+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2023, 22:40

Инәле бала иркәле, аталы бала арҡалы

Тормош кешегә һынауҙы ла, бәхетте лә самалап бирә, тиҙәр. Ғаилә ҡороп, атай-әсәй булып, балалар үҫтереп, бәхетле генә йәшәп ятҡанда ҡайғы елдәре лә шаҡымайынса үтмәгән уларҙың йортон. Уҫман ауылында йәшәүсе күмәк балалы һәм өлгөлө ғаиләләрҙең береһе - Ләлә (Ғайсина) менән Рөстәм Ғәлиәхмәтовтар тураһында яҙмабыҙ.

Инәле бала иркәле, аталы бала арҡалы
Инәле бала иркәле, аталы бала арҡалы

Икеһенең дә тормош иптәштәре мәрхүм булып, тол ҡалғандар. Әммә улар һынмаған, һығылмағандар, мәңге уңалмаҫлыҡ булып ҡалған яраларҙы йөрәктәре аша үткәреп, кисерә белеп, сабырлыҡтарын юғалтмағандар. Ҡатын-ҡыҙ нисек тә түҙеп, балаларын яңғыҙ тәрбиәләүҙә ауырлыҡ кисермәй кеүек, ә ир-атҡа еңелдән түгел шул. Яҙмыштарына күнһәләр ҙә, уларҙың әсәйһеҙ ҡалған балаларына әсәй наҙы, атайһыҙҙарына атай терәге кәрәк. Шулай итеп, дүрт бала әсәһе Ләлә менән өс бала атаһы Рөстәм тол ҡалып, бер нисә йыл яңғыҙ йәшәгәс, балалары хаҡына бергә булырға ҡарар итәләр. Һәм ике яңғыҙ бер булып бынамын тигән итеп донъя көтәләр.
Ләлә Рәхмәтулла ҡыҙының балаларының өлкәндәре үҫеп етеп, бер-бер артлы тыуған йорттан сығып китеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡандар. Баш балаһы - ҡыҙы Айгөл Ырымбурҙа йәшәй, хәҙер үҙе дүрт бала әсәһе, инәһен өләсәй булыу бәхетен кисерткән. Илнур улы ла өйләнгән, Салауат ҡалаһында төпләнгән, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Улы Батыр Салауат ҡалаһында индустриаль колледжда, иң кесеһе Зарина 9-сы класты тамамлаған. Рөстәм Сәғитулла улының улдары Ислам шулай уҡ индустриаль колледжда, ә Солтан гимназияның 9-сы, ҡыҙы Эльмира 7-се класын тамамлаған.
Ғүмер даръяһы туҡтамай аға бирә. Бер йорт ҡыйығы аҫтында, бер ғаилә булып йәшәүҙәренә ете йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Яҙмыш был икәүҙе юҡҡа ғына осраштырып ҡауыштырмаған, икеһе лә бала йәнлеләр. Балаларын һинеке, минекенә айырмай, ҡыр типмәй, йылы мөнәсәбәт күрһәтәләр. Инәһе үҙен табып, мәрхүмә булғас, Эльмираға инәйгә иркәләнеп үҫеү бәхете тәтемәй. Ләлә иһә ҡыҙға күңел йылыһын, наҙын йәлләмәгәнен, уның янында ни хәтлем рәхәт икәнен ҡыҙҙың йөҙөнә бер ҡарау менән күрергә була ине (башҡа балалар уҡыуҙа ине). Ҙур, иркен йортта хәстәрлекле атаһы менән инәһе лә булыуына шат ине ул. Инәле бала иркәле, аталы бала арҡалы тип бушҡа әйтмәгән бит боронғолар. Бына шулай, ғүмер ағышында юғалып ҡалмаған, көслө рухлы, тыныс холоҡло, ҡыйыу йөрәкле ҡатын Ләлә үҙенең дүрт балаһынан башҡа тағы ла өс балаға үҫеп буй етергә ярҙам иткән яратҡан инәй ҙә, иптәшенә һөйөклө ҡатын да булып йәшәй.
Ғәлиәхмәтовтарҙың балалары ғына түгел, малдары ла ишле. Хужабикә дүрт һыйыр һауа, ғаилә башлығы менән бергә бал ҡорто умарталары (4 баш) ҡарайҙар, биш баш йылҡы малы аҫрайҙар, өйрәк-ҡаҙ алып һимертәләр. Һөттө дәүләткә һаталар, ҡаймаҡ, ҡоротон да аҡсаға әйләндерәләр. Нигеҙҙә малдан килгән аҡса менән ғаилә бюджетын тулыландыралар. Һөнәре буйынса тракторсы булып, заманында колхоздың “тимер ат”тарын ауыҙлыҡлаған” Рөстәм Сәғитулла улы малға бесән сабыу өсөн үҙ көсө менән “МТЗ” тракторлы булған, сапҡыс, йыйғыстары ла үҙҙәренеке, йомош-юлға йөрөргә еңел автомашиналары бар. Күмәк балалы ғаилә булараҡ, сертификатҡа эйә булып, бынан өс йыл элек өйҙәренә газ үткәргәндәр.
Бер-береһенең балаларына атайлы һәм әсәйле булыу бәхетен кисертеп йәшәгән Ғәлиәхмәтовтар ғаиләһе кеүек маҡтауға лайыҡлы миһырбанлы ғаиләләр күберәк булһа ине.

Инәле бала иркәле, аталы бала арҡалы
Инәле бала иркәле, аталы бала арҡалы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: