+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2023, 18:10

Ат парадына әҙерлек әүҙем бара

Баймаҡ районы йылҡысыһы Руслан Мөжәүиров атын «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аттары фестивалендә үтәсәк парадҡа әҙерләй. 

Ат парадына әҙерлек әүҙем бара
Ат парадына әҙерлек әүҙем бара

Алмаз ҡушматлы атҡа 8 йәш. Ат өсөн был иң һәйбәт йәш. Был ваҡытҡа хайуан көс туплаған була һәм тәжрибәгә эйә, ләкин шул уҡ ваҡытта аттың бөтә ғүмере алда әле, һәм ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәнергә теләге, көсө бар, - тип һөйләй тәжрибәле йылҡысы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 августа «Башҡорт аты» фестивалендә ҙур ат парады ойошторола, унда күрше илдәрҙән, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән бер нисә йөҙ һыбайлы ҡатнаша.

Ат парадына әҙерлек әүҙем бара
Ат парадына әҙерлек әүҙем бара
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: