+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 01:10

Өмөтлө “Өмөт нуры”

Йыл һайын 3 декабрҙә ил бу-йынса Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа эшләп килгән “Өмөт нуры” сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләргә, йәғни инвалидтарға ярҙам Фонды етәксеһе Ләйсән Ислам ҡыҙы ТАБУЛДИНАға мөрәжәғәт иттек. Ул Фонд эшмәкәрлеге менән таныштырҙы:- Кешеләр, донъяла көн һайын нисек ауыр хәлдән сығырға тигән проблема менән күҙмә-күҙ осрашып, һәм әйләнә-тирәләге ауырлыҡтарға ҡарамай ваҡиғалар эсендә ҡалып, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай йәшәгән бик күп физик мөмкинлектәре сикле кешеләр хаҡында уйларға өйрәнмәгән. Ғафури районында 186 инвалид бала, 300-ҙән ашыу аҡыл кимәле үҫешмәгән һәм менталь тайпылышлы балалар, 2 меңдән ашыу өлкән йәштәге инвалидтар иҫәпләнә. Районда Даун сирле 6 ҡыҙ һәм 5 малай бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай статистика булыуға ҡарамаҫтан, районда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе йәшәйешкә яраҡлаштырыуға, инвалид балаларҙы һәм оло йәштәгеләрҙе реабилитациялауға йүнәлтелгән махсуслашҡан учреждение юҡ.

Өмөтлө “Өмөт нуры”
Өмөтлө “Өмөт нуры”

- Кешеләр, донъяла көн һайын нисек ауыр хәлдән сығырға тигән проблема менән күҙмә-күҙ осрашып, һәм әйләнә-тирәләге ауырлыҡтарға ҡарамай ваҡиғалар эсендә ҡалып, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай йәшәгән бик күп физик мөмкинлектәре сикле кешеләр хаҡында уйларға өйрәнмәгән. Инвалидтар көнө йәмәғәтселектең инвалидтарҙың проблемаларына йөҙ менән боролоу, ярҙам күрһәтеү, хоҡуҡтарын яҡлау, кешеләр үҙҙәрен онотмағандар икәнен һәм үҙҙәренең тормоштарын уңайлы итергә тырышыуҙарын тойһондар өсөн билдәләнә.
Ғафури районында 186 инвалид бала, 300-ҙән ашыу аҡыл кимәле үҫешмәгән һәм менталь тайпылышлы балалар, 2 меңдән ашыу өлкән йәштәге инвалидтар иҫәпләнә. Районда Даун сирле 6 ҡыҙ һәм 5 малай бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай статистика булыуға ҡарамаҫтан, ра-йонда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе йәшәйешкә яраҡлаштырыуға, инвалид балаларҙы һәм оло йәштәгеләрҙе реабилитациялауға йүнәлтелгән махсуслашҡан учреждение юҡ. Бындай учреждение булмағанлыҡтан, башта 2018 йылда бер төркөм әүҙем ата-әсәләр теләге һәм башланғысы менән “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Даун сирле балалар өсөн “Ҡояшҡай” студияһы асылды. 3-тән 14 йәшкә тик-лемге балалар был клубҡа йөрөп, логопед һәм дефектолог менән шөғөлләнде. Һуңғараҡ уларға ДЦП, ЗПР, аутизм диагнозлы, ишетеү һәләте насар булған балалар ҡушылды. Шулай итеп, клуб тулыланғандан-тулыланып, “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам үҙәгенә әүерелде. Күп инвалид балалар сирҙәренең ауыр булыуы һәм уҡыу ауыр бирелеү сәбәпле балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә йөрөй алмай. Бындай балалар менән шөғөлләнеүе еңелдән түгел - махсус белемле уҡытыусылар талап ителә, улар һанаулы ғына. Балаларға дөрөҫ итеп һөйләшеүе ауыр, ә уҡыуы һәм яҙыуы тағы ла ауырыраҡ. Бындай сәбәптәр арҡаһында инвалид балалар менән ата-әсәләре һәм беҙҙең клубтың педагогтары шөғөлләнә.
Ғафури районы “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам Фонды хәҙер бер нисә йыл һуҙымында инвалидтарҙы төрлө яҡлап үҫтереү йәһәтенән, үҙ тәрбиәләнеүселәрен ижади һәм физкультура-спорт эшмәкәрлегенә, райондың йәмәғәт эштәренә йәлеп итеп, уларға тулы тормош менән йәшәргә мөмкинлек биреп, шөғөлләнә.
Президент Гранттары конкурсында ҡатнашып, үҫеш өсөн һәм спорт ҡорамалдары һатып алыуға өлгәшелде. Үҙәккә йөрөгән балалар ҙур теләк менән тренажёрҙарҙа шөғөлләнә, төрлө уйындар уйнай, ярышалар. Балаларҙы физик йәһәттән генә түгел, ижади яҡтан да үҫтерергә кәрәк. Тәрбиәләнеүселәрҙең ҡайһыларының йәштәре ҙур булһа ла, улар һаман да бала булып ҡала: изге күңелле, ихлас һәм мөғжизәгә ышаныусандар. Төрлө сараларҙа ҡатнашҡанда беҙ балаларыбыҙҙың ни тиклем һәләтле булыуын күрәбеҙ: уларҙа күпме һәләт һәм мөмкинлектәр йәшеренгән. Беҙҙең “үҙенсәлекле” балалар бик тә йырларға һәм бейергә ярата, костюмдар кейеп, сәхнәлә төрлө образдарға һәм ролдәргә инеп сығыш яһау улар өсөн бер кинәнес. Балаларыбыҙға театр студияһын булдырыу мөһим булып тора. Клубта ойошторолған ҡул эштәре түңәрәге “үҙенсәлекле” балаларҙың әсәләренә теген машинаһында тегергә өйрәнергә мөмкинлек бирә. Әсәйҙәр үҙ ҡулдары менән балаларына сағыу костюмдар тегә.
Быйылғы Президент гранттары фонды конкурсының “Многоцветье Гафури” проекты инклюзив ижад оҫтаханаһы –“үҙенсәлекле” балаларҙа хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, бәләкәйҙән башлап оҙаҡ йылдарға ижадҡа, фантазияға оҫталыҡты үҫтереүгә ҡоролған. Тиҙҙән асыласаҡ инклюзив оҫтаханаға (ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ, теген, малайҙар өсөн столяр оҫтаханалары) ҡорамалдарҙың тәүге партияһын (теген машиналары, оверлок) ҡабул итеп алдыҡ та инде, сигеүгә өйрәнеү өсөн компьютер машинкаһы килергә те-йеш. Проект буйынса буласаҡ оҫтаханала теген машиналарында мәжбүри күсеп килеүселәргә түшәк кәрәк-яраҡтары тегеп бирәсәкбеҙ.
Киләсәктә театр-студия проекты ярҙамында “үҙенсәлекле” балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән берлектә инклюзив театр булдырыу хыялы менән йәшәйбеҙ. Уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән инвалид балалар театр оҫталығына өйрәнәсәк, уларҙың яратҡан һәм хәстәрлекле әсәйҙәре костюмдар тегергә һәм атрибутика әҙерләргә ярҙам итәсәк.
Форсаттан файҙаланып, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа һәм урынбаҫарҙарына сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләргә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең үҙәктә шөғөлләнгән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар төрлө сәйәхәттәргә йөрөргә ярата, йәйге каникул мәлендә Фәнзил Фәйез улы ярҙамы менән Өфөгә барып ҡайтыуға ике тапҡыр автобус бүленде, бының өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Тәүгеһендә балалар теплоходта йөрөнөләр, ботаника баҡсаһына, икенсеһендә планетарийға барҙылар, ҙур күҙәтеү ҡуласаһы - каруселдә бейеклектән ҡала менән таныштылар. Район етәксеһе хәстәрлеге менән элекке санэпидемстанция бинаһынан бүлмәләр бүленеп, матур йыһазландырылған бүлмәләрҙә беҙ инвалид балалар һәм өлкәндәр менән осрашып шөғөлләнергә, үҫешергә мөмкинлектәр булдырылыуына һөйөнөсөбөҙҙөң сиге юҡ. Бынан ары ла шулай бергә эшләргә яҙһын.

Өмөтлө “Өмөт нуры”
Өмөтлө “Өмөт нуры”
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: