+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2022, 10:45

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

1950-1970-се йылдарҙа Ғафури районы Уҫман ауылының Рәхәт урамында (хәҙерге Урман урамы) тыуып, бергә уйнап үҫкән балалар, тыуған ауылға ҡайтып, йыйылышып осрашырға булдылар. Рәхәт урамында хәҙерге ваҡытта йәшәгәндәр был үҙенсәлекле байрамға алдан уҡ әҙерләнделәр – тирә-яҡта күпереп үҫкән ҡый үләндәрен сабып таҙартып алдылар, электр бағаналарын аҡбур менән ағартып сыҡтылар. Һәр шәхси йорт үҙҙәренең туғандары ҡайтыуына ҡаралтыларын тәртипкә килтерергә тырышты.

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға
Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Һәм ул тәғәйенләнгән ваҡыт килеп тә етте – август айының егерменсе йәмле көнө. Был осрашыуҙан ҡыҙҙарҙың тормош иптәштәре лә ситтә ҡалманы – өҫтәлдәрҙе, эскәмйәләрҙе теҙеп ҡуйыу, самауырҙар ҡайнатыу, күңелле көйҙәр уйнатыу кеүек эштәрҙә уларҙың ярҙамы бик тә урынлы булды.
Осрашыу булаһы урынды инәйҙәребеҙҙең милли көйөҙ-балаҫтары менән биҙәнек. Урамыбыҙҙың үткәне тураһында ҡыҫҡаса яҙып, күпме атай-олатайҙарыбыҙҙың һуғыш юлы үткәнен, һуғыш ваҡытында колхозда үрнәк булып эшләгән эштәре өсөн миҙал бирелеп, исемдәре китапҡа ингән исемлекте лә яҙып ҡуйҙыҡ. Булдыра алғанса шәжәрәләрен дә яҙып килтергәндәр булды, улар ҙа ҡыҙыҡһынып уҡылды.
Рәхәт урамының “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тигән осрашыуын үткәрергә тәҡдим итеп, уны ойоштороп алып барыусы Рәсимә Шәһит ҡыҙы Латипова (Рәхимова) булды. Ул үҙе Стәрлетамаҡ районының Бельское ауылындағы балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй.
Әлеге ваҡытта Рәхәт урамында барлығы өс оло быуыныбыҙ иҫән-һау йәшәй. Улар байрамыбыҙҙың түрендә булдылар, үҙҙәренең иҫтәлектәрен һөйләнеләр. Барыбыҙ исеменән уларға иҫтәлеккә бүләктәр ҙә бирелде. Арабыҙҙан киткән атай-инәйҙәребеҙҙе хөрмәт менән иҫкә алдыҡ, бергә уйнап үҫкән мәрхүм булған тиҫтерҙәребеҙҙе лә иҫкә төшөрөп үттек. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Красноусолдан, Косяковканан, Әлтәшленән, Йөҙимәндән ҡайтҡан ҡыҙҙар, бер-береһен оҙаҡ йылдар күрмәй осрашып, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ауылыбыҙҙың Рәхәт урамында йәшәгән ҡыҙҙар, еңгәләр, килендәр ҙә табын күрке булдылар. Бала саҡта уйнаған уйындарҙы иҫкә төшөрөп, уларҙы рәхәтләнеп уйнау, бейеү, йырлауҙар бер-бер артлы осрашыуыбыҙҙы йәмләндерҙе, йәнләндерҙе. Ә балаларҙы төрлө уйындарҙа уйнатып, уларҙың бүләктәр алып ҡыуанғандарын күреп, беҙ икеләтә һөйөндөк.
Тулҡынландырған осрашыуыбыҙ күп тәьҫораттар өҫтәп үтеп тә китте. Алдағы йылдарҙа ла урамыбыҙ байрамын ситтә һәм урында йәшәгәндәр менән ойоштороп, бергәләп үткәрербеҙ, тигән өмөттәр менән таралышты Рәхәт урамы ҡыҙҙары.
Нәжибә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Салауат ҡалаһы.

 

Рәхәт урамы
Рәхәт урамында үҫтек,
Геү килеп бала-саға.
Бер остан икенсе осҡа
Ҡыуышып юрта-саба.
Ҡушымта:
Рәхәт урам рәхәтлеге
Бер ваҡыт булған икән.
Әкиәт донъяһы кеүек,
Күңелдә ҡала икән.

Туҙан туҙҙырған саҡ булды,
Батҡаҡҡа батҡан саҡтар.
Ләйсән ямғырҙа ҡойонған,
Көрткә сумған ваҡыттар.
Ҡушымта:
Рәхәт урам, Рәхәт урам,
Бала-сағым урамы.
Шуҡ малайҙар, шат ҡыҙҙарҙы
Иҫкә алмай буламы!

Атай-инәй, күрше-күлән...
Күптән баҡыйҙа инде.
Рәхәт урамымдан үтәм,
Өтмәһен һағыш йәнде.
Ҡушымта:
Үҫкәс кенә төшөнәһең
Бала саҡтың рәхәтен.
Йылдар ҙа юя алмайҙар,
Бала саҡ хәтирәһен.
Уйнап үҫкән тиҫтерҙәргә,
Барығыҙға – рәхмәтем.
Нәжибә Фәйзуллина.

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға
Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: