+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2023, 10:55

Ил саҡырғас баҫҡан улар Ватан һағына

1 июлдә илебеҙҙә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Ошо дата уңайынан Красноусолдағы Хәрби Дан аллеяһы янында уҙған митингта район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич, Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссары Фәйруз Ғимаҙиев, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ойошма-предприятиелары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, “Десант” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Ил саҡырғас баҫҡан улар Ватан һағына
Ил саҡырғас баҫҡан улар Ватан һағына

-Ғафуриҙар Афғанда һәм Чечняла, Көньяҡ Осетияла һәм Сириялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашып батырлыҡ өлгөһө күрһәткән. Бөгөн иһә яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итәләр. Ил саҡырыуы буйынса Ватан һағына баҫҡан һәр яугир алдында баш эйәбеҙ. Ватаныбыҙҙы яҡлап һәм һаҡлап яуҙарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә батырҙарса һәләк булғандарҙы хөрмәт менән иҫкә алабыҙ, - тине район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Митингта Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич махсус хәрби операция-ла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Максим Черновтың ата-әсәһенә Батырлыҡ орденын тапшырҙы. Сарала шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров хәрби хәрәкәттәр ветерандарына илһөйәрҙәр тәрбиәләүҙәге ҙур эштәре өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Илфат Рәхимйән улы ойошманың ағзалары башҡарған эштәр, ветерандарҙың махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ҡулдарынан килгән ярҙамды күрһәтеүҙәре, ветерандарҙың был операцияла үҙҙәренең дә ҡатнашыуҙары, был улар өсөн икенсе һуғыш булыуы тураһында һөйләне, махсус операциялағыларға ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Артабан митингыла ҡатнашыусылар локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып, хөрмәтләп иҫкә алды. Локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалынды.

Ил саҡырғас баҫҡан улар Ватан һағына
Ил саҡырғас баҫҡан улар Ватан һағына
Ил саҡырғас баҫҡан улар Ватан һағына
Ил саҡырғас баҫҡан улар Ватан һағына
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: