үҙ кешегә әйләнгән.

Бәхете йөҙөндә сағыла
Бәхете йөҙөндә сағыла

Зәкиә дүрт балалы ғаиләлә үҫеп буй еткерә. Бала сағы, үҫмер йылдары ауыр Бөйөк Ватан һуғышы осоро һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Ул, һуғыш осоро быуыны, әсеһен дә, сөсөһөн дә, аслығын да, яланғаслығын да күреп үҫә. Әммә бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, бөгөлөп төшмәй, тормоштан йәм, ғәм табып йәшәй белә. Зәкиә мәле еткәс, Яңғыҙҡайын ауы-
лы егете Рауилға тормошҡа сыға. Абдуллиндарҙың бәхеттәрен түңәрәкләп, бер-бер артлы дүрт улдары тыуа. 43 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр, ике йорт һалып инәләр. Күрше ауылдан төшкән килен һынатмай, бөтмөрлөгө, уңғанлығы менән алдыра, мәктәп янындағы интернатта ашнаҡсы, йыйыштырыусы ла була, Ленин исемендәге колхозда сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Шәхси хужалыҡтарында ла күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерергә яратҡан Зәкиәнең йәшелсә-емеше ишелеп уңа. Эш, мәшәҡәттәр араһында ҡулына бәйләмен алырға ла ваҡыт таба. Рауил Мөхәмәт улы мәктәптә хужалыҡ мөдире булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан иртәрәк китә ире. Улдарының барыһы ла башлы-күҙле, хәҙер үҙҙәре лә әсәйҙәрен матур-матур ейән-ейәнсәрҙәре менән һөйөндөрә. Иң өлкәне Ришат Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер итә, һөнәре буйынса табип-травматолог, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, Стәрлетамаҡтағы 3-сө ҡала дауаханаһында баш табип булып эшләп, хаҡлы ялға сыға, "Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы" маҡтаулы исемен йөрөтә. Ринат ғаиләһе менән Мораҡ ауылында йәшәй, Риф Салауат ҡалаһында төпләнгән, икеһе лә “Ашығыс ярҙам” машинаһында водитель булып эшләйҙәр. Уландарҙың иң кесеһе – Илдус тыуған ауылында, төп йортта төпләнгән. Риф тормош иптәше Ғәлиә менән атай нигеҙе, йәғни Зәкиә апай йәшәгән йорттоң баҡса артында ҙур, иркен йорт һалған, хаҡлы ялға сыҡҡас, йәнтөйәктәренә ҡайтырға уйҙары.
- Аллаға шөкөр, уландарыбыҙға һәйбәт тәрбиә бирә алдыҡ, - ти Зәкиә апай ғорурлыҡ менән, - үкенерлек түгел, яҡшы йәшәйҙәр. Барыһы ла бик һәйбәттәр, ҡыҙҙарға биргеһеҙ, бар эштә лә ярҙамсыларым булдылар. Йорттағы эште айырып торманылар, эшләмәгән эштәре ҡалманы, икмәген дә һалдылар, һыйыр ҙа һауҙылар, үҙемә интернатта ла ярҙам итәләр ине, колхозға ла ярҙамға йөрөнөләр, уҡыуҙа ла һынатманылар, - ти бәхетле әсә.
Бөгөн Зәкиә Абдуллина тормош иптәше Рауил Мөхәмәт улы менән һалып сыҡҡан Советтар Союзы Геройы З.Әсфәндийәров урамын йәмләп ултырған күркәм, ҙур йорттарҙың береһендә Илдустың ғаиләһе менән ғүмер йомғағын һүтә. Оло йәштә (8 майҙа 91 йәшен билдәләне) булыуына ҡарамаҫтан, уға был йәште биреп тә булмай кеүек. Бәхетле әсә 7 ейән-ейәнсәрҙең, 11 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан нәнәһе лә. Уңғанлығы, тырышлығы менән ауылдаштары араһында абруй, ихласлығы, йомартлығы менән туғандары, яҡындары араһында ихтирам-хөрмәт яулаған ул. Әле лә күңел йылыһы менән уртаҡлашып, балаларының, ейәндәренең һәр уңышына шатланып, бәхетенә ҡыуанып, барыһынан ҡәнәғәт булып йәшәй.
Зәкиә Сәғиҙулла ҡыҙы икеләтә ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, сөнки Герой исемендәге урамда йәшәй һәм батыр яугир Зәкәриә Әсфәндийәровтың (иренең бер туған ағаһы) килене ул. Ысынлап та, Зәкиә апай һәр яҡлап бәхетле, был уның нурлы йөҙөндә сағыла.

Бәхете йөҙөндә сағыла
Бәхете йөҙөндә сағыла
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: