+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2022, 10:05

Ҙур тормошҡа әйҙәй еҙ ҡыңғырау

Тулҡынландырғыс та, моңло ла, шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы ла ҡыңғырау сыңы сығарылыш уҡыусыларының үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуы, бала саҡ менән хушлашыуы хаҡында хәбәр итә. Быйыл районыбыҙҙың 396 уҡыусыһы 9-сы класты, 117-һе 11-сене тамамлай.

Ҙур тормошҡа әйҙәй еҙ ҡыңғырау
Ҙур тормошҡа әйҙәй еҙ ҡыңғырау

25 май көнө Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары өсөн дә һуңғы ҡыңғырау шылтыраны. Быйылғы сығарылыш - 25-сеһе. Гимназия тамамлаусыларҙы ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов килгән ине. Улар уҡыусыларға аҡ юл, матур киләсәк, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләнеләр. “Бөгөнгө көн болотло булһа ла, мин һеҙҙең киләсәгегеҙ яҡты, ҡояшлы булырына ышанам. Һеҙ бит гимназияла белем алдығыҙ”, - тине сығыш яһап гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Сығарылыш уҡыусыларын 1-2-се класс уҡыусылары ла шиғырҙар һөйләп, бейеүҙә әйләнеп ҡотлап үттеләр. 11-селәр ҙә үҙҙәренең уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә, атай-әсәйҙәренә булған рәхмәт һүҙҙәрен шиғыр аша еткерҙеләр, һуңынан вальста әйләнделәр. Тәүге уҡытыусылары, класс етәкселәре, атай-әсәйҙәр исеменән Рәсимә Әбделмәнова сығыш яһап, уларға аҙымдарының ышаныслы булыуын, һайлаған һөнәрҙәрен яратыуҙарын һәм барыһының да БДИ һынауҙарын уңышлы тапшырыуҙарын теләне.
Нисәмә йылдар элек ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп ишеген асып, беренсе класҡа уҡырға килгән балалар белем үрҙәренә үрләп, үҙҙәренең тыуған ояларында ҡанат нығытып, зәңгәр киңлектәргә ынтылып, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Әлбиттә, өйрәнелгән белем усағы, нисәмә йылдар бергә уҡыған класташтар, атай-әсәй кеүек яҡын кешегә әйләнгән уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән айырылышыу еңел түгел. Алда уларҙы башланмаған яҡты киләсәк, өмөткә тулы, хыялға бай тормош юлы көтә. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

Ҙур тормошҡа әйҙәй еҙ ҡыңғырау
Ҙур тормошҡа әйҙәй еҙ ҡыңғырау
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: