+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2022, 18:40

Татыу ғаилә – ауыл күрке

Ауыл күрке, йәштәргә матур өлгө булып йәшәгән ғаилә парҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Яңғыҙҡайын ауы-лында йәшәүсе Суфия менән Мансур Вәлишиндар 61 йыл инде ауылдаштары алдында татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтәләр.

Татыу ғаилә – ауыл күрке
Татыу ғаилә – ауыл күрке

Вәлишиндар Яңғыҙҡайын ауылында тыуып үҫәләр. Бер мәктәптә уҡып белем алалар. Бар ғүмерҙәрен тыуған ауылдарына, үҫеп килгән йәш быуынға белем-тәрбиә биреү эшенә бағышлағандар. Икеһе лә һуғыш осоро балаһы.
Мансур Сафа улы мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алынып, Японияла өс йыл хеҙмәтен тултырып ҡайта. Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән егет Стәрлетамаҡ пединститутының физика-математика факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш мөғәллим 1963 йылда тыуған мәктәбендә тәүге хеҙмәт юлын башлап, уҡыусыларға физика-математика фәне серҙәрен аса. Суфия Шәрифулла ҡыҙы иһә Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. Ауылдаш булһалар ҙа, уларҙы Стәрлетамаҡ осраштыра һәм бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабынып, 1961 йылда өйләнешәләр. Балалар уҡытып, ярайһы ғына тәжрибә туплаған Мансур Вәлишинға 1968-1974 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһында эшләргә лә тура килә. Ә Суфия Шәрифулла ҡыҙы йәшлегендә һайлаған һөнәрен алыштырырға ҡарар итә, белемен камиллаштырып, мәктәптә татар теле һәм әҙәбиәте, һуңынан башланғыс кластар уҡытыусыһы булып 35 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Мансур Сафа улы 1998 йылдан хаҡлы ялда. Хәҙер улар олпат йәштәләр, Мансур ағайға – 89, Суфия апайға 81 йәш.
Вәлишиндар өс ҡыҙ һәм ике улға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Илмира менән Гөлназ ғаиләләре менән Нижневартовск ҡалаһында төпләнгән, өлкәне - һөнәре бу-йынса шәфҡәт туташы, хәҙер хаҡлы ялда, икенсеһе – бухгалтер, Гөлшаттары Стәрлетамаҡта йәшәй, бала табыу йортонда акушерка булып эшләй, улдары Илфат Яңғыҙҡайында төпләнгән, шәхси эшҡыуар, ауылдағы “Ауыл-даш” магазины хужаһы, Илдар иһә атаһы кеүек Стәрлетамаҡ физика-математика факультетын тамамлаған, Өфөлә Росреестр идаралығында мәғлүмәт технологиялары бүлегенең баш белгес-эксперты булып эшләй. Вәлишиндар 5 ейән-ейәнсәрҙең, 4 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе, ҡартатай-ҡартәсәһе булып ғүмер йомғағын һүтәләр.
Һәр эште кәңәш-төңәш итеп, бер төптән башҡарырға күнеккән, егәрлелектәре менән айырылған Вәлишиндар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәре һалып сыҡҡан йорттарында гөрләтеп донъя көтәләр, баҡсала бәрәңгеһен дә сәсәләр, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, мул уңыш алалар.
Яҙмыштары ла, тормоштары ла йәш быуын өсөн матур өлгө булып тора уларҙың.

Татыу ғаилә – ауыл күрке
Татыу ғаилә – ауыл күрке
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: