+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2023, 16:45

Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрлелектән килә

Ауыл хужалығы тармағында, айырыуса малсылыҡ ауыл кешеһе өсөн төп табыш сығанағы булып тороуын аңлап эш иткәндәре иһә крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөп эш итә. Шундай шәхси хужалыҡ тотоусыларҙың береһе – ауыл фермеры Илнур Рәхмәтуллин. 2019 йылда үҙ эшмәкәрлеген башлағанда өс тиҫтәләп баш малы, бер иҫке “Беларусь” тракторы, бер пресс-йыйғысы була уның. Крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереү ниәтенән  “Стартап” программаһында ҡатнашырға уйлашып, бизнес-план төҙөй һәм  еңеүгә өлгәшә, 2 миллиондан ашыу һумлыҡ грантҡа эйә була.

Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрлелектән килә
Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрлелектән килә

Йөҙимән ауылында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында күпләп мал аҫрап, етеш тормошта йәшәүселәр бихисап. Уларҙың ихата-баҡсаларында тау-тау бесән өйөмдәрен күрергә була.
Ауыл хужалығы тармағында, айырыуса малсылыҡ ауыл кешеһе өсөн төп табыш сығанағы булып тороуын аңлап эш иткәндәре иһә крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөп эш итә. Шундай шәхси хужалыҡ тотоусыларҙың береһе – ауыл фермеры Илнур Рәхмәтуллин. 2019 йылда үҙ эшмәкәрлеген башлағанда өс тиҫтәләп баш малы, бер иҫке “Беларусь” тракторы, бер пресс-йыйғысы була уның. Крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереү йәһәтенән яңы эш башлаған фермер программаһы буйынса грант юллай, әммә уны бәхет ситләп үтә. Артабан “Стартап” программаһында ҡатнашырға уйлашып, бизнес-план төҙөй һәм, ниһайәт, еңеүгә өлгәшә, 2 миллиондан ашыу һумлыҡ грантҡа эйә була. Был аҡсаға Илнур Кинйәбай улы малсылыҡты үҫтереүгә етди аҙым яһай. Махсус тәғәйенләнгән грант аҡсаһына 21 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы, КУН менән өр-яңы “МТЗ” һатып ала. Ишле малға аҙығы ла мул кәрәк, үҙ техникаң булһа, аҙыҡ хәстәрләү ҙә еңелгә төшә. Бесән ташыу өсөн үҙ көсө менән хәстәрләгән иҫкерәк булһа ла “Т-40” тракторы, “ГАЗ-53” автомашинаһы, көтөүҙә йөрөгән малдарҙы ҡарау өсөн “Ока”, йомош-юлға йөрөргә “Лада-Экстрей” еңел автомашиналары бар.
Йылдан-йыл малдары һаны ишәйә барған фермерҙың ихатаһы бәләкәйерәк ферманан һис тә ҡайтыш түгел. Бөгөн Рәхмәтуллиндарҙың хужалығында быҙауҙары (23 баш) менән 63 баш һыйыр малы аҫрала. Йәнә ҡолондары менән 15 баш йылҡы малы бар. Малдарҙың һәр ҡайһыһына иҫәп номеры ҡуйылған. Көтөүлек өсөн элекке колхоз ерҙәрен ҡуртымға алып, уларҙы уратып кәртәләп, электр көтөүсе лә урынлаштырғандар. Фермер унда йөрөгән һыйырҙарҙы өйҙән телефон аша ғына күҙәтеп тора.
Фермер хужалығы етәксеһе Илнур Кинйәбай улы Йөҙимән ауылында тыуып үҫә һәм ғаилә ҡороп, йәнтөйәгендә төпләнә. Тормош иптәше - ауылға Еректән килен булып төшкән Алия Зөфәр ҡыҙы терәге-таянысы, ирен һәр ваҡыт аңлап, ярҙам итеп тора. Һәр эште кәңәшләшеп, бергәләп башҡара улар. Ғаилә башлығы көн оҙоно эштән бушамағанда, бар донъяуи мәшәҡәттәр хужабикә иңендә. Үҙ көстәре менән һалып сыҡҡан, тыштан да, эске яғы ла ҙур, иркен, күркәм йорттарында бар уңайлы шарттар булдырылған. Рәхмәтуллиндар өс балаға атай-әсәй булған. Улдары Илсур армияла хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан, ҡыҙҙары Алина Йөҙимән мәктәбендә 7-се класты тамамлаған, Юлиәгә 6 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Алия көн дә һыйырҙарҙы һауыу аппараты ярҙамында һауа, уға ҡулдарынан килгәнсә ҡыҙҙары, ваҡыты булғанда Илнур ҙа ярҙам итә. Рәхмәтуллиндар нигеҙҙә мал-тыуарҙан килгән аҡсаға йәшәй. Көндәлек һауып алынған һөттө дәүләткә – Еҙем-Ҡарандағы шәхси эшҡыуар А.Ә.Ибраһимованың һөт ҡабул итеү пунктына тапшыралар. Күрше-тирәләге ауылдаштарын, таныш-белештәрен дә заказ буйынса һөт, ҡаймаҡ, эремсек һәм башҡаһы менән тәьмин итәләр. Саф, тәбиғи продукцияны һатып алырға теләүселәр һәр ваҡыт бар. Иттән, тереләй ауырлыҡтағы малды һатыуҙан да килем алалар. Малды баҡһаң, ул һине бағыр, тигәндәр бит. Быларҙың барыһы ла ғаиләне туйындыра, бюджетын тулыландыра. Мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыһына өлгөрөргә, етешергә тырышалар. Көс-дәрттәре ташып тора, бар уңыштары, тормошҡа ашыр ынтылыштары ла алда әле уларҙың.
-Тырышһаң, эш юҡ тип ҡул ҡаушырып тик тормаһаң, мул, етеш тормошта йәшәргә була, - тиҙәр Алия менән Илнур Рәхмәтуллиндар. Был хаҡ һүҙҙәр. Тыуған ерендә йәшәү ҡото тапҡан тырыштарҙың хәләл тире менән тапҡан бәхете ырыҫлы булһын. Улар кеүек тырыш, тәүәккәл, булдыҡлы ғаиләләр күберәк булғанда, атай нигеҙҙәре ҡоромаҫ, ауылдарҙың да киләсәге өмөтлө булыр.

Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрлелектән килә
Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрлелектән килә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: