+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2022, 20:30

Яңы йондоҙҙар ҡабынды

1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөндә районыбыҙҙа бик күп саралар уҙҙы. Шуның береһе – район мәҙәниәт һарайында балалар араһында тәү тапҡыр ойошторолған “Ғафури йондоҙсоҡтары-2022” район смотр-конкурсының Гала-концерты йәш һәләттәрҙе үҙенә йыйҙы. Тамашасыларға конкурстың иң сағыу сығыштары ғына тәҡдим ителде. Был сараға мәҙәниәт һарайының ижади коллективы махсус рәүештә “Ғафури йондоҙсоҡтары” гимнын ижад иткән. Гала-концерт Владислав Ларионов башҡарыуында тап ошо гимн менән асылды.

Яңы йондоҙҙар ҡабынды
Яңы йондоҙҙар ҡабынды

21 майҙа күп жанрлы смотр-конкурстың һайлап алыу туры үтеп, унда жюри тарафынан иң-иңдәр һайлап алынды һәм Гала-концерт менән йомғаҡланды. Йәш һәләттәрҙең сығыштарын Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова етәкселегендә мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Лена Рябова, Фәнзил Ғәлин, Ольга Кирдеева, Данир Мәсәлимовтан торған жюри ағзалары баһаланы.
Йыр жанрында Гөлфиә Ханнанова менән Вәсилә Хафизова, шиғыр һөйләү буйынса Агнесса менән Амелия Әсәҙуллиналар, Эмилия Мәҡсүтова, инструменталь жанрҙа Алиса Ғарипова, ҡурайҙа “Сыңрау торна” көйөн уйнап ишеттергән Илһам Рәхимовтың, “эстрада бейеүе” номинацияһында Ольга Кирдеева етәкселегендәге “Эксклюзив”, “Альянс” (етәксеһе – Светлана Бакаева) хореографик коллективтары, Русана Зәйнуллина, Зарина Юлбарисова, Регина Мәхмүтоваларҙың берлектәге (трио) бейеүен, “халыҡ бейеүен яңғыҙ башҡарыу” номинацияһында Динара Юнысова, Наҙгөл Зәйнетдинова, Вадим Хисаметдинов, Азалия Мөхәмәтова, Максим Трофимовтың, “халыҡ бейеүе – ансамбль” номинацияһында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 1 “Б” класы уҡыусыларының “Бал ҡорттары”, 1 “А”-ның “Беләҙек сыңы”, Алмаз Фәтҡуллин, Вадим Хисаметдинов, Айгөл Ғәҙелшина берлектәге (трио) “Батыр әтәс” бейеүе һәм башҡа сығыштарҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Сығыштар төрлө дәрәжәләге лауреат Дипломдары, бүләктәр, шулай уҡ номинациялар буйынса ла иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды. “Ҡайнар йөрәк” номинацияһында Омар Алиян, “Иң бәләкәс ҡатнашыусы” – 4 йәшлек Эмилия Мәҡсүтова бүләкләнде.
Бына иң тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы мәл етте. Конкурстың Гран-приһына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү өсөн жюри рәйесе Гөлсөм Монасипова сәхнә түренә саҡырылды. “Нәфис һүҙ” номинацияһында Табын коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы Айнур Богданов (Рәсүл Ғамзатовтың “Әсә тураһында һүҙ” шиғырын әҫәрләнеп уҡып ишеттерҙе), бейеү буйынса Амелия Батыршина, йырҙа Алһыу Ғәлимова Гран-приға эйә булды һәм бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Барыһы ла тамашасыларға үҙ сығыштарын бүләк итте.
Йәш һәләттәр конкурсы күмәк фотоға төшөү менән тамамланды. Конкурсты Елена Николаева алып барҙы.

Яңы йондоҙҙар ҡабынды
Яңы йондоҙҙар ҡабынды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: