+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2023, 15:45

Матур йола дауам итә

Май айының матур бер көнөндә Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Вәлишиндар йорто гөрләп торҙо. Ғаилә башлығы, бар ғүмерен балаларға физика-математиканан белем биреүгә арнаған, бер нисә йыл директор вазифаһын башҡарған мәғариф ветераны Мансур Сафа улының 90 йәшлек юбилейын билдәләү өсөн балалары бергә йыйылды.

Матур йола дауам итә
Матур йола дауам итә

Районыбыҙ мәғарифында бер матур йола йәшәп килә – бына биш йыл инде заманында мәктәптәрҙә директор булып эшләп, олпат юбилейҙарын билдәләүселәрҙе өйҙәренә барып ҡотлайҙар. Олпат йәштәге юбилярҙарҙы тәбрикләү йолаһы хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Мансур Хөснийәров инициативаһы менән барлыҡҡа килде.
Май айының матур бер көнөндә Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Вәлишиндар йорто гөрләп торҙо. Ғаилә башлығы, бар ғүмерен балаларға физика-математиканан белем биреүгә арнаған, бер нисә йыл директор вазифаһын башҡарған мәғариф ветераны Мансур Сафа улының 90 йәшлек юбилейын билдәләү өсөн балалары бергә йыйылды. Бик ҙур байрам булды ул көн. Шатлыҡ өҫтөнә һөйөнөс өҫтәп хөрмәтле юбилярҙы олпат юбилейы менән ҡотларға район үҙәгенән коллегалары – элекке мәғариф бүлеге начальниктары Мансур Шаһиҙулла улы Хөснийәров менән Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин һәм хәҙергеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Рәшит улы Насиров, шулай уҡ ауылдаштары (Мансур Сафа улының уҡыусылары ла) – Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов, Яңғыҙҡайын урта мәктәбе директоры Ринат Зөфәр улы Насиров, ауыл ветерандар ойошмаһы рәйесе Флүр Шаһиҙулла улы Ҡаһарманов килде.
Байрам табыны артында ҡыҙыҡлы әңгәмә барҙы, юбиляр үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген барлап, тормош юлын байҡап, ғүмер йомғағын һүтте, ҡунаҡтар ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашты, үткәндәргә байҡау яһаны, юбилярға тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе, уҡыусылары иһә үҙҙәренә төплө белем биргән уҡытыусыларына рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе.
Яңғыҙҡайын ауылының хөрмәтле шәхесе - оло йәнле, киң күңелле Мансур Сафа улы һәр кемгә үрнәк булырлыҡ оло тормош юлы үткән. Тыуған ауы-лы мәктәбендә уҡып урта белем алған, артабан әрмелә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Стәрлетамаҡтағы пединститутта физика-математика факультетын тамамлай. 1963 йылда ҡулына диплом алған йәш мөғәллим тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлап, уға мәңгегә тоғро булып ҡала, уҡыусыларға был теүәл фәндәрҙең серен аса. 1968-1974 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһында эшләргә лә тура килә уға. Ауылдашы Суфия Шәрифулла ҡыҙы (уға 82 йәш) менән яҙмыштарын бәйләп, бына 62 йыл татыулыҡта, ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе булып йәшәйҙәр. Вәлишиндар өс ҡыҙ, ике улға күркәм тәрбиә биреп үҫтереп, оло юлға аяҡ баҫтырғандар. Биш ейәнсәрҙең, дүрт бүлә, бер бүләсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе, ҡартатай-ҡартәсәһе лә улар хәҙер. Балаларының һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын табып, атай-әсәйҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәйҙәр. Хәҙер иһә Мансур ағай менән Суфия апай уларҙың шатлыҡ-һөйөнөстәрен, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп, үҙҙәре төҙөп кергән йорттарында тиңлектә-тигеҙлектә ғүмер йомғағын һүтәләр. Ғаиләлә иң олоһо – ҡыҙҙары Илмира кейәүҙәре Риф менән – Сорғотта һәм иң кесеһе Гөлназ кейәүҙәре Илдус һәм ғаиләләре менән Нижневартовскиҙа йәшәйҙәр, Гөлшаттары кейәүҙәре Радик менән ике тиҫтә йылдан ашыу Татарстанда йәшәп, Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төпләнгәндәр, улдары Илшат менән Илдар килендәре Рүзилә һәм Светлана менән тыуған
ауылдарында төпләнгәндәр.
Был көндө хөрмәтле юбиляр Мансур Сафа улы тураһында бик күп матур, йылы һүҙҙәр әйтелде һәм ул үҙ адресына ҡотлауҙар ҡабул итте. Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән, юбилярға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Солтанморатов М.С.Вәлишинды район мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләп үтте. Юбилярҙың ижади күңелле булыуы ла билдәле булды, ҡунаҡтарҙы үҙенең ижад емештәре – шиғырҙарынан “ауыҙ иттерҙе”, гармунда ла оҫта уйнай икән, ҡулына гармунын алып, һыҙҙырып уйнап ебәреүе булды, барыһы ла йырға ҡушылды.
Мансур Вәлишин үҙенә ошондай хөрмәт-ихтирам күрһәтеп, бөтмәҫ рухи көс-дәрт өҫтәгәндәре өсөн тәбрикләргә килгәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен күндерҙе. Иҫтәлекле осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды. Юбилей сараһы юбиляр һәм уның тормош иптәше, балалары, ҡунаҡтар менән күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.

Матур йола дауам итә
Матур йола дауам итә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: