+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь , 23:50

Һәр кемдең бала сағы матур үтһен

Өфөләге М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Волга буйы федераль округының балалар йорттарына ярҙам итеү һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы социаль адаптациялау буйынса “Бала саҡты ҡайтарырға” округ фестивале тантаналы асылды.

Динар Калимуллин
Фото:Динар Калимуллин

Өфөләге М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Волга буйы федераль округының балалар йорттарына ярҙам итеү һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы социаль адаптациялау буйынса “Бала саҡты ҡайтарырға” округ фестивале тантаналы асылды. Башҡортостан, Татарстан, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе – барлығы 14 төбәктән килгәндәр ине. Театр фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмәләр әҙерләгәндәр.

Фестивалде асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Мария Львова-Белова видеобәйләнеш аша сыҡты һәм балаларға ярыштарҙа уңыштар теләне.

- Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы үҙ ерендә ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән иң әүҙем балаларҙы ихлас ҡабул итте. Һәр берегеҙ үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Өфөләге фестиваль командала эшләү киңлегенә әүереләсәк, - тине Анна Александровна.

Фестивалде асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Александрович Машковцев һәм “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Владимировна Хәбирова ҡатнашты. Ул барлыҡ ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләне.

- Бала саҡ – хыялдар, ижад, хыялдарҙың тормошҡа ашыу ваҡыты. Мин ошо ваҡыттың хәтерегеҙҙә ҡалырлыҡ булыуын теләйем. Тағы был – дуҫлыҡ өсөн ваҡыт. Һеҙгә ярыштарҙа еңеү теләйем. Уңыштар һеҙгә, - тине Олег Александрович.

- Дүртенсе тапҡыр Башҡортостандың фестиваль үткәреү урынына әүерелеүенә шатбыҙ. Бөгөн күргәҙмәләрҙе ҡараныҡ, илебеҙ шул тиклем төрлө, шул тиклем ҙур икәнлеген күрҙек, - тине Каринэ Владимировна. – Күңелеңә үтеп ингән, йөрәгеңдә эҙ ҡалдырған кеше менән бер осрашыуҙың да тотош тормошто үҙгәртеүе ихтимал. Минең шулай булды, күптәр ошондай хәлгә тарығандыр. Бындай осрашыуҙың был фестивалдә булыуы мөмкин. Ошо осраҡта фестивалде ойошторғандар барыһы ла уның тиккә үтмәгәнлеге тураһында әйтер. Осрашыуҙы  уйлап сығарғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерге килә, - тине Каринэ Владимировна.

Сараны асыу тантанаһында Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендәге социаль өлкәләге власть органдары һәм бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

“Бала саҡты ҡайтарырға” фестивале Волга буйы федераль округында 2009 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил булышлығында үткәрелә, 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола. Сараның төп маҡсаты – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, етем балаларҙы мөмкин тиклем йәлеп итеү, мәҙәни, спорт һәм башҡа юҫыҡтағы сараларға өндәү, һәр бала үҫеше өсөн шарттар булдырыу.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрстәре, интеллектуаль уйындар һәм башҡа саралар ҡаралған.

Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Һәр кемдең бала сағы матур үтһен
Читайте нас: