-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2023, 14:50

Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһендә

9-10 июндә баш ҡалабыҙҙың "Торатау" Конгресс-холында үткән Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Асыҡ академияһының сираттағы сараһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, республикабыҙҙың һәр район-ҡалаһынан төрлө йәштәге, дөйөм эшмәкәрлектең төрлө даирәләрендә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды.

Был мөһим сарала районыбыҙ вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Беренсе көндө “Батырҙар ваҡыты”, “Ғалим ҡатын-ҡыҙҙар һәм замандың глобаль саҡырыуы”, “Үҙ эшең - бәхет биләмәһе”, “Ҡатын-ҡыҙ биләмә үҫешендә”, “Күп балалы ғаилә - уңыш! Күп - ул нисәү?” һәм башҡа темалар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
“Геройҙар ваҡыты" тигән "түңәрәк өҫтәл" үҙенә бик күптәрҙе йыйҙы. Ундағы һөйләшеү махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, махсус операцияла булып ҡайтыусыларға, бөгөнгө көндә яу яланында булған яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам, ирекмәндәр хәрәкәте, гуманитар ярҙам мәсьәләләренә арналып, бик фәһемле һәм файҙалы булды. “Түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙе “Ватанды һаҡлаусылар" Төбәк фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина алып барҙы.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа ныҡлы терәк булыуын билдәләне һәм рәхмәттәрен еткерҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикабыҙҙан махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙҙың ҡайҙа булыуын улар белеп тора, даими рәүештә хәлдәрен белешә, ярҙамдан өҙмәй, һалдаттарҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә.
– Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға даими гуманитар ярҙам оҙатыла, – тине Радий Хәбиров. – Һалдаттарыбыҙ шатлығын йәшермәй, ярҙам өсөн рәхмәт әйтәләр. Бөгөн уларға матди ярҙамдан тыш, рухи ярҙам, беҙҙең күңел йылыһы ла бик кәрәк. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән хаттар ҙа ҡәҙерле улар өсөн. Был тәңгәлдә эштәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ, - тине респуб-лика Башлығы.
Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәй Президенты В.Путин тарафынан ойошторолған "Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итеү дәүләт фонды эшмәкәрлегенең мөһимлеген айырым билдәләне. "Ватанды һаҡлаусылар" Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итеү дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева барыһын да видеобәйләнеш аша сәләмләне.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар алдында шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов һәм башҡалар сығыш яһаны. Алексей Анатольевич республикабыҙҙың һәр ваҡыт батырҙары менән дан тотоуына баҫым яһаны, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам тураһында һөйләне, әсәйҙәрҙең, апайҙарҙың, ҡатындарҙың, ғөмүмән, гүзәл заттың иңендә мөһим бурыс ятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, һәм һәр гүзәл затҡа ҡатын-ҡыҙ бәхете теләне. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 33 төрлө ярҙам саралары күрһәтелеүе тураһында әйтеп үтте.
Махсус хәрби операция биләмәһендә ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәйҙәр – Ольга Серафимова, Айгөл Шакирова, Дилә Ғәлиуллинаны – тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел ине. Ватаныбыҙ тыныслығы, Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу өсөн Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов,Тәминдар Ғәлиуллин һәм башҡа яҡташтарыбыҙ яу яланында батырҙарса һәләк булды. Сараны ойоштороусылар ҡаһарман улдар үҫтергән әсәләргә сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләне.
Ғөмүмән, “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү бик тә фәһемле булды. Артабанғы эшебеҙҙә ҡулланырлыҡ файҙалы, кәрәкле мәғлүмәттәр алдыҡ, тәжрибә тупланыҡ. Хәрби кейемдәрҙән, яугирҙарға ебәреү өсөн әҙерләнгән “ҡоро аш”, “ҡоро душ” кеүек кәрәк-яраҡтарҙан торған бай күргәҙмә менән таныштыҡ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: