+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2023, 13:20

“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды

Күптән түгел Татар Саскүле ауылындағы “Изге йорт” пансионатында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ун һигеҙ йәштән өлкәнерәк кешеләргә алда торған һайлау тураһында аңлатыу маҡсатында һайлау хоҡуғы һәм һайлау барышы һорауҙары буйынса конкурс уҙғарылды.

“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды
“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды

Бында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, Ғафури районының территориаль һайлау комиссияһы, “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте”нең дөйөм Рәсәйҙәге Башҡортостан йәмәғәт ойошмаһы викторинаны ойоштороусылар булып сығыш яһанылар.
Конкурста ҡатнашыусылар алдында район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Зверева тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап, барыһына ла уңыштар теләне, һуңынан викторинаның ҡағиҙәләре һәм тәртибе тураһында аңлатып үтте.
- Быйылғы йылда конкурс 12-се тапҡырға уҙғарыла һәм ул Рәсәй Федерацияһының һайлау системаһының 30 йыллығына арнала, - тине сығыш яһап Римма Ишмырҙа ҡыҙы. – Конкурс үҙенең барлыҡҡа килеү осоронан алып киң популярлыҡ яуланы. Үткән йылда республикабыҙ ҡала һәм райондарында уның ҡатнашыусылары мең ярым самаһы кешегә етте.
Артабан, конкурсты уҙғарыу сиктәрендә 22 конкурсант бер нисә “Разминка”, “Ҡаршылыҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеү” һәм “Блиц-турнир” этаптарын уңышлы үтте. Инвалидтарға һайлау хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, Рәсәй Федерацияһы закондары менән һайлаусыларҙы таныштырыу, дәүләт һәм урындағы власть органдарының, һайлау комиссияһы, инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары менән берлектә инвалидтар өсөн һайлауға биналарҙың әҙерлеген тәьмин итеүҙе булдырыуға ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар бирелде.
Иң әүҙем фекер алышыусыларҙың үҙҙәренең тәҡдимдәрен индереүҙәре, хоҡуҡтары тураһында аңлатыуҙарын күҙәтеү ҡыҙыҡлы булды. Бирелгән һорауға беренсе булып яуап бирергә теләүселәр ҡулдарын һуҙып, үҙ копилкаларына балл һалып ҡалырға тырышты. Викторинала ҡатнашыусыларҙың яртыһы үҙ йәштәренә ҡарамаҫтан, һайлау хоҡуғы тарихының килеп сығышы тураһында, ул йүнәлештәге ауыр мәсьәләләр хаҡында һәйбәт беләләр тип ышаныслы әйтеп була, улар шулай уҡ республикалағы ғына түгел, илдәге, донъялағы сәйәси хәлдәр тураһында ла ҡыҙыҡһына.
- Бындай саралар бик кәрәкле, сөнки һәр гражданин үҙенең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын белергә тейеш, - тип билдәләп үтте “Изгелек шишмәһе” коммерциялы булмаған автономлы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Розалия Рахманғолова. – Был бигерәк тә һайлау процедураһын үткәндә ҡыйынлыҡтар менән осрашҡан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мөһим. Файҙалы осрашыу өсөн ойоштороусыларға һәм Римма Ишмырҙа ҡыҙына ҙур рәхмәт. Йәмғиәтебеҙ мәнфәғәте өсөн киләсәктә лә шулай бергәләп уңышлы эшләп, хеҙмәттәшлек итербеҙ тип өмөтләнәбеҙ.
Конкурс араһындағы тәнәфестә район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре сарала ҡатнашыусыларҙы концерт номерҙары менән дә ҡыуандырҙы.
Викторинала ҡатнашыусы-ларҙың яуаптарын компетентлы жюри ағзалары - Ғафури муниципаль районының Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Е.Жукова, районда инвалидтарға ярҙам итеү “Өмөт нуры” фонды директоры Л.Табулдина, ошо фондтың спорт һәм фитнес буйынса педагог-инструкторы В.Шамсубарова һәм урындағы Территориаль һайлау комиссияһы секретары О.Кленова баһаланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса жюри йомғаҡ яһаны һәм еңеүселәрҙе билдәләне. Өсөнсө урынды Ришат Ғафаров алһа, икенсе Нәүғән Ғилмановҡа бирелде, ә инде һайлаусы хоҡуғы һәм һайлау барышы һорауҙары бу-йынса мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкән конкурста ҡатнашыусылар араһында Ғизилхаҡ Ҡарабаев иң-иңе тип табылды.
Римма Зверева БР Территориаль һайлау комиссияһы исеменән еңеүселәргә Дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Һәр ҡатнашыусы иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Сараға килгәндә, ул юғары әҙерлекле кимәлдә үтеп, ҡатнашыусылар ҙа күтәренке кәйеф алып, ыңғай ҡарашта ҡалды.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.

“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды
“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды
“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды
“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды
“Изге йорт”тағыларҙың һайлауға әҙерлеге баһаланды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: