Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2025, 15:10

Ҡаһарман ил һаҡсыһы

Бөгөн һәр кемдең уйы махсус хәрби операцияла беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн нацистарға ҡаршы көрәшкән ир-егеттәр, улар йөрөгән яу ерҙәренән айырылмай. Ә уларҙың атай-әсәйҙәре, тормош иптәштәре, балаларының кисерештәре, борсолоуҙары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға ла, ауылдарға командировка мәлендә, яйы тура килгәндә, уларҙың ғаиләләре, яҡындары менән осрашып һөйләшергә, хәлдәрен белешергә тырышабыҙ.Өсөнсө йыл улдары МХО-ла йөрөгән Игенселәр ауылында йәшәүсе Фәнирә менән Марат Арыҫлановтарҙа булып, улар менән яҡындан аралаштыҡ.

Ҡаһарман ил һаҡсыһы
Ҡаһарман ил һаҡсыһы

Улар өс бала: бер ҡыҙ (Ирина), ике ул (Булат, Илназ) тәрбиәләп үҫтергән. Улдарының өлкәне – 36 йәшлек Булат махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан алдындағы бурысын үтәй. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндең икенсе айында, йәғни 2022 йылдың 22 октябрендә махсус хәрби операцияға алына. Ғаиләһе менән Нижневартовск ҡалаһында йәшәп, ошонда “Лукойл” компанияһында эшләп йөрөгән була.
Булат 2007 йылда Себер тарафтарына юлланып, бында нефть техникумына уҡырға инә һәм яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән егет Нижневартовск ҡала мэры стипендияһын алып уҡый. Һуңынан нефть институтында уҡыуын дауам итеп, юғары белемгә эйә була. Ике уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлай. Өйләнә, Валерия исемле кәләше менән 11 йәшлек ҡыҙҙары Александра һәм өсөнсө йәше менән барған Тимур улдарына атай-әсәй булалар. Өс бүлмәле фатир һатып алып, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, ғаиләһе менән матур итеп йәшәп ятҡанда, өлөшләтә мобилизация иғлан ителә. 20 октябрҙә донъяға килгән улын күреп тә өлгөрмәй, ике көн үтеүгә махсус хәрби операцияға мобилизациялана. Улын ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда ғына күреп һөйөү насип була уға. Ошо көндәрҙә яугир йәнә ғаиләһе янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, отпускыһының яртыһын йәйгә ҡалдырып, ғаиләһе менән Игенселәргә ҡайтыр тип көтәләр.
- Булатыбыҙ шул тиклем дә тәртипле, илтифатлы, хәстәрлекле, итәғәтле йән инде, ундай бала донъяла юҡтыр ул, беҙҙең һәм апаһы менән туғаны өсөн өҙөлөп тора, ярҙамынан ташламай. Ауылдаштары өсөн дә йән ата, ауылда олоһо-кесеһе үҙен хөрмәт итә, ҡайтһа, барыһының хәлен белешеп, бар ауылды урап сыға. Техникумда уҡығанда мэр стипендияһын алғас, миңә һыуытҡыс бүләк итте, ана, әле һаман эшләп ултыра. Әле бына газ плитаһын яңыртығыҙ тип аҡса ебәргәйне, өр-яңы плита алып ҡайтып ултырттыҡ, ҡормағанбыҙ ҙа әле, - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашһа ла, улы тураһындағы уй-кисерештәренән ҡояштай балҡыған йөҙө ҡара болот ҡаплағандай булып, болоҡһоу төҫкә инә. - Ул махсус хәрби операцияға алынғандан бирле тыныслыҡ бөттө, уны уйлап көнөбөҙ-төнөбөҙ үтә. Бирешмәҫкә, ауыр уйҙарҙан арынырға тырышһам да, йөрәк һыҙлай. Иҫән-һау ғына йөрөһөн инде, - ти әсә борсолоп. - Улыбыҙ отделение командиры булып хеҙмәт итә, нацистарға ҡаршы ҡыйыу көрәшкән өсөн ике миҙалға лайыҡ булды. Күптән түгел ул хеҙмәт иткән хәрби частың 4-се сапёрҙар батальоны командиры гвардия майоры С.Стариковтан атаһы менән икебеҙгә төбәп яҙылған Рәхмәт хатын алдыҡ. Беҙ һәм туғандары өсөн ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ булды хат.
Бына шундай ҡыйыу йөрәкле батыр, илһөйәр ул тәрбиәләп үҫтергән Фәнирә менән Марат Арыҫлановтар. Балалары үҙҙәре өлгөһөндә намыҫлы һәм яуаплы, кешелекле һәм кеселекле, ярҙамсыл һәм эшһөйөүсән кеүек яҡшы сифаттарға эйә булып буй еткергән. Булат улдарынан тыш Ирина ҡыҙҙары, Илназ улдары изгелексәндәр, һәр ваҡыт кешегә ярҙамға килергә әҙер торалар. Икеһенең дә икешәр балалары бар. Үтәк ауыл хакимиәтендә эштәргә идара итеүсе булып эшләп йөрөгән Ирина ауыл Советы депутаты булараҡ, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Ауылда төрлө байрам саралары ойоштороп үткәрһенме, урамдарҙы тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм башҡа эштәрҙә башлап йөрөүсе лә ул, донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләп табырға һәләтле. Илназ иһә һәр эштә ата-әсәһенең һәм апаһының уң ҡулы.
Яу яланындағы улдары тураһында һөйләшеп ултырғандан һуң, хужаларҙың үҙҙәренең хәтирәләрен барлайбыҙ. Йор һүҙле, ихлас әңгәмәсе Фәнирә апай Игенселәр ауылында тыуып үҫкән, аҙ һөйләп, күп эшләүсе, бар эшкә лә маһир Марат ағай - Үтәктән. Ғаилә ҡорғас, йорт һалып, Игенселәрҙә төпләнәләр. Колхозда эшләйҙәр, Марат Рәшит улы – механизатор, ә Фәнирә Әхмәт ҡыҙы сөгөлдөрсө була. Колхоз бөткәс, ғаилә башлығы ете йыллап Уренгойға вахта ысулы менән эшкә йөрөп, хаҡлы ялға сыға. Бөгөн “ШЭ Р.Ғ.Ғафаров” КФХ-һында эшләй. Хужабикә халыҡтан һөт йыя, хәҙер иһә хаҡлы ялда. Элек-электән ауылдарға хас булғанса, күпләп мал аҫрайҙар, әле лә уларҙан өҙөлөргө уйламайҙар. Бөгөн уларҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында ике һыйыр, башмаҡтар, һарыҡтар, тауыҡтар, бал ҡорттары бар, ҡаҙ-өйрәктәр алып һимертәләр. Баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алалар. Үҙҙәренән артҡан ит, һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа һәм бәрәңгеһен һатып, ғаилә бюджетын тулыландыралар. Хужабикә гөл-сәскәләр ярата, өйҙө гөлдәр биҙәһә, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҡсаларында күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерә. Уларҙы хужабикә ҙур кинәнес менән тәрбиәләй. Ғинуар-февралдән йәшелсә үҫентеләре (рассада) ултырта башлай.
Марат ағай ҙа, Фәнирә апай ҙа үҙҙәренең ихласлығы, ябайлығы, кешелеклелеге, изге күңелле булыуҙары, егәрлелектәре, бөтмөрлөктәре менән генә түгел, ә ҡунаҡсыллыҡтары менән дә беҙҙе хайран итте. Был төбәк халҡы өсөн өлгө улар. Үҙҙәренә килгән кешене ихлас, яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, сәй эсермәй сығармайҙар, һәр ваҡыт ҡунаҡ көтөлгәндәй, йорттарының эсе лә, тышы ла ялт итеп, өҫтәлдәре һый-ниғмәттән һығылып тора, өҫтәүенә, күстәнәстәр биреп оҙатып ҡалалар.
Шундай матур ғаилә менән аралашып, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырыуыбыҙ өсөн бик шатбыҙ. Бары тик һуғыш тиҙерәк бөтһөн, Булат улдары һәм барлыҡ ир-егеттәр имен-аман, үҙ аяҡтарында ғаиләләре, яҡындары янына Еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар!

Ҡаһарман ил һаҡсыһы
Ҡаһарман ил һаҡсыһы
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас