-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2023, 18:25

Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды

Юрмаш ауылында Әбүнәғим вариҫтары йәмле Еҙем буйында үҙҙәренең Шәжәрә байрамын уҙғарҙы. Бында Байшөгөровтар фамилияһынан сыҡҡан туғандар, нәҫел-ырыу йыйылғайны.

Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды
Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды

Үҙеңә тиклем ете быуыныңды бел”, - ти халыҡ. Эйе, элек-электән ете атаны белеү - үҙ ырыуыңдың шәжәрәһен етенсе быуынға тиклем таныу мотлаҡ тип һаналған, унан артығын белеү хупланған. Һуңғы осорҙа тотош ауыл менән дә, айырым ғаиләләр араһында ла ситтә йәшәгән туғандарҙы осраштырып, туғанлыҡты нығытыу маҡсатында Шәжәрә байрамдары үткәреү матур бер йолаға әйләнде. Ысынлап та, беҙҙең сығышыбыҙ ҡайҙан, тамырҙарыбыҙ кем, нәҫелебеҙ, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр, тип һәр кеше уйланалыр.
Ошоно иҫтә тотоп, 24 июндә Юрмаш ауылында Әбүнәғим вариҫтары йәмле Еҙем буйында үҙҙәренең Шәжәрә байрамын уҙғарҙылар. Бында Байшөгөровтар фамилияһынан сыҡҡан туғандар, нәҫел-ырыу йыйылғайны.
Башта туғандар бер-береһе менән күрешеп, ҡосаҡлашып, тәү күргәндәре менән танышып, хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, барыһы ла сараның тантаналы өлөшө үтәсәк, бар нәҫел-туғандар исеме яҙылған урынға йыйылды. Шуны ла әйтергә кәрәк, Фаил Байшөгөров үҙ нәҫеленең шәжәрәһен төҙөп, был туғандар осрашыуын ойоштороусы, алып барыусы ла була.
Иң тәүҙә Аҡташ ауылы имамы, Байшөгөровтарҙың кейәүе Ғәффәр хәҙрәт был йыйынға фатиха биреп, Ҡөрьән уҡып үтте. Артабан Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғоловҡа һүҙ бирелеп, ул үҙ сығышында был тамырҙан сыҡҡан кешеләрҙең эшсән, берҙәм булыуҙары тураһында бәйән итте һәм уларға артабан да дуҫлыҡта, татыулыҡта, шулай башҡаларға өлгө булып йәшәүҙәрен теләне.
- Бөгөн беҙ Шәжәрә байрамына – туғандар, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар осрашыуында тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү өсөн йыйылдыҡ. Шәжәрәбеҙҙе төҙөү минең күптәнге хыялым ине. Быға Ринат Сәмиғулла улының юбилейы этәргес булғандыр тим. Шунда ул һүҙ араһында: “Туғандарҙы туплап, шәжәрә төҙөргә ине”, тигән тәҡдим әйткән ине. Шунда уҡ тотонорға баҙнат итмәнем. Әммә уйланып йөрөп, тарихсылар менән кәңәшләшеп, был эшкә тотонорға булдым. Шәжәрә төҙөүсе тапһам да, тормош иптәшем тәҡдим иткәнсә, үҙебеҙ төҙөп ҡарарға булдыҡ. Эште Азат Ринат улы төҙөгән “Туғандар” төркөмөн ҙурайтып, “Әбүнәғим вариҫтары” тип атап, башлап ебәрҙек. Ҡалған эш барышын туғандар һәр берегеҙ төркөмдә күрә барҙығыҙ, барығыҙ ҙа афариндар, - тип һөйләп үтте Фаил Рауил улы.
Шәжәрә төҙөү күп ваҡытты, эҙләнеүҙе талап итә. Ҡайһы ваҡытта бер нисә кешенең дөйөм хеҙмәте коллектив ижад емеше итеп һаналған. Был иһә документтың структураһын ҡатлаулаштырған, стилен дә төрләндергән. Байшөгөровтарҙың шәжәрәһен төҙөүҙә Фаил ағайға уның ҡатыны Фәйруза Зәйнулла ҡыҙының ярҙамы ҙур була. “Шәжәрәһен төҙөгәс, байрамын да үткәрәйек”, - тип тә тәҡдим итә ул. Әлбиттә, барыһы ла был һүҙҙәрҙе күтәреп ала. Көнөн билдәләп, ойоштороу эшен дә башлап ебәрәләр. Байрамда Фәйруза Байшөгөрова шәжәрәнең мөһимлеге тураһында бәйән итеп, бер күрмәгән туғандарҙың бергә йыйылып, күрешеп, осрашыуҙары оло шатлыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ беренсе көндән үк әүҙем эш башлап, архивтарҙан эҙләнеп, туғандарҙы туплап, ойоштороу эшендә сикһеҙ ҙур ярҙам күрһәткән туғандары Әлфиә Тимербай ҡыҙы ла сығыш яһап, киләсәктә лә шулай аралашып-осрашып торайыҡ, тине.
Артабан был нәҫелдең һәр тармағы үҙҙәре менән таныштырып, кемдер йыр йырлап, шиғыр һөйләп үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте, уйындар ойошторолдо. Тамырҙары менән был нәҫелгә тоташҡан Алик Шәмситов байрамды баян моңо менән йәнләндерһә, Данир Мәсәлимов музыкаль яҡтан биҙәп, Еҙем буйын думбыра тауышына күмде. Туғандар саф һауала былау ашап, сәй эсеп бер-береһе менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Шәжәрә төҙөүҙең, байрам ойоштороуҙың тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур. Балаларҙың ата-әсәләр менән бергә эшләүе һөҙөмтәһендә ике быуындың бер маҡсатта эҙләнеү эше алып барыуы менән әһәмиәтле. Ғаилә архивын, атай-олатайҙарҙың фотоларын, боронғо ҡомартҡыларҙы, хәтирәләрҙе барлау әйтеп бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, фамилия намыҫын һаҡлау нигеҙе, ата-олатайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү сағыла. Унан тыш, үҙеңдең шәжәрәңде белеү физиологик күҙлектән дә мөһим, юғиһә ҡан ҡәрҙәштәрен белмәү арҡаһында ете быуынға тиклем бер зат-ырыуҙан булған йәштәрҙең өйләнеүе ихтимал. Шәжәрәһен белгән бала затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға ынтыла. Был осрашыуҙа Әбүнәғим вариҫтарының иң өлкән кешеһе – Ҡаранйылға ауылында йәшәүсе Миңнесор Вәлиева, 51 йыл бергә матур парҙар булып йәшәүсе Әсмә һәм Әнүәр Кәлимуллиндар ғаиләһе, шулай уҡ нәҫелдең иң бәләкәс кешеһе лә билдәләнеп, уларға бүләктәр тапшырылды.
Айгөл Ғәзизова ла өләсәһе яғынан нәҫел-туғандарын күреүенә шатланып: “Аллаһы Тәғәлә беҙгә был осрашыуға аяҙ, йылы, матур көн бүләк итте. Танышып, аралашып йөрөгән кешеләрҙең дә беҙҙең нәҫелдән икәне асыҡланды. Әбүнәғим олатайҙың балаларынан киткән нәҫелдәр бер-береһе менән танышты. Аҙаҡ тәмле былау, самауыр сәйе менән һыйландыҡ. Бында балалар ҙа ҡыҙыҡлы уйындар уйнап кинәнде. Шундай күркәм осрашыу ойоштороусы Фаил ағайға һәм уның ярҙамсыларына, һәммәһенә лә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Туғанлыҡ ептәрен өҙмәйсә, йышыраҡ осрашып торайыҡ, - тине байрам һуңында.
Ошо нәҫел килене Гөлнур Миниәхмәт ҡыҙы Баймөхәмәтова осрашыу тәьҫораттары менән бүлешеп: “Ғүмерҙә күрмәгән туғандарҙы күреп таныштыҡ, шәжәрәне барланыҡ. Нәҫел барыбер бер-береһенә тарта икән ул. Төҫкә лә оҡшап тороуҙары, туғанлыҡ билдәһен күрһәтеп тора бит”, - ти.
- Һәр кем ҡулынан килгәнсә бешеренеп, аҙыҡ-түлек алып килеп, өҫтәл әҙерләүҙә ярҙамлашты. Аш-һыу әҙерләүҙә ярҙамдары өсөн Раҡия әбейемдең балаларына, айырыуса Зәйтүнә Камалетдиноваға, һарыҡ биргән Тимербай Ҡәҙерғоловҡа, сәк-сәк, пирогтар бешереп килтергән Лира Зәйнуллинаға рәхмәт һүҙҙәрен дә еткергем килә”, - тип әйтеп үтте был байрамды ойоштороусы булараҡ Фаил Байшөгөров.
Бер ағастың ботаҡтарылай таралған “Әбүнәғим вариҫтары” уларҙы осраштырған йәйҙең йәмле көнөнә рәхмәт әйтеп, ошолай бергә йыйылышып, осрашып торайыҡ тигән теләктә һаубуллаштылар байрамдан.

Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды
Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды
Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды
Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды
Әбүнәғим вариҫтары бергә йыйылды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: