+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2022, 18:00

Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә

8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайы фойеһында матур байрам сараһы үтте. Унда тормош юлын 50-60 йыл иңгә-иң терәп үткән дүрт ғаилә “алтын”-“гәүһәр” (бриллиант) туйҙарын билдәләүсе, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған бер ғаилә тәбрикләнде. Күркәм кисә алып барыусылар Елена Николаева менән Владислав Ларионов башҡарыуында “Ғаилә гимны” менән башланып китте.

Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә

Был байрам тантанаһында алтын туйҙарын билдәләгән районыбыҙҙың күркәм ғаилә парҙары - Красноусолдан Әсмә Әхмәт ҡыҙы менән Әнүәр Сибәғәт улы Кәлимуллиндар, Ҡормантауҙан Фирҙәүсә Рәшит ҡыҙы менән Камил Камалетдин улы Яҡуповтар, Бурлынан Рауза Хөрмәтулла ҡыҙы менән Рәүф Ғәни улы Шәриповтар, Имәнлек ауылынан 60 йыл иңгә-иң терәп, татыулыҡта йәшәп, гәүһәр туйҙарын байрам иткән Миңнеүәрә Ғиниәт ҡыҙы менән Мөхәмәт Мырҙабай улы Ғибаҙуллиндарҙың урыны түрҙә булды. Мораҙ ауылынан 61 йыл тиңлектә-тигеҙлектә, һәр кемде һоҡландырырлыҡ ғүмер кисергән Нәжибә Шәмсетдин ҡыҙы менән Әхтәм Сәғиҙулла улы Шәриповтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы һәм район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Ғаиләләрҙең һәр береһе үҙенсә бәхетле, һәр ғаиләнең үҙенә генә хас шатлығы, ҡыуанысы бар, улар бер-береһенән ғәҙәттәре, йолалары, йәшәйештәре менән айырыла. Тантана барышында кисәне алып барыусылар һәр ғаилә менән таныштырып үтте.
Һабай ауылы ҡыҙы Нәжибә менән Мораҙ ауылы егете Әхтәм Шәриповтарҙың никахтары 1961 йылдың 24 ғинуарында теркәлә һәм ошо көндән ғаилә Мораҙ ауылында төпләнеп йәшәй. Икеһе лә бар ғүмерҙәрен “Еҙем” колхозындағы эшкә бағышлаған, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булғандар. Ғаилә башлығы Әхтәм Сәғиҙулла улы колхоздың данлыҡлы механизаторы була. Хеҙмәт Даны ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, 1973, 1974, 1977, 1978 йылдарҙа “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Унынсы биш йыллыҡ ударнигы” билдәләре менән бүләкләнә. Шәриповтар 8 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, бөгөн алтауһы иҫән. Ҡыҙҙары Нәфисә - элемтә өлкәһендә, Гөлнур – төҙөүсе, Рәүиә – парикмахер, Гөлгөнә – штукатур-маляр, Ләйлә рәссам-биҙәүсе, улдары Илфат трамвай водителе. Нәжибә Шәмсетдин ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.
Районыбыҙҙың йәнә бер күркәм ғаиләһе – Әсмә менән Әнүәр Кәлимуллиндар. Әнүәр Сибәғәт улы Ғафури урман хужалығында эшләп хаҡлы ялға туҡтай, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, “СССР урман хужалығы отличнигы”, төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Әсмә Әхмәт ҡыҙы бар ғүмерен Красноусол үҙәк район дауаханаһына бағышлаған, “Башҡортостан Республи-каһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған, төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Кәлимуллиндар өс ҡыҙға ғүмер биргән, биш ейән-ейәнсәрҙәре, бер бүләсәрҙәре бар.
Рауза менән Рәүф Шәриповтар өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, дүрт ейәнгә яратҡан олатай-өләсәй ҙә үҙҙәре. Ғаилә башлығы Рәүф Ғәни улы 40 йылдан ашыу Табын урмансылығында урмансы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. “СССР-ҙа дәүләт урмандарын һаҡлау хеҙмәтенең 10 йыллығы” билдәһенә лайыҡ булған. Рауза Хөрмәтулла ҡыҙы Бурлы ауыл хакимиәтендә эштәргә идара итеүсе булып эшләгән, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә. Икеһе лә “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Фирҙәүсә менән Камил Яҡуповтар өс ҡыҙ, бер улға ғүмер биргәндәр, дүрт ейән, ике ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе булыу бәхетен кисереп ғүмер итәләр. Камил Камалетдин улы Бурлы ауыл Советы рәйесе, Ҡормантауҙа ҡаҙ фермаһында управляющий булып эшләй, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Фирҙәүсә Рәшит ҡыҙы колхозда һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, хеҙмәт стажы – 40 йылдан ашыу, “Һауынсылар араһында чемпион” исеменә лайыҡ булған. Яҡуповтар “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Миңнеүәрә менән Мөхәмәт Ғибаҙуллиндар – бергә 60 йыл! Икеһе лә бар ғүмерҙәрен колхозға бағышлағандар, Мөхәмәт Мырҙабай улы – тракторсы, Миңнеүәрә Ғиниәт ҡыҙы сөгөлдөр үҫтерә. Улар биш балаға ғүмер биреп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп, үҙҙәренең татыу, мөхәббәтле ғаиләһендә биш баланы аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығарғандар, хәҙер 9 ейәндәрен тәрбиәләшеүҙә ярҙам итәләр.
50, 60, 70, 75 йыл бергә ғүмер итеүсе ғаилә парҙарын тәбрикләү тураһында Республика Президентының 2003 йылдағы Указы нигеҙендә Ҡотлау һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу, шулай уҡ бер ғаиләне Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип аталған үҙенсәлекле миҙал (районыбыҙҙа 2012 йылдан алып тапшырыла килә) менән бүләкләү йолаһы йәшәп килә. Тантаналы сараға саҡырылыусы күркәм ғаилә парҙарын район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов матур байрам менән тәбрикләп үтте һәм БР Башлығы бүләктәрен һәм миҙалды тапшырҙы.
Ошо уҡ көндө Красноусолда йәшәүсе ике әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Улар: Рәйлә Хәмит ҡыҙы Кальсина – Красноусол үҙәк район дауаханаһында ЭВМ операторы булып эшләй. 5 бала – Анатолий, Дмитрий (Санкт-Петербург, Ишембай ҡалаларында эшләп йөрөйҙәр), Артур (4-се класты тамамлаған), Марсель менән Фәрит балалар баҡсаһына йөрөй.
5 бала әсәһе Эльза Рәүф ҡыҙы Ҡасимова – Красноусол балалар шифаханаһында официант. Улы Эмиль – 8-се, ҡыҙҙары Лиана – 6-сы, Рузалина – 5-се, Зарина 3-сө класты тамамлаған, иң кесеһе 6 йәшлек Рамазан балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаилә юбилярҙарына Наил Вәлиев (баян) менән Илнур Ғөбәйҙуллин (ҡурай) музыкаль күстәнәстән “ауыҙ иттерһә”, Ҡадир Ишбулдин, Елена Николаева, Владислав Ларионов йырҙарын бүләк итте.
Байрамда ҡатнашыу-сылар башта үҙәк район китапханаһы тырышлығы менән ойошторолған бер нисә ҡул эше, аш-һыу оҫтаһы күргәҙмәһен ҡараны, китапхана хеҙмәткәрҙәре шифалы үлән сәйҙәре, фотоға төшөү урыны әҙерләгән.
Ғаилә – ил тотҡаһы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ошондай ныҡлы, татыу, өлгөлө ғаиләләр күберәк булһын, тигән теләктә ҡалды байрам сараһында ҡатнашыусылар.

Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Йәшәү йәме - татыулыҡ һәм мөхәббәттә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: