+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2023, 16:10

Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята

30 июндән 1 июлгә тиклем ике көн һуҙымында Красноусол ауылында Ғафури районының хәрби-иҫәп пунк-тында эште ойоштороу буйынса күргәҙмә күнекмә үтте.Сарала республикабыҙҙың берләштерелгән 22 хәрби комиссариатынан хәрби комиссарҙар һәм хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Улар араһында Баҡалы, Йәрмәкәй, Мәсетле, Ейәнсура, Фёдоровка, Стәрлебаш, Краснокама, Йылайыр, Салауат, Балтас, Благовар, Өфө, Асҡын райондарынан һәм башҡалар бар ине.

Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята

Семинар-кәңәшмә эше район мәҙәниәт һарайы бинаһында барҙы. Башта ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар күргәҙмә экспонаттары менән танышты. Ул район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Йәш армия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик ижтимағи хәрәкәте, урындағы ДОСААФ бүлексәһе һәм Нияз Мәжитов исемендәге Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты тарафынан ойошторолғайны. Һуңғылары Шайморатов класы уҡыусыларын да йәлеп итеп, белем усағында патриотик тәрбиә биреүҙә һәм махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам йәһәтенән эшләнгән эштәр тураһында тәрбиәсе Гөлшат Шаймарҙанова менән уҡытыусы Ришат Ураҙғолов бәйән итте.
Сараның пленар өлөшөндә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тәбрикләп: “Мин һеҙҙе ҡунаҡсыл Ғафури ерендә күреүемә бик шатмын, - тине. – Элекке район хәрби комиссариаты бинаһы ваҡытында урындағы муниципаль үҙидараға тапшырылып, хәҙер унда хәрби-иҫәп пункты урынлашҡан. Бинаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулыһынса ремонт үткәреп, тәҙрә, ишек, электр үткәргестәрен алыштырҙыҡ, компьютер һәм оргтехника менән тулыландырҙыҡ, күргәҙмә-агитация материалдарын яңырттыҡ. Шулай уҡ биләмәһе төҙөкләндерелде, машиналар ҡуйыу урыны эшләнде. Хәрби комиссариат эше буйынса ниндәй генә һорау булмаһын, беҙ ярҙам иттек, итәбеҙ һәм итәсәкбеҙ”, - тине ул.
Артабан сығыш яһау өсөн һүҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәре Үҙәк хәрби округының хәрби инспекторы Тимофей Михайлович Азаровҡа бирелде. Ул үҙ сығышында илдең бөтөнлөгө һәм йәшәйешендә хәрби комиссариаттарҙың роле тураһында йөкмәткеле, мәғлүмәтле итеп һөйләп үтте.
- Хәрби комиссариаттар һәр саҡ ғәскәри әҙерлектең төп звеноһы булып торалар, тап улар хәрби иҫәп алып баралар, тәүге хәрби уҡыуҙар уҙғаралар, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойошторалар һәм башҡалар, - тип билдәләне ул. – Бөгөнгө көндә эшләп еткерәһе һорауҙар һәм мәсьәләләр бар, әлбиттә. Махсус хәрби операцияға ҡағылышлы йөкләмәләр өҫтәлгәс, был йүнәлештең эше тағы ла артты. Ошо ябай булмаған ваҡытта район хәрби комиссариаты бинаһына ремонт үткәргәне һәм компьютерҙар менән тәьмин иткәне өсөн Ғафури район хакимиәте башлығына рәхмәтлемен. Шуны ла өҫтәп әйткем килә, күп һорауҙар Фәнзил Фәйез улының был йүнәлешкә битараф булмағанлығы арҡаһында ыңғай хәл ителеп килә. Мөмкин булғандың һәм булмағандың барыһын да эшләргә тырышҡандары өсөн республиканың башҡа хакимиәт башлыҡтарына ла айы-рым рәхмәт. Һеҙгә лә төп эшегеҙҙән тыш, гуманитар ярҙам йыйыу һәм уны үҙегеҙҙең яугирҙарға тапшырыу өсөн те-йешле урынға алып барыу кеүек эштәрҙе ойоштороу еңел булмағанын аңлайым, - тип тамамланы ул үҙ сығышын.
Һуңынан Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары Рәмил Наил улы Хәйретдинов, Ауырғазы һәм Ғафури ра-йондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев сығыш яһаны.
Сығыш яһаусыларҙан һуң һөйләшеү аралашыу форматында дауам итте. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төрлө һорауҙар бирҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләнеләр, үҙ тәҡдимдәрен индерҙеләр. Сараның икенсе өлөшө яңыртылған өлгөлө-күрһәтмә хәрби-иҫәп пунктында уҙҙы.

Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: