+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2022, 13:20

Өлгөлө ғүмер

Яҡташтарыбыҙ төрлөһө-төрлө сәбәптәр менән илебеҙҙең ниндәй генә тарафтарына таралмаған да, ниндәй генә тормош һуҡмаҡтарынан үтмәгән. Ғүмер булғас, әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә, уның үрҙәре лә, һикәлтәләре лә аҙ булмай. Бигерәк тә сит яҡтарҙа һине һаҡлап, яҡлап тороусы юҡ, үҙең өсөн үҙең көрәшәһең. Уҫал елдәр һағалап ҡына тора, ныҡышмал, тырыштар ғына үҙенә лайыҡлы урын табып, бәхет ҡапҡаларын аса ала. Тыуған төйәге, райондаштары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, өлгө булып йәшәй белгән яҡташтарыбыҙ аҙ түгел.

Өлгөлө ғүмер
Өлгөлө ғүмер

Ғафури урман сәнәғәтенең перспективаһыҙ хужалыҡтар иҫәбенә керә башлаған осоро ине. Ҡурғашлы ауылынан береһе һатыусы, икенсеһе тракторсы булып эшләп йөрөгән Маһинур менән Хәсән Ишмөхәмәтовтарҙың йәш ғаиләһе лә бер көн оло юлға ҡуҙғала. Сығып китеүҙәренең төп сәбәбе - кескәй улдарының сәләмәтлеген ҡайғыртыу, дауалау мөмкинселеге юғарыраҡ булған дауаханаларға яҡыныраҡ барып төпләнеү ине. Шулай итеп, улар Себер тарафтарында Сорғот ҡалаһына килеп туҡталдылар. Ят төбәк ҡолас йәйеп кенә ҡаршыламаһа ла, юлдары уңды уларҙың был яҡтарҙа. 30 йылға яҡын ғүмер күҙ асып йомған арала үтеп тә киткән. Бына тигән ул, ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙер ҡыҙҙары Гүзәл ғаиләһе менән әсәһенең тыуған яҡтары – Ҡурғашлыға йәшәргә ҡайттылар. Улдары Роберт өсөн оло хәсрәттәр татырға тура килде. Ул илебеҙ ҡушыуы буйынса ике йыл Афған һуғышында десантсы-сапер булып хеҙмәт итеп, ҡаты яраланып, ата-әсәһе йортона II төркөм инвалиды булып әйләнеп ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ”, “Дан” ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Һаулығы ныҡлы ҡаҡшап ҡайтһа ла тынғыһыҙ, намыҫлы яугир оҙаҡ йылдар Сорғот ҡалаһында Афғансылар ойошмаһының рәйес урынбаҫары булып эшләй. Ул хәҙер дин юлындағы хөрмәтле мосолман.
Маһинур апай менән Хәсән ағай балалар үҫтерәбеҙ, донъя көтәбеҙ тип кенә торманылар, ең һыҙғанып эшләнеләр ҙә, белемдәрен камиллаштырырға ла өлгөрҙөләр. Маһинур Сөләймән ҡыҙы юғары белем алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы финанс өлкәһендә маҡталып эшләһә, Хәсән Имаммөхәмәт улы оҙаҡ йылдар нефть өлкәһендә тир түгеп, намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәйҙең атҡаҙанған нефтсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ир-уҙаман.
Эшләгән, йәшәгән яҡтары нисек кенә һәйбәт булмаһын, ваҡыт, йәш үтеү менән барыбер тыуған яҡтар үҙенә тарта. Ишмөхәмәтовтар ҙа хаҡлы ялға сыҡҡас, оҙаҡ уйлап тормай, гүзәл Башҡортостаныбыҙға ҡайтырға ҡарар итәләр. Ғаилә башлығы Хәсән ағайҙың туғандары саҡырыуы буйынса Әлшәй районының Шафран ауылына ҡайтып төпләнәләр. Эш һөйөүсән, һәр кемгә ярҙамсыл ғаиләне ауыл халҡы яратып, үҙ итеп ҡабул итә. Хәҙер инде был яҡтарҙа ғүмер итеүҙәренә лә байтаҡ йылдар үтте. Бөгөн улар ауылдың иң хөрмәтле ғаиләләренең береһе. Береһе 83, икенсеһе 76 йәшен үткән яҡташтарыбыҙҙың көткән донъялары йәштәргә биргеһеҙ, ҡот ҡойолоп, нур сәсеп тора. Ҡайҙа ҡарама гөл-сәскәләр үҫеп ултыра, баҡса тулы төрлө ағас, йәшелсә, емеш-еләк - ботаник баҡса тиерһең. Райондың “Өлгөлө йорт”, “Өлгөлө баҡса” конкурстарында баһалы урындар алып, маҡталып, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булып торалар. Был ғаиләнең йорттарынан туған-ырыу, дуҫ-иштәр, ауылдаштар өҙөлмәй. Һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы алып оҙатыу уларҙың ғәҙәтенә ингән. Ә инде хужабикәнең аш-һыуға оҫталығына килгәндә, ашнаҡсыларың ситтә торһон! Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: айырыуса Маһинур Сөләймән ҡыҙының, олпат йәштә булыуына ҡарамай, әүҙемлегенә, тормошто яратып йәшәүенә хайран ҡалырлыҡ. Ауылда төрлө мәҙәни, дини саралар уның ҡатнашлыҡһыҙ үтмәй тиерлек. Дүрт йыл мәҙрәсәлә уҡып, уны тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, “мөғәллимә” тигән диплом алыуы ла оло хөрмәткә лайыҡ. Хәҙер үҙе генә дин юлында булыу түгел, башҡаларҙы ла Ҡөрьән Кәрим тәғлимәттәренә өйрәтә. Биш намаҙын ҡалдырмай. Ауылдың ағинәйе генә түгел, мәсеттең төп ярҙамсыларының береһе лә ул.
Әйткәндәй, Ҡурғашлы ауылында ла мәсет төҙөлә башлағас, улар улы Роберт менән ихлас күңелдән байтаҡ ҡына матди ярҙам күрһәтеп, ауылдаштарын шатландырҙылар. Яңы аяҡҡа баҫып килгән мәсет менән бәйләнеште өҙгәндәре юҡ, уның уңыштары, проблемалары хаҡында белешеп торалар, кәрәк икән ярҙам итәләр.
Ярҙамға мохтаждарға һис икеләнеп тормай ярҙам ҡулы һуҙыу, ауыр мәлдәрҙә ҡанатһыҙҙарға ҡанат ҡуйыу, йөрәк йылыһын биреү генә түгел, тормошта аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү кеүек мәлдәр – Маһинур апайҙың булмышында төп һыҙаттарҙың береһе. Бындай осраҡтар йәшәгән йылдарында бик күп булды.
Мәрхәмәтлек акцияларында ҡатнашмаһа ла, етемдәргә, яңғыҙлыҡҡа дусар булған оло быуын кешеләренә уның ярҙамы һанап бөткөһөҙ.
Хәҙер олпат йәшкә баҫҡан, 57 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Ишмөхәмәтовтар бәхетле атай, әсәй, олатай, өләсәй генә түгел, күптән ҡарт олатай, ҡарт өләсәй ҙә инде. Улар бөгөн ситтә йәшәһәләр ҙә, һәр саҡ тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнештә булған өлгөлө ғаилә.
Миңнура ШИРИЯЗДАНОВА.

Өлгөлө ғүмер
Өлгөлө ғүмер
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: