-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2023, 16:00

Киләсәк - йәштәр ҡулында

24 июндә Красноусолдағы Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда Йәштәр көнөнә арналған сара үтте. Күңелле яңғыраған йырҙар, дәртле көйҙәр йәштәр менән бер рәттән 6-лағы менән 60-тағыларҙы ла алыҫтан уҡ әйҙәп саҡырып торҙо. Шуға ла был көндө майҙан гөрләп торҙо.

Киләсәк - йәштәр ҡулында
Киләсәк - йәштәр ҡулында

Байрамға килеүселәр өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. “Матурлыҡ һәм сәләмәтлек” майҙансығында туҡланыу һәм детокс программалары буйынса, ирекмәндәрҙән “Бар йөрәктән” акцияһы сиктәрендә консультация алыу мөмкин булды. “Һалдатҡа хат яҙ” акцияһына ҡушылыусылар теләктәре яҙылған хаттарын маскировка селтәренә беркеттеләр, иҫтәлеккә фотоға төшөргә теләүселәр өсөн “Файҙалы йәй” фотомайҙансығы эшләне. “Форсат” Йәштәр үҙәгенең “Мөмкинлектәр биләмәһе” майҙансығында лотерея отошонда ҡатнашыу өсөн яҙылырға мөмкин ине. Үҙәк район
китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Никотинды витаминға алмаштырабыҙ!” акцияһын иғлан иткән. Спорт майҙансығында “Ҡара ҡаплан” боронғо төрки хәрби алышы, “Батыр” хәрби клубы тәрбиәләнеүселәренең күрһәтмә сығыштарын күрергә, уҡ атырға, ҡоралды тиҙлеккә һүтеп йыйырға мөмкин булды. Балалар өсөн төрлө аттракциондар, аквагрим эшләне, уйындар ойошторолдо. Сауҙа рәттәре эшләп торҙо, бәләкәстәр үҙҙәренең иң яратҡан тәмлекәстәре - татлы мамыҡ, туңдырма, төрлө тәм-томдар, һуттар һатып алып һыйланды.
Йәштәр байрамының тантаналы өлөшө асыҡ тип иғлан ителгәс, тәүге һүҙ ра-йон хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фуат Кейекбаевҡа бирелеп, ул район башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов һәм үҙенең исеменән байрамға йыйылыусыларға тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
- Беҙҙең районда үҙҙәренең тыуған ерен һәм Ватанын сикһеҙ яратҡан һоҡланғыс йәш быуын йәшәй. Барыһы ла йәштәрҙең ҡулынан килә һәм һәр йәһәттән һынатмайҙар. Районыбыҙҙың киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Бар эштәрҙе намыҫ менән лайыҡлы башҡарыу ҡулығыҙҙан килә тип ышаныс менән әйтә алам, - тине Фуат Зәки улы йәштәргә барлыҡ башланғыстарында уңыштар, маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләп, һәм юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкән, районда спорт үҫешенә ҙур өлөш индергән бер төркөм спортсыларҙы сәхнә түренә саҡырып бүләкләне. Улар: волейбол буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге призёрҙары Ынйы Ваһапова, Илзиә Рәхмәтуллина, Руфина Степанова, Эльнара Шәрипова, Азалия Басариева, Арина Ямғурова, Алия Ғилманова, Ангелина Әбелғатина, Мәҙинә Ходжаҡолова, милли көрәш буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге көмөш призёры, Башҡортостан Республикаһы беренселеге еңеүсеһе Максим Ковешников, милли көрәш буйынса БР беренселеге призёры Кирилл Чернов, милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, Башҡортостан йыйылма командаһында Бөтә Рәсәй спартакиадаһы еңеүсеһе, спорт мастерлығы кандидаты Тимур Ҡолманов. Шулай уҡ райондың “Хәүефһеҙлек мәктәбе” программаһы буйын-са уҡыусыларҙың республика ярыштарында “Б” класлы тренировка-һайлап алыу ярыштары йомғаҡтары буйынса 2-се урын, шулай уҡ “Б” класлы конкурс программаһында
I дәрәжә Дипломға лайыҡ булған командаһы, шәхси беренселектә: бер нисә күнекмәне үҙ эсенә алған ярышта 1-се урын яулаған Илмир Дилмөхәмәтов, Илдар Йомағолов (2-се), ҡыҙҙарҙан Руслана Мөхәмәтйәнова (3-сө), 1 км арауыҡҡа кроста Илмир Дилмөхәмәтов (1-се), Наҙгөл Хәлилова (3-сө) бүләктәргә лайыҡ булды.
Артабан сәхнәгә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова күтәрелеп, йәштәргә ихлас ҡотлауҙарын һәм изге теләктәрен еткерҙе. Байрам уңайынан Гүзәл Зөфәр ҡыҙы ла бик күптәрҙе бүләкләп үтте. Билдәле булыуынса, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың ярҙамы менән йәштәр өсөн “Форсат” Йәштәр үҙәге – ирекмәнлектән алып саралар һәм проекттарҙы әҙерләп тормошҡа ашырыуға тиклем төрлө йүнәлештәрҙе берләштереүсе ял биләмәһе - үҙ ишектәрен асасаҡ. Үҙәк тарафынан Йәштәр көнө сиктәрендә ойошмаларҙың йәш белгестәре араһында “Йәш һәм уңышлы” район конкурсы (онлайн та-уыш биреү форматында) иғлан ителгәйне. Конкурс еңеүсеһе – иң күп тауыш йыйған Красноусол үҙәк район дауаханаһының терапия бүлексәһе стационары табип-неврологы Азат Сөләймәнов Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ә “Форсат” Йәштәр үҙәге икенсе урын яулаған Динислам Исламовҡа махсус бүләк тапшырҙы. Һөнәри оҫталыҡ, ижади ҡараш һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә педагогик оҫталыҡтары өсөн һәм Йәштәр көнө уңайынан уҡытыусылар: Е.В.Ғатауллина (Табын урта мәктәбе), Р.Ж.Мәһәҙиев (Имәндәш урта мәктәбе), А.А.Садиҡова, А.Ф.Ғилманова (КБГИ), Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Д.Т.Борханова, “Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Т.А.Баранова, “Тирәккәй” баҡсаһы тәрбиәсеһе Т.А.Ковальская Г.Байдәүләтова ҡулынан Рәхмәт хаттары алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Йәштәр көнөн уҙғарыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыуы һәм тематик фотомайҙансығын биҙәп урынлаштырғаны өсөн “Күп функциялы үҙәк Минең документтарым” офисы етәксеһе Елена Хәкимова район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. 25 ирекмән “районда йәштәрҙең (үҙ теләге менән) ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн” Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов та барлыҡ ҡотлауҙарға ҡушылып, Ғафури йәштәренә изге теләктәрен еткерҙе: “Һеҙгә яңы офоҡтар асыуығыҙҙы, яңынан-яңы ҡаҙаныштар яулап, шуның менән илебеҙҙе данға күмеүегеҙҙе теләйем, бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең быуын – илебеҙҙең киләсәге. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ һәм ҙур өмөттәр бағлайбыҙ”, - тине ул һәм өс тиҫтәләп изге эштәр башҡарған мәктәп уҡыусыларына мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Байрам көнөндә шулай уҡ “Изгелекле быуын. Социаль хеҙмәт эштән артығыраҡ” йәш блогер мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре тураһындағы иң яҡшы видеоролигы республика конкурсы еңеүселәре БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының I дәрәжә Дип-ломдары менән бүләкләнде. Улар: Зарема Зәйнуллина, Лина Мөхәмәтйәнова, Эвелина Сиразева, Карина Йәнешева. “Контентта”ғы республика блогерҙар конкурсында “Минең остазым” номинацияһында ҡатнашҡан Лина Мөхәмәтйәноваға III дәрәжә Диплом тапшырылды. Бүләкләүҙәр район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары менән үрелеп барҙы.
Тантаналы өлөш тамамланғас, лотерея отошо, “Кәләштәр парады” үтте. Артабан сәхнә түре “Перевал” һәм “ХамZа” төркөмдәренә, районыбыҙ артистары һәм үҙешмәкәрҙәргә бирелеп, уларҙың сығыштары дауам итте. Йәштәр көнө дискотека менән тамамланды.

Киләсәк - йәштәр ҡулында
Киләсәк - йәштәр ҡулында
Киләсәк - йәштәр ҡулында
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: