+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2022, 15:00

Һабан туйы - хеҙмәт туйы, борондан ҡалған йола

Матур йолаға ярашлы, быйыл да районда шаулап-гөрләп һабантуй байрамы үтеп китте. 4 июнь көндө “Лукойл” автозаправкаһы артындағы иркен майҙан барыһын да һабан байрамына йыйҙы.

Һабан туйы - хеҙмәт туйы,  борондан ҡалған йола
Һабан туйы - хеҙмәт туйы, борондан ҡалған йола

Һабантуй майҙаны матур итеп биҙәлгән, спорт, халыҡ уйындары, ат сабышы майҙансыҡтары булдырылған, тирмәләр, арт-объекттар урынлаштырылған. Күңелле көй-моңдар алыҫтан уҡ һәр кемде майҙанға саҡырып торҙо. Тик быҫҡаҡлап яуған ямғыр ғына байрам күрергә килеүселәрҙе ныҡлыҡҡа һынарға теләһә лә, байрам кәйефен төшөрә алманы.
Район һабантуйына, йылдағыса, күренекле яҡташтарыбыҙ, абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының 8-се саҡырылыш депутаты Динар Ғилметдинов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм башҡа ҡунаҡтарҙы, ҡаршы алып, оҙатып йөрөүсе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдиновты ололоҡлап, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Башҡорт милли кейемендәге Сәйетбаба һәм Еҙем-Ҡаран ауылы һәүәҫкәрҙәре ҡунаҡтарға баш-ҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын күр-
һәтте. Улар артынса Табын казактары хоры рус милли йолаһын, Яңғыҙҡайын һәм Үтәк һәүәҫкәрҙәре - татар, Мораҡ менән Аҡкүл һәүәҫкәрҙәре сыуаш халыҡ йолаларын тәҡдим итте. Артабан ҡунаҡтарҙы “Балалар Арбаты” ҡаршы алды, бында Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе балаларҙың бай ижади эштәре күргәҙмәләрен, “Олимп” спорт клубында шөғөлләнеүсе йәш дзюдосыларҙың күрһәтмә сығыштарын, “Десант” эҙәрмәндәр хәрәкәтендә шөғөлләнеүселәрҙең табыштарын, “Тирәккәй” балалар баҡсаһының, Бурлы урта мәктәбенең талдан үрелгән оҫталлыҡ эштәре, ра-
йон тыуған яҡты өйрәнеү музейы күргәҙмәләрен ҡараны. Ҡунаҡтар Баллы ихатала булды, Яңы Бурлы ауылынан Эльза менән Риф Мырҙағоловтар етештергән ҡымыҙҙан, Красноусол ағинәйҙәре әҙерләгән буҙанан, үҙәк район китапханаһы, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән төрлө шифалы үлән сәйҙәре, ҡайнатмаларҙан, башҡа төрлө милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, ҡунаҡтар “Алтын ҡурай”, “ШЭ Фомин” предприятиелары уңғандары тарафынан күмер өҫтөндә яңы ғына һәм күҙ алдында бешерелгән ҡоймаҡтар менән һыйланды, Мораҡ уңғандарының күргәҙмәһен тамаша ҡылды.
Бай йөкмәткеле күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, артабан ҡунаҡтар сәхнә янында трибунанан урын алды һәм алып барыусылар Һабантуй башланасағын хәбәр итте. Районыбыҙҙың барлыҡ мәҙәниәт коллективтары һәм балалар ҡатнашлығында сағыу сығыштар күрһәтелде. “Һабантуй-2022” флагын күтәреү хоҡуғы “Восход-СТ” АП ЯСЙ-енең генераль директоры Руслан Зәки улы Бакиров, “Урожай” КХ-һы ЯСЙ-е механизаторы Флүр Рауил улы Насретдинов, “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һының хужалыҡ мөдире Айгөл Расфар ҡыҙы Солтановаға бирелде.
Һабантуй асыҡ тип иғлан ителгәс, сәхнә түренә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы Азат Мөхәмәтшин, журналист, яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Ғафуриҙар - Гафурийцы” йәмәғәт ойошмаһының аҡһаҡалдар советы рәйесе Ниязбай Сәлимов, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы, “Ғафуриҙар - Гафурийцы” йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе Гөлназ Мирхәйҙәрова, “Красно-усол” ЯСЙ-е шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов саҡырылды. Төп доклад менән Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһаны.
-Бөгөн бәрәкәтле Ғафури ерендә барыбыҙ ҙа көтөп алған Һабантуй байрамы. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, ялан батырҙарына, ер кешеһенә дан йырлау йолаһы бар һәм беҙ бөгөн ошо байрамға йыйылғанбыҙ. Район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы Һабантуй байрамы менән ихлас ҡотлайым. Һабантуйҙа ғәҙәттә башҡарылған эштәрҙе барлайбыҙ. Ғафуриҙар уҙған йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы. Бөтөн ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан ауыл хужалығы продукцияһының тулайым йыйымы 2 млрд-тан ашыу һумлыҡ (101%) булды. Ағымдағы йылдың 1 майына ҡарата был күрһәткес 381 миллион һум тәшкил итте. Был хужалыҡ етәкселегенең һәм ябай хеҙмәтсәндәрҙең маҡсатҡа ярашлы эшләүе менән мөмкин булды. Ауыл хужалығы предприятиеларының потенциалы яҙғы баҫыу эштәрен үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп үткәрергә мөмкинлек бирә. Районда яҙғы культуралар 33 мең гектарҙа, шул иҫәптән яҙғы иген культуралары 11 мең гектарҙан ашыу, техник һәм мал аҙығы культуралары сәселде. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа 1400 гектарҙан ашыу майҙанда бәрәңге һәм башҡа йәшелсәләр ултыртылды. Майлы культуралар үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә, икенсе йыл рәттән соя культураһы сәсеп, һәр гектарҙан 30 центнерҙан ашыу төшөм алыуға өлгәшелә. Беҙ баҫыу батырҙарына тырышлыҡтары, яҡшы уңыш үҫтереп алыуға өлгәшеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе белдерәбеҙ. Район ҡошсолоҡ буйынса алдынғы урындарҙы биләй, был тәңгәлдә “Восход” АП-һында йылына 20 миллиондан ашыу тауыҡ йомортҡаһы етештерелә. Малсылыҡта эшләүселәрҙең хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ, улар мал һанын кәметеүгә юл ҡуймай, уңышлы ҡышлатып сығарҙы. Бөгөн районда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән 7 ауыл хужалығы ойошмаһы, 12 ауыл хужалығы кооперативы, 99 крәҫтиән-фермер, 13 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ мәшғүл. Беҙҙең төп байлығыбыҙ – райондың күп милләтле хеҙмәт һөйөүсән халҡы. Район иҡтисади һәм социаль өлкәне үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәргә эйә. Бөгөнгө байрам барыбыҙҙы ла берләштерҙе. Һабантуй барығыҙҙың да күңелендә матур тәьҫораттар ғына ҡалдырһын, йыл буйына етерлек көс-дәрт өҫтәһен. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, һеҙгә һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, татыу, күңелле һәм бәхетле йәшәйек, шатлыҡ-ҡыуаныстар юлдаш булһын, Һабантуй ҡотло булһын! Байрам менән! – тине Фәнзил Фәйез улы.
Артабан Ф.Сыңғыҙов яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса беренселекте алған “Восход-СТ” АП ЯСЙ-енә (генераль директоры - Руслан Зәки улы Бакиров) – 25 000, икенсе урынға лайыҡ булған “ШЭ Риф Вәкил улы Мөьминов” КФХ-һына - 20 000, өсөнсө урын яулаған “Урожай” КХ ЯСЙ-е (Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов) менән “ШЭ Геннадий Михайлович Тахтаров” КФХ-һына 15-әр мең һумлыҡ бүләк сертификаттары тапшырҙы. Бер төркөм алдынғыларҙы район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләне.
Артабан һүҙ Динар Ғилметдиновҡа бирелде. Ауыл хужалығы эшсәндәрен байрам менән ҡотланы, уңыштар теләне һәм Фәнзил Сыңғыҙовты Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Яҡташыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов та байрамға буш ҡул менән килмәгән. Барыһын да БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К.Б.Толкачев, депутаттар корпусы һәм шәхсән үҙе исеменән байрам менән тәбрикләп, ауыл хужалығы эшсәндәренә уңыштар теләне һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовты “Башҡортостан Республикаһында законлылыҡты нығытыуҙа айырым өлөшө өсөн” маҡтаулы билдәһе, бер төркөм алдынғыларҙы РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Илдар Мәүлетбирҙин да байрам менән тәбрикләп сығыш яһағандан һуң, бер төркөм алдынғыларға БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттарын, Азат Мөхәмәтшин БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Яҡташтарыбыҙ Нияз Сәлимов менән Гөлназ Мирхәйҙәрова байрам менән тәбрикләп, Өфөлә йәшәгән яҡташтар-ғафуриҙар исеменән Игенселәр ауылынан 9 бала тәрбиәләгән Ләйсән Шәриповаға һәм Ҡурғашлы ауы-лынан Гөлдәр Әмирхановаға бүләктәр тапшырҙы.
Һабантуйҙың рәсми өлөшө тамамланғас, сәхнә түре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, коллективтарға бирелде. Кырандастар парады үтте. Кырандастарҙа районыбыҙҙың иң яҡшы хеҙмәт династиялары (Фәйзуллиндар, Сухоруковтар, Шаровтар, Хисаметдиновтар, Ҡорбанғоловтар, Фәтҡотдиновтар һәм башҡалар) вәкилдәре: механизаторҙар, тракторсылар, машина менән һыйыр һауыу оҫталары, педагогтар, урмансылар урын алған. Спорт бәйгеләре, халыҡ уйындары барған урындарҙа айырыуса йәнлелек ине. Тирмәләр янында ла халыҡ күп булды. “Ғафури мәғлүмәт үҙәге” сатыр ҡороп “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәренә яҙылыуҙы ойошторҙо, “Берҙәм Рәсәй” гәзитенә яҙылып, төрлө бүләктәр алырға мөмкин булды.

Һабан туйы - хеҙмәт туйы,  борондан ҡалған йола
Һабан туйы - хеҙмәт туйы, борондан ҡалған йола
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: