+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2022, 14:50

Берҙәмлектә - көсөбөҙ

1 июлдә Красноусолда тантаналы шарттарҙа Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнде

Берҙәмлектә - көсөбөҙ
Берҙәмлектә - көсөбөҙ

1 июль - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө. Тап ошо көндө Красноусолдағы Хәрби Дан аллеяһы янында был датаға арналған митинг үтте.
Рәсәй өсөн Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләп иҫкә алырға район
хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге район хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров, районыбыҙҙың ойошма-предприятиелары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, “Десант” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ район ҡунаҡтары – шифаханала ял итеүсе Өфө ҡалаһынан Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан дүрт яугир килде.
Тантаналы сараға йыйы-лыусыларҙы район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Елена Петрова менән Ҡадир Ишбулдин сәләмләгәндән һуң, район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимов митингыны асыҡ тип иғлан итте. Митинг Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндарын тыңлау менән башланды.
- Бөгөн беҙ Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә Ватаныбыҙҙы яҡлап һәм һаҡлап яуҙарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә батырҙарса һәләк булғандарҙы иҫкә алырға йыйылғанбыҙ, - тигән һүҙҙәр менән башланы үҙ сығышын район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы. – Улар – Бөйөк Ватан һуғышы, афған, чечен һуғышы ветерандары. Бөгөн улар иҫәбенә Украинала, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа өҫтәлде. Беҙ һәләк булған яугирҙарҙың батырлығын онотмайбыҙ, иҫәндәргә рәхмәтлебеҙ. Бөгөн хәрби хәрәкәттәр ветерандары Ватаныбыҙ өсөн үҙҙәренең йәндәрен бирергә әҙер торған ысын ил һаҡсыларын – йәш илһөйәрҙәрҙе тәрбиәләйҙәр. Бөгөн районыбыҙҙан 12 кеше Украинала нацизмға ҡаршы махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тап уларҙы ысын патриоттар тиергә була. Һеҙгә, ветерандар, кесе Ватаныбыҙҙың намыҫлы илһөйәр улдарын тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Артабан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарға хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров менән ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова еткерҙе. Илфат Рәхимйән улы тантаналы шарттарҙа Илнур Миңнур улы Ғилманов менән И.М.Князевҡа РФ хәрби хәрәкәттәр ветерандары миҙалдарын, Эльвира Әнүәр ҡыҙы байрам уңайынан ветерандар А.П.Мигунов, М.М.Хәйруллин, К.Ф.Хәлитовҡа район ветерандар ойошмаһының Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.
Сараға саҡырылған Өфө ҡунаҡтарының береһе һүҙ алып:
- Рәсәйебеҙ шундай яҙмышҡа дусар булып, нацизмға ҡаршы көрәш бурысы ҡуйылған икән, беҙгә нисек кенә ауыр булмаһын, күпме юғалтыуҙар булды, әммә беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәйбеҙ. Махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ мәрхәмәтле кешеләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Ветерандарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ. Беҙгә хаттар ҙа яҙалар, хатта балаларҙан да хат-хәбәр алабыҙ, әлбиттә, барыһын да асып уҡыйбыҙ, улар беҙгә рухи көс, ҡыйыулыҡ өҫтәй! – тине ул.
Рәхмәт һеҙгә! Һеҙ – ысын батырҙар! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, иҫән-һау булығыҙ! – тигән теләктәр яңғыраны уларға ҡарата.
Митингыла ҡатнашыусылар локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып, хөрмәтләп иҫкә алды. Өс тапҡыр автомат залпы яңғыраны. Локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға гөлләмәләр, сәскәләр һалынды.
Сара ветеран-афғансы, “Перевал” төркөмө солисы Марс Хәйруллин башҡарған йырҙар менән тамамланды.

Берҙәмлектә - көсөбөҙ
Берҙәмлектә - көсөбөҙ
Берҙәмлектә - көсөбөҙ
Берҙәмлектә - көсөбөҙ
Берҙәмлектә - көсөбөҙ
Берҙәмлектә - көсөбөҙ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: