Шифалы эсемлекте Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештерә.
- Беҙ 14 йыл буйы башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетәбеҙ, улар бик үҙенсәлекле. Бөгөнгә уларҙың һаны яҡынса 300 башҡа етте, шуларҙың 30-ы - һауын бейәһе. Көнөнә 100 литр ҡымыҙ етештерелә, - тип һөйләй йәмғиәт етәксеһе Даян Иштимиров. - Беҙҙең ҡымыҙ кәзә тиреһенән эшләнгән һауыттарҙа етештерелә. Тире ҡулланыр алдынан ыҫлана һәм аҡ май менән эшкәртелә. Бындай һауыттың өҫтөнлөгө шунда: ҡымыҙҙа бөтә файҙалы элементтар һаҡлана. Шулай уҡ был технология арҡаһында беҙҙең ҡымыҙ үҙенсәлекле, йомшаҡ ҡына тәмгә эйә, - тип уртаҡлашты эшҡыуар.
Даян Иштимиров тәжрибә уртаҡлашыу һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу маҡсатында Силәбе өлкәһе делегацияһы составында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аты фестивалендә ҡатнашасаҡ.