+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2023, 18:30

Силәбе рәссамы Михаил Воронов башҡорттар тураһындағы һүрәттәрен «Башҡорт аты» фестивалендә күрһәтәсәк

Силәбе рәссамы Михаил Вороновты башҡорт мәҙәниәте йырсыһы тиҙәр.

Силәбе рәссамы Михаил Воронов башҡорттар тураһындағы һүрәттәрен «Башҡорт аты» фестивалендә күрһәтәсәк
Силәбе рәссамы Михаил Воронов башҡорттар тураһындағы һүрәттәрен «Башҡорт аты» фестивалендә күрһәтәсәк

Икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аты фестивалендә рәссам башҡорттарҙың хәрби тарихы тураһында картиналарын тәҡдим итәсәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙы ҡарарға ғына түгел, QR-код ярҙамында улар тураһында тыңларға ла мөмкин.

- Мин - рәссам-реалист, һәм миңә бөтә ваҡ нескәлектәр ҙә мөһим. Шуға күрә картиналар яҙыу өсөн башҡорт һәм рус казактарының бер нисә костюмын реконструкциялау заказ бирҙем. Костюмдар мөмкин тиклем төп нөсхәгә яҡын һәм ҡулдан тегелгән. Уларҙы ла башҡорт аты фестивалендә күрербеҙ, - ти рәссам.

Михаил Златоуста тыуған, оҙаҡ ваҡыт Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә уҡыған һәм эшләгән. Ул картиналарҙан тыш, башҡорт тарихына һәм фольклорына нигеҙләнгән легендаларҙы ла яҙа. 

Силәбе рәссамы Михаил Воронов башҡорттар тураһындағы һүрәттәрен «Башҡорт аты» фестивалендә күрһәтәсәк
Силәбе рәссамы Михаил Воронов башҡорттар тураһындағы һүрәттәрен «Башҡорт аты» фестивалендә күрһәтәсәк
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: