+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2022, 09:25

Баҡсалары - йәмле, табындары - һыйлы

Үтәк ауылында йәшәүсе баҡсасы Гөлсинә менән Тәлғәт Зөбәйеровтар тураһында күптән яҙырға уҡталғайным, тик бер нисек тә юл төшмәй ине. Ниһайәт, баҡсаларын барып күреү форсаты тейҙе. Красноусолда уҙған һәр бер йәрминкәлә үҙ продукциялары менән ҡатнашҡан Гөлсинә апай менән тап йәрминкәлә танышырға тура килгәйне. Үтәк ауылында хәҙер үҙ кешегә әйләнгән апайҙы ауыл кешеләре алдынғы ҡарашлы, егәрле, зауыҡлы, һәр яҡтан килгән ханым тип белә. Ғөмүмән, ҡулынан килмәгән эше юҡ: тормош иптәше Тәлғәт ағай ярҙамы менән (үҫентеләрҙе ултыртыу өсөн ер, ашлау өсөн ашламалар әҙерләүгә күп көс һала) гөрләтеп баҡса, сәскәләр үҫтерә, төрлө милләттәрҙең аш-һыуын, эсемлектәр әҙерләй, буш ваҡыты булдымы картиналар сигә. “Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә”, тиҙәр, ғәҙәттә, ундайҙар хаҡында.

Баҡсалары - йәмле, табындары - һыйлы
Баҡсалары - йәмле, табындары - һыйлы

Бал ҡорттарылай уңған Зөбәйеровтар һәр саҡ хәрәкәттә, яратҡан шөғөлдәре менән мәшғүл. 30 сутый тәшкил иткән баҡсаларында нимә генә үҫмәй! Иртә яҙҙан көҙгәсә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләре балҡып ултыра, баҡсаларында йәшелсәләре ишелеп уңа. Ауылдаштары һыйланып ҡыуана, теләүселәр үҫентеләр (рассада) алып үрсетә.
Үҫентеләрҙе үҙҙәре әҙерләгән Зөбәйеровтар көндәр йылына башлау менән йәшелсә ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү мәшәҡәтенә сума. Ҡыяр-помидорҙар – теплицала, башҡаһы асыҡ һауала, йәғни түтәлдәрҙә урын ала. Помидорҙы 150-ләп төп ултырталар.
- Пенсияға әҙ булһа ла иш янына ҡуш булһын тип тырышабыҙ инде, - ти улар. - Балаларҙы ла аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тинек, хәҙер барыһының да үҙ фатирҙары, йорттары бар, һәр эштә ҡайтып, ярҙамлашып торалар. Быйыл уларҙың ярҙамында төҙөлөш эше - шлакоблоктан төкәтмәләп өйөбөҙҙө яңыртыу мәшәҡәте менән йәшәйбеҙ. Күп йылдар һөт кәзәләре аҫраныҡ, брынза, сырҙар, ҡуйыртылған һөт, кочетто, резотто, төрлө-төрлө сырҙар әҙерләнек. Көҙ көнө коронавирус менән сирләгән инек, кәзәләребеҙҙе һаттыҡ. Хәҙер брама тоҡомло ит-йомортҡа тауыҡтары аҫрайбыҙ. Ерҙе сәсеүгә әҙерләүҙә ҡул менән мәшәҡәтләнмәйбеҙ, мотоблок (ҙуры ла, бәләкәйе лә бар) ярҙамға килә, бәрәңге һәм башҡаһының араларын бәләкәй мотоблок менән йомшартабыҙ, күмәбеҙ. Ҡоротҡостарға ҡаршы химия ҡулланмайбыҙ, һеркә, көл ҡушып әҙерләнгән иретмәләр һибеп, уларҙы юҡ итәбеҙ, - ти Гөлсинә Әнүәр ҡыҙы.
Ихлас Гөлсинә апай Ташкентта йәшәгәндә төп эштәренән тыш, нисек йәшелсәселек менән шөғөлләнеүҙәрен һөйләй-һөйләй мине рәт-рәт булып теҙелеп киткән түтәлдәрҙәге йәшелсәләр менән таныштырҙы, нисек үҫтереүҙәрен, тәрбиәләүҙәрен, шифалы үлән-тәмләткестәрҙең файҙаһы тураһында ентекләп аңлатма, кәңәштәрен бирҙе. Ҡайһыларын тәмләтеп тә ҡараны. Ара-тирә уларҙан ниндәй ашамлыҡтар әҙерләп булыу рецебы менән дә уртаҡлашты. Ә яңы ултыртылған емеш ағастарының һәр ҡайһыһына исемдәре яҙылған биркалар элеп ҡуйған.
- Емеш ағастарынан ҡара миләш, балан, айыу баланы ла (жимолость) бар. Питомниктан алып ҡайтып алма, груша ағастары ултырттыҡ, ике төп миндаль ағасы быйыл тәүгеһенән алһыу булып иҫ киткес матур сәскә атты. Һарымһаҡ, һуғандан йыл да 80-100 кг уңыш йыйып алабыҙ, ауылда өйҙән дә килеп алалар, йәрминкәгә лә һатыуға сығарам. Төрлө емеш-еләктән ҡайнатмалар, йәшелсәләрҙе тоҙлауҙан тыш, консерваланғандарын йәмғеһе 200-300 банка ябабыҙ.
Түтәлдәрҙә эре-эре һарымһаҡ-һуғандар, орлоҡ һуған-һарымһаҡтары, болғар (татлы) һәм әсе борос, баклажан, кориандр, кабачки, брокколи, рукколо, ҡарбуз, ҡауын (дыня), ҡабаҡ (голосемянка тигән сорт), төрлө салат япраҡтары, күсәнле салат, шпинат, фасолдең төрлө сорты, кукуруз да үҫеп буй еткерә, борсаҡ та ултыртҡандар, иртә яҙҙан бөтөн йәшел тәмләткестәрҙе (кинза, базилик, петрушка һәм башҡалар) баҡсанан өҙөп алып ашайҙар, эксперимент түтәле лә бар. Баҡса чабрецы, Ташкент мятаһы ла бар, һуңғыһының тәме беҙҙәгенән айырыла. Бәрәңгенең (4-5 сорты), кәбеҫтәнең төрлө сортлыһын айырып ултыртып, хатта Пекин кәбеҫтәһен дә үҫтерәләр. Еләк плантацияһында еләктәре ишелеп уңа.
- Ер беҙҙе туйындырыусы бит. Уға эйелеүең генә бурыс, уны тәрбиәләп, ашлап торһаң, һиңә ашы, йәғни ишелеп уңған емештәре менән ҡайтара. Беҙҙең еребеҙ йәй буйына буш тормай, өлгөргән йәшелсәләрҙе йыйып алабыҙ ҙа икенселәрен ултыртабыҙ. Бына һарымһаҡты алам да урынына Пекин кәбеҫтәһен 300-ләп төп үҫенте яһап ултыртабыҙ, көҙгә мискә-мискә кәбеҫтә тоҙлайбыҙ. Бары тик кукурузда ғына кешегә бик тә кәрәкле булған алтын элементы бар, уны сәләмәтлек өсөн һис шикһеҙ ашарға кәрәк. Мин кукурузды балаларға, ейәндәремә бешереп ашатам, бик-бик тәмле була, уны айырыуса яраталар. Иртән йыйып бешереп, пары сығып торған кукуруздарҙы йәрминкәгә лә сығара инем. Тора-бара, хәлдән килмәй башлаһа, был баҡсаны емеш ағастары баҡсаһына әйләндерербеҙ тип уйлайбыҙ, - ти хужабикә. – Ауыл, урамыбыҙ тыныс, кешеләр һәйбәт, йәшәгән урыныбыҙ иң матур урында тура килде, ҡояш байығанын, көн тыуғанын күрәбеҙ, ожмахҡа килеп эләккән кеүек йәшәйбеҙ. Баҡсаға сыҡһаҡ, тәбиғәт хозурлығынан хайран ҡалабыҙ.
- Беҙ йәшел тәмләткестәрҙе күпләп ашарға күнеккәнбеҙ, шуға ла өҫтәлдән өҙөлмәй. Айсберг сортлы салат япрағын шаурмаға һалабыҙ, унан голубцы эшләйем, ул айырыуса файҙалы, үҙенсәлекле килеп сыға. Ташкентта ғәҙәттә бындай голубцыны ресторандарҙа ғына бирәләр ине.
Орлоҡтарҙы башта яҙҙырып та алған, хәҙер барыһын да үҙе әҙерләй. Гөлсинә апайҙың һәр төрлө орлоҡтары үҙе теккән ваҡ ҡына тоҡсайҙарҙа һаҡлана, һәр ҡайһыһының исемдәрен, ҡасан сыҡҡанын, күпме йыл һаҡланыуын тәфсирләп яҙып ҡуйған. Башта ләлә сәскәһе сәскә ата, Ташкенттан үҙебеҙ менән алып ҡайтҡан ҡыҙыл ләләләр айырыуса эрелеге менән айырыла, унан һуң урындағы башҡорт сортлылары, улар сәскә атып бөткәс, декоратив мәктәргә сират етә. Бальзамин, йәсмин, аҡсәскәләр (ромашка) – барыһы ла сәскәлеккә үҙенсәлекле биҙәк өҫтәй. Төрлө емеш-еләктән эсемлектәр, һуттар һәм башҡаһын әҙерләй. Ҡунаҡсыл, ихлас, баҡсасы ғына түгел, аш-һыу оҫтаһы ла булған Гөлсинә апай үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙән әҙерләгән ризыҡтар менән дә һыйлап, ҡайһы бер орлоҡтар ҙа биреп ҡайтарҙы. Кешеләр араһында тау–кешеләр була, хәрби кешеләр, кешеләр – һарайҙар, кешеләр – хәрби парадтар, ә мин – ябай иҫке ишек, әммә баҡсаға асылам, тип бер аҡыл эйәһенең һүҙҙәрен дә әйтеп ҡуйҙы баҡсасылыҡҡа мөкиббән Гөлсинә апай. (руссаһы: Есть люди-горы, люди – военные, люди – дворцы, люди - военный парад, а я обычная старая дверь, но я открываюсь в сад).
Зөбәйеровтарҙың ҡунаҡсыл йорто балаларын, ейәндәрен йылы, хәстәрлекле, һый-ниғмәтле өҫтәл менән ҡаршы ала. Балалары ла йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Барыһы ла Октябрьскийҙа төпләнгән, улдары Юнир ғына үҙҙәренә яҡын – ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй. “Тепловодоснабжение” МУП-ында осенезатор автомашинаһы водителе. Быйыл уға өр-яңы автомашинаны ышанып тапшырғандар. Был хаҡта яҙып, улының фотоһүрәтен гәзиткә төшөрөүебеҙ тураһында Гөлсинә Әнүәр ҡыҙы ғорурлыҡ менән һөйләп алды.
Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тырышып баҡса үҫтергән, ерҙәренең бер өлөшөн дә буш ятҡырмаған Зөбәйеровтарҙан өлгө алырға мөмкин.
Индира ИШКИНА.

Уңғандарҙың уңышы мул була

Район үҙәге Красноусолда уҙған йәрминкәләрҙә асыҡ йөҙлө был апайҙы йыш күрергә мөмкин. Баҡса емештәренән эшләгән төрлө-төрлө салат, ҡайнатмалары тиҙ арала үҙ һатыусыһын таба. Һәр береһенә иғтибарлы, кәрәк булһа, рецептарын да яҙа, теге йәки был орлоҡто нисек ултыртыу буйынса кәңәштәрен бирә. Әйҙәгеҙ, уның менән яҡындан танышайыҡ.
- Гөлсинә апай, һеҙ бит Үзбәкстанда тыуып үҫкән, шунда ғаилә ҡороп йәшәгән кеше. Ғафури тарафтарына ниндәй елдәр ташланы?
- Атай-әсәй икеһе лә Ҡырмыҫҡалы районынан, береһе - Тимкә, икенсеһе Арыҫлан ауылынан. Заманында Үзбәкстанға барып төпләнгәндәр. Шунда балалар үҫтерҙеләр, атайым пенсияға сығып оҙаҡ йәшәмәне, вафат булды. Әсәйем инде оло йәштә, кесе һеңлем менән шул нигеҙҙә йәшәй. Урта Азия республикаларында 1990 йылғы сыуалыштар башланғас, иптәшем менән ике тапҡыр Рәсәйгә ҡайтырға тип йыйындыҡ. Ә ҡайтыуыбыҙ, Үтәктә өй алыуыбыҙ 2006 йыл ғына булды. Ә гражданлыҡты үҙем - 3 йыл, ә иптәшем Тәлғәт 5 йыл тигәндә алды.
- Ауыл халҡы нисек ҡабул итте?
- Өйрәнеп китеү, дөрөҫөн әйтәйек, еңелдән булманы. Юҡ, ауыл халҡы, бигерәк тә күршеләр, тиҙ ҡабул итте. Беҙ Шишмә исемле урамда торабыҙ, исеме генә ни тора! Урамдың буйынан-буйына ағастар ултыртылған, сиртмәле Мостафа ҡойоһо ла бар. Иртән тороп сыҡһам, саф һауа, ярыша-ярыша ҡоштар һайрай. Ата-бабаларым төйәге булған Башҡортостанға ҡайтыуыбыҙға шатбыҙ. Күршемдә йәшәгән Фәнис Фәтҡуллиндар менән ике арала кәртә лә юҡ, шөкөр, матур, аңлашып йәшәйбеҙ. Тик ғүмер буйы көткән, күпме көс һалып төҙөгән йорт-ҡаралтыны ташлап китеү, инде йәшебеҙ 60-тан уҙғанда яңы урынға берегеп китеү генә тиҙ түгел икән. Башта балаларға торлаҡлы булырға ярҙам иттек. 1 ҡыҙыбыҙ (Гүзәл), 3 улыбыҙ (Шәүкәт, Юнир, Марат) ғаиләләре менән төрлө тарафтарҙа йәшәйҙәр. Бер улым Красноусолда төпләнде, яҡыныраҡ йәшәгәс, күберәген улар ҡайтып йөрөйҙәр, бар эштә лә ярҙам итәләр. Һуңғы 10 йылда инде үҙебеҙ төҙөү өҫтөндә: гараж, өйгә төкәтмә еткерҙек. Быйыл йәйҙә улдарым ҡайтып дауам итмәксе.
- Хаҡтар бигерәк тешләшә бит әле төҙөйөм тигән кешегә…
- Теләк булһа, сәләмәтлек ярайһы булһа, яйлап ҡына алға барыла. Әлбиттә, икебеҙҙең пенсияға ғына күп әйбер алып булмай. Еләк-емеш баҡсаһы ҙурҙан беҙҙең, ултыртмаған нәмәбеҙ ҡалмай. Теплицала ауыл халҡына күпләп помидор, татлы һәм әсе борос, кәбеҫтә, баклажан үҫентеләре үҫтереп һатабыҙ. Йәй һәм көҙ буйына төрлө ҡайнатма, салаттар эшләп, ауыл һәм район үҙәгендәге уҙған йәрминкәләрҙә ҡатнашабыҙ. Даими алыусыларыбыҙ ҙа бар.
- Баҡсасылыҡ менән ныҡлы мауығыу ҡайҙан килә?
- Атай-әсәйгә эйәреп кескәйҙән эшләп үҫкәндән. Мин бит Үзбәкстанда 35 йыл рус теле уҡытыусыһы булып эшләнем. Атайым да ғүмере буйына уҡытты, директор ҙа булды. Ни тиклем яуаплы эш икәнен аңлатаһы түгел. Шуның менән бергә һәр ваҡыт өйөбөҙ янында баҡсабыҙ ҙа булып, күпләп еләк-емеш үҫтереп һата инек. Ҡош-ҡорт та тоттоҡ. Шунлыҡтан әле лә баҡсабыҙҙан кергән килем төҙөлөш алып барырға ныҡлы ярҙам.
- Мул уңыш алыуҙың сере нимәлә?
- Иртәнән кискә тиклем баҡсала беҙ. Ҡояш тура ҡарағанға ғына үҫмәй инде ул, ваҡытында утап, һыу һибеп, үҫкәнен эшкәртергә кәрәк. Тырышлыҡ һәм түҙемлек булһа, өҫтәлеңдә ризығың мулдан булыр, ә инде бары кәйеф-сафа ҡороуға ҡуйылған донъя артҡа тәгәрәр ул.
- Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтме? Ғафуриға ҡайтып төпләнгәнгә үкенеү хисе юҡмы?
- Юҡ, әлбиттә. Кеше тигәнең маңлайға яҙылған хаҡ яҙмышты күрмәйенсә был яҡты донъяларҙан китмәй, тиҙәр бит. Тимәк, эсәр һыуҙарым, һулар һауаларым Үтәктә лә яҙылған, күрәһең.
- Рәхмәт, Гөлсинә апай, әңгәмәгеҙ өсөн, һеҙҙе сираттағы йәрминкәләрҙә көтөп ҡалабыҙ.
Әңгәмәне Рауил РАҠАЕВ алып барҙы.
Үтәк ауылы.

Баҡсалары - йәмле, табындары - һыйлы
Баҡсалары - йәмле, табындары - һыйлы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: