+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2023, 16:05

Иң яҡшылар асыҡланды

16 июндә Красноусолда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшы” төбәк һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе үтте. Унда районыбыҙҙың һәм Ауырғазы, Әлшәй, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарының коммуналсылары үҙ оҫталығын күрһәтте.Сара тантаналы шарттарҙа район мәҙәниәт һарайында асылып, бәйгелә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев сәләмләне.

Иң яҡшылар асыҡланды
Иң яҡшылар асыҡланды

- Конкурс үҙ һөнәре оҫталарын асыу, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре һөнәре абруйын күтәреү, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәләрен пропагандалау, эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри үҫеше өсөн мөмкинлектәрҙе тәьмин итеүгә иғтибарын йәлеп итеү, уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу маҡсатында барлыҡҡа килде, - тине Фуат Зәки улы. – Иманым камил, бөгөн бында теге йәки был һөнәрҙең иң лайыҡлы вәкилдәре, үҙ эшенең оҫталары йыйылған. Ярыш барышында беҙ яҡшыларҙан яҡшыларын асыҡлаясаҡбыҙ. Һеҙгә жюри алдында үҙегеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙҙы һәм һөнәри оҫталығығыҙҙы күрһәтеүегеҙҙе теләйем. Уңыштар һеҙгә! – тигән теләктә ҡалды ул.
Артабан конкурсанттар Ауырғазы күп профилле колледж филиалы бинаһына юлланып, парта артына ултырып теоретик имтихан тапшырҙы. Ҡатнашыусыларҙан имтихан ҡабул итеүҙә колледж уҡытыусылары ҡатнашты.
Ярышта ҡатнашыусыларҙың үҙ һөнәренең ысын оҫталары булыуы практик эштәрҙе башҡарғанда күренде лә инде. Слесарҙар коммуникацияларҙың һәр бер өлөшөн йыйҙы, электр менән иретеп йәбештереүселәр сварка цехында йылдар һуҙымында өлгәшкән, тракторсылар автодромда “тимер ат”ты ауыҙлыҡлау” оҫталыҡтарын күрһәтте, урам һепереүселәр газонды сифатҡа һәм ваҡытҡа сапты, ә ҡаҙанлыҡ ҡоролмаһы операторҙарының һөнәри оҫталығын эксперттар ғәҙәти эш урындары – ҡаҙанлыҡта һынаны.
Бәйге барышында конкурсанттарҙың теоретик әҙерлеге һәм практик оҫталығы ғына түгел, шулай уҡ эштәрҙең технологияһы һәм сифаты, хеҙмәттең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм нормаларын һаҡлау, эштәрҙе башҡарыу ваҡыты ла баһаланды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр булып танылдылар:
“Ҡаҙанлыҡ ҡоролмаһы операторы”
специальносы буйынса Стәрлебаш районы вәкиле 1-се урын яуланы; “Электрик” һәм “Электр менән иретеп йәбештереүсе” специальносы буйынса ғафуриҙар иң көслөләре булып танылды; “Тракторсы-машинист” - Миәкә районы ҡатнашыусыһына етеүсе булманы; “Иң яҡшы урам һепереүсе” булып Ауырғазы районы конкурсанты табылды.
Дөйөм иҫәп буйынса иң күп призлы урындар яулап, районыбыҙ коммуналсылары иң яҡшылары булып танылды һәм бәйге еңеүселәре лә тап беҙҙекеләр. Стәрлебаштар – икенсе, миәкәләр – өсөнсө урында.
Хәҙер Ғафури коммуналсылары үҙҙәренең һөнәри оҫталығын республика кимәлендә иҫбатлаясаҡ.
Еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм районыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһында шундай иң яҡшы үҙ һөнәренең оҫталары булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Һәм республикала һынатмай, уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

Иң яҡшылар асыҡланды
Иң яҡшылар асыҡланды
Иң яҡшылар асыҡланды
Иң яҡшылар асыҡланды
Иң яҡшылар асыҡланды
Иң яҡшылар асыҡланды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: