+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2023, 14:40

Мәргәнлеген һынап уҡ атты батыр улдар, сая ҡыҙҙар

10 июндә йәмле Еҙем буйы, мәғрүр Уҡлыҡая йәнәшәһендәге “Башҡортостан йөрәге” этно-туристик комплекста йәйәү һәм һыбай уҡ атыу буйынса “Уҡлыҡая уғатары” республика фестивале үтте. Районыбыҙҙың бренд сараһы булған фестивалдә Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Дәүләкән, Ишембай, Өфө, Ғафури ра-йондары һәм Өфө, Сибай ҡалаларынан 70-ләгән уҡсы ҡатнашты.

Мәргәнлеген һынап уҡ атты  батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Мәргәнлеген һынап уҡ атты батыр улдар, сая ҡыҙҙар

Фестиваль районыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән тәрән йөкмәткеле тамаша менән башланды. Ул сараға йыйылған барса халыҡты тарих төпкөлөнә алып китте.
...Иркен йәйләүҙә тормош ҡайнай. Уландары, яугирҙары менән яуҙан ҡайтҡан Тәңребирҙене Кәлсер олатай шатлыҡлы хәбәр менән ҡаршылай, “Улың үҙең кеүек арыҫландай батыр, халҡына тоғро хеҙмәт итерҙәй булдыҡлы ир булып үҫһен,”- тигән теләктәр менән яңы ғына донъяға килгән баланы бейҙең ҡулына тоттора. Барса тирә-яҡ сабый тауышына күмелә.
–Улымдың исеме Уғатар булыр.Оло шатлыҡтар уңайынан йәйләүҙә оло байрам ойошторабыҙ,- тип фарман бирә Тәңребирҙе бей.
Ошо мәлде бирелеп тамаша ҡылған һәр кем үҙен сәхнәләге ваҡиғалар уртаһында ҡайнағандай хис иткәндер. Хәйер, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, тамаша шул тиклем тормошсан, ысынбарлыҡ итеп ҡоролған. Майҙан уртаһына елеп килеп ингән һыбайлылар, таяҡ атланып сабышып йөрөгән малайҙар, усаҡ янында байрамға аш-һыу әҙерләп, көндәлек мәшәҡәттәргә сумған ҡатын-ҡыҙҙар, хатта бер ситтәрәк бәйле торған кәзә лә күп әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тарихи осорға алып ҡайтты. Райондың имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басировтың йыйынға фатиха биреп, ошо сарала ҡатнашыусы һәр кемгә, тотош республикабыҙ, илебеҙ халҡына иман-тәүфиҡ, еребеҙгә именлек, тыныслыҡ теләүе лә ошо тамашаның да-уамы булып ҡабул ителде.
Артабан фестиваль ҡунаҡтарын һәм мәргәнлектә көс һынашырға килгән барса уҡсыларҙы республиканың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов сәләмләне.
- Фестивалдә ҡатнашыуыма ифрат шатмын һәм ошонан файҙаланып һеҙҙең халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап, уны түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереүегеҙ өсөн рәхмәт әйткем килә,-тине Илнур Илдар улы уҡсыларға мөрәжәғәт итеп. - Бөгөн, шулай уҡ республикабыҙҙан ситтә, тотош ил кимәлендә үткән ярыштарҙа еңеүҙәр теләйем.
И.Мөхйәнов шулай уҡ рес-публика кимәлендә ошондай ҙур сара үткәреп, төрлө тарафтан килгән уҡсылар, ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған ҡунаҡсыл ғафуриҙарға, район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Районыбыҙҙың бренд сараһы булған бындай турнирҙар Ғафури ерендә артабан да ойоштороласаҡ һәм унда ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр тип ышанам,-тине район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.- Бөгөнгө сарала үҫмерҙәрҙең, бигерәк тә балаларҙың күплеге һөйөнөслө. Сөнки турнирҙың төп маҡсаты үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек, тарихи үткәндәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Балалар ҡыҙыҡһыныусандар, тиҙ отоп алалар, бөгөнгө сараның да ыңғай яҡтарын, уғатарҙарҙың таһыллығы, оҫталығын хәтерҙәренә һеңдереп ҡалырҙар тип ышанам.
Ул бөгөнгө сараны тамаша ҡылыусылар араһында Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарҙың да булыуын билдәләп үтте.
12 июндә күп милләтле илебеҙҙең төп байрамын – Рәсәй көнөн билдәләйбеҙ. Фәнзил Фәйез улы йыйылыусыларҙы ошо оло байрам уңайынан тәбрикләп, тап ошо көндәрҙә Рәсәй гражданинының төп документын алырға тейеш булған Д.Бикмырҙина, Д.Ғафаров, Д.Әсфәндийәров һәм А. Рафиҡовҡа паспорт тапшырҙы.
Уҡсылар хәрәкәте етәксеһе, “Мәргән уҡсы” фестивален ойоштороусыларҙың береһе булған Юлай Ғәлиуллин мәргәнлектә көс һынашасаҡ уҡсыларҙы турнирҙың ҡағиҙәләре, шарттары менән таныштырғандан һуң, “Уҡлыҡая уғатары” бәйгеһендә ҡатнашыусылар ярыш үтәсәк майҙансыҡҡа юлландылар. Шарттар һәм ҡағиҙәләр уҡсыларға алдан уҡ билдәле булып, уларҙың һәр береһе уларҙы теүәл үтәргә тырышҡан. Мәҫәлән, һәр уҡсы мотлаҡ тарихи милли кейемдә, улай ғына ла түгел, кейемдәр тик тәбиғи материалдарҙан (тире-күн, етен, йөн, мамыҡ) булырға тейеш. Уҡтарға айырыуса ҙур талаптар ҡуйылып, башҡорт, төрөк, венгр, ҡырым татарҙары, корея, монгол, сармат, скиф һ.б. уҡтарын файҙаланыу ғына рөхсәт ителде. Уғатарҙар ярышы 2024 йылда Ҡаҙағстан Республикаһының Астана ҡалаһында үтәсәк “Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары”на әҙерлек маҡсатында халыҡ-ара турнирҙары рәте, ҡағиҙәләре буйынса ойошторолоп, һыбай уҡсылар Венгр һәм Корея маршруттарын атһалар, йәйәү уғатарҙарға 3 турнир ҡаралғайны: Урта Азия сәбенә атыу, “Төрөк путаһы”, “Жамбы”.
-“Жамбы” атыу Башҡортостанда беренсегә үткәрелде һәм бөтәһенә лә оҡшаны, сөнки үҙенсәлекле сәп. Елгә, уҡ тейеүгә өрөлөп, ҡыбырлап торған жамбыға эләктереүе күңелле һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһең, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша уҡсылар.
Имәндәштәр әйтмешләй, Әсе (тау) еле уҡсыларға бер аҙ ҡаршылыҡтар тыуҙырһа ла, ярыш юғары кимәлдә үтеп, уғатар ир-егеттәр һәм мәргәнлектә, саялыҡта уларҙан ҡалышмаған ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр билдәләнеп, һәр береһенә миҙалдар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Абсолют чемпиондар ҙа асыҡланды. Йәйәү уҡ атыусылар араһында Хөрмәт Таһиров (Сибай), һыбай уғатарҙар араһында Рушан Хәсәнов(Әбйәлил) “Уҡлыҡая уғатары” республика фестиваленең абсолют чемпиондары тип табылды.
Әйтергә кәрәк, районыбыҙҙа бындай ярыштар тәүләп
ойошторолмай. Республика уҡсыларының беренсе “Мәргән уҡсы” республика фестивале лә 2016 йылда Ғафури ерендә, тап ошо Уҡлыҡая ҡаршыһында үткәйне. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа, шулай уҡ районыбыҙҙа төрлө тарихи ойошмалар һәм клубтар тергеҙелеп, уҡ-һаҙаҡтар эшләү, тарихи кейем өлгөләрен әҙерләү оҫталары асыҡланып, уларҙың башҡалар менән тәжрибә уртаҡлашып, йәш быуында ла спорттың был төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятыуы шатлыҡлы күренеш. Ә инде районыбыҙҙың бренд сараһы булған “Уҡлыҡая уғатары” фестиваленең йыл да үткәрелеүе һис шикһеҙ районыбыҙ уҡсыларының оҫталығын арттырыуға, уға йәштәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ итер.
М.Собханғолова.

Мәргәнлеген һынап уҡ атты  батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Мәргәнлеген һынап уҡ атты  батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Мәргәнлеген һынап уҡ атты  батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Мәргәнлеген һынап уҡ атты  батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Мәргәнлеген һынап уҡ атты  батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Мәргәнлеген һынап уҡ атты  батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Мәргәнлеген һынап уҡ атты батыр улдар, сая ҡыҙҙар
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: