+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль , 16:34

Һаман һыҙлай әле ул яра...

Бөгөн, 15 февралдә Красноусолдағы Хәтер аллеяһы янындағы майҙанда үткән митингыға хәрби бәрелештәр ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, йәштәр, уҡыусылар, предприятие-учреждение-ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Һаман һыҙлай әле ул яра...
Һаман һыҙлай әле ул яра...

Бынан 35 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу тамамланды. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталар календарына индерелеп, дәүләт кимәлендә билдәләнә.
Бөгөн, 15 февралдә Красноусолдағы Хәтер аллеяһы янындағы майҙанда үткән митингыға хәрби бәрелештәр ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, йәштәр, уҡыусылар, предприятие-учреждение-ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Митингҡа йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тәбрикләп: “Ватаныбыҙ хәүефһеҙлеге өсөн күрһәткән батырлығығыҙ бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Бөгөн тағы ла ил һағына баҫҡан һалдаттарыбыҙ һеҙҙән өлгө ала, ҙур тәжрибәгеҙгә таяна. Барығыҙға ла бәхет, ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйем,” - тине. Фәнзил Фәйез улы райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Афған һуғышы ветерандары Рим Бәшировты, Рәзит Кәримовты, Илдар Ғәзизовты район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.

Митингта шулай уҡ Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариаттың хәрби-иҫәп һәм мобилизация эштәре буйынса бүлек начальнигы ярҙамсыһы Игорь Ступников сығыш яһап, иҫтәлекле көн менән тәбрикләгәндән һуң, ветеран-афғансылар Илфир Исхаҡовҡа һәм Юрий Целмсҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Утлы йылдар йөрәктәрендә төҙәлмәҫ яра булып ҡалған афғансыларға рәхмәт һүҙҙәрен Ф. Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова ла еткерҙе.

Тыуған илдәренә, өҙөлөп көткән атай-әсәйҙәре, ҡатындары, балалары янына ҡайта алмай Афған ерендә башын һалған 15 мең һалдат иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Митинг һуңында хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандар һәйкәлдәренә сәскәләр һалынды.

Һаман һыҙлай әле ул яра...
Һаман һыҙлай әле ул яра...
Һаман һыҙлай әле ул яра...
Һаман һыҙлай әле ул яра...
Һаман һыҙлай әле ул яра...
Һаман һыҙлай әле ул яра...
Һаман һыҙлай әле ул яра...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: