+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2022, 16:20

Ҡортсолар тәжрибә уртаҡлашты

Үткән шәмбе Ҡотлоғужа ауылында оҫта умартасы Р.А.Халиҡовтың шәхси умарталығында районыбыҙ умартасылары тәжрибә уртаҡлашты, был һөнәр серҙәре менән бүлеште.

Ҡортсолар тәжрибә уртаҡлашты
Ҡортсолар тәжрибә уртаҡлашты

Умартасылыҡ өсөн тирә-йүн шарттары яҡшы булған, умарта ҡорттарына бал йыйырға уңайлы урын кәрәк. Рәдиф Халиҡовтың да умарталығы йортона яҡын ғына, уңайлы ерҙә урынлашҡан. Бында төрлө ағас, ҡыуаҡтар, үҙе сәскән баллы үләндәр үҫеп ултыра. Тирә-яҡта төрлө ваҡытта сәскә атыусы бал биреүсе үҫемлектәр үҫеүе бик һәйбәт. Умарта ҡорттары, баллы сәскәләрҙе эҙләп, 2-3 километрға осоп китәләр бит. Миҙгелдең ҡорттар бал йыя торған ваҡытында яҡында сәскә атыусы үҫемлектәр булмаһа, ваҡытлыса икенсе урынға күсерергә була.
Тәжрибә уртаҡлашыуға күпселек, яңы ғына ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башлағандар йыйылғайны. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, Рәдиф Халиҡов һәр береһенә ентекле, ябай тел менән аңлата барҙы. Күпселек умарта ҡорттарын һатып алғанда нимәгә иғтибар итеү, яҙғы-йәйге эштәр, умарта ҡорттары ғаиләһе, туҡландырыу тураһында һүҙ барҙы.
- Эшсе ҡорттары һәм үрсемдәре күп булған көслө ғаиләләр генә файҙалы була. Һатып алған ғаиләлә, әлбиттә, инә ҡорт булырға тейеш. Ул эшсе ҡорттар араһында кәүҙәһенең ҙурлығы һәм оҙонораҡ ҡорһағы менән айырылып тора. Умарта ҡорттарын һатып алғанда иғтибар менән тикшерергә, инә ҡортто табырға һәм уның имгәнгән булыу-булмауын ҡарарға кәрәк. Шулай уҡ инә ҡорттоң ни ҡәҙәр йәш һәм үрсемле булыуын белергә кәрәк. Ҡорт инәләре 5 йылға тиклем һәм унан оҙағыраҡ йәшәйҙәр, ләкин улар беренсе 2-3 йылда ғына күп үрсем бирергә һәләтле булалар. Ояларҙа йомортҡалар булмау дәдәндә ҡорт инәһенең булма-уын, йәиһә уның имгәнгәнлеген белдерә. Ғаиләләге ҡорттарҙың күплеген йәки көсөн ҡорттар йыйылған рам араларының һанына ҡарап самалап беләләр. Уларҙың көсө даими булмай, миҙгел һайын алышынып тора. Яҙғы эштәрҙең төп маҡсаты – бал йыйыу ваҡытына көслө ғаиләләр үҫтереү, - тип аңлатып үтте Рәдиф Абдулбарый улы.
Был осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙе генә булған Вәрисә Кәлимуллина һәр тарафта ярҙамсы булды. Ҡортсолар дәдәнде үҙҙәре асып, инә ҡорттарҙы эҙләне, күҙәтте, рамдарҙы ҡараны, ҡыҫҡаһы, был тәжрибә уртаҡлашыу файҙалы булды.
Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – умартасылыҡты үҙебеҙҙә ныҡлы үҫтереү өсөн ҡортсолар белгәндәрен өйрәтеп, белмәгәндәрен өйрәнеп тороу өсөн ошондай кәңәшләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу ҡорҙары бик кәрәкле. Был тәңгәлдә тәжрибәле белгес Рәдиф Халиҡовҡа алда ла ҡортсоларҙы йыйып тороуын теләп таралышты практик күнекмәлә ҡатнашыусылар. Бал ҡорттарын дөрөҫ тәрбиәләү өсөн ҡортсолоҡ нескәлектәрен төптән аңлап, сетерекле, үҙенсәлекле яҡтарын да белеү мөһим шул. Тәжрибә майҙансығы хужаһы быйылғы йылда “татлы бал” мул буласағын әйтеп, теләүселәргә инә ҡорт өсөн ситлек тә таратты.

Ҡортсолар тәжрибә уртаҡлашты
Ҡортсолар тәжрибә уртаҡлашты
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: