Быйылғы йыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналып, Рәсәйҙә Ватаныбыҙҙың данлы тарихи үткәндәренә, һәр дәүерҙә илебеҙ именлеген һаҡлаусы ҡурҡыу белмәҫ батыр, ҡаһарман улдары хөрмәтенә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Республикабыҙҙа иһә 2025 йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип билдәләнде.
4 февралдә район мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операция ветерандары, ил именлеге һағында батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары, хеҙмәт коллективтары, йәш Шайморатовсылар, йәш армиясылар, уҡыусылар һәм район халҡы ҡатнашлығында Ватанды һаҡлаусылар йылын тантаналы асыу сараһы үтте.
Сара алдынан райондың мәшғүллек үҙәге, МФЦ, Ғафури урмансылығы, “Эко-Сити”-ның төбәк операторы, үҙәк район дауаханаһы, адвокаттар палатаһы, район хакимиәтенең юридик хеҙмәте, Ғаилә үҙәге һәм Ғафури мәғлүмәт- консультацияһы белгестәре махсус хәрби операция ветерандарын, яугирҙарҙың ата-әсәләрен ҡабул итеп, уларҙың һәр һорау-үтенесе буйынса төплө яуап-кәңәш бирҙеләр.
Тантаналы рәүештә залға Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһы флагы индерелгәс, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған тантаналы сара асыҡ тип иғлан ителеп, тәүге һүҙ район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға бирелде.
- Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләп, беҙ йәнә Ватаныбыҙҙың шанлы үткәненә әйләнеп ҡайтып, бөгөн Рәсәй мәнфәғәтен һаҡлаған һәм яҡлаған ҡаһарман яугирҙарҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. – Быйылғы йыл милләт-ара берҙәмлек һәм илһөйәрлек, илебеҙҙең үҙаллылығын һәм именлеген һаҡлаусыларға тәрән ихтирам символы ла булып тора.
- Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә районыбыҙҙа иҫтәлекле даталар уңайынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә бик күп саралар үтәсәк, - тип дауам итте ул. - МХО-ла ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйыласаҡ һәйкәл урынына таш һалынасаҡ, Хәтер баҡсаһы булдырыласаҡ, ветерандар менән осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре һәм башҡа бик күп саралар ойоштороласаҡ һәм быларҙың барыһы ла яҡты, имен киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу менән бер рәттән МХО-ла ҡатнашҡан егеттәргә тыныс тормошҡа яраҡлашыу, өйрәнеүгә лә булышлыҡ итәсәк.
- Махсус хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән Ғафури халҡы иң ауыр, хәүефле ваҡыттарҙа ла берҙәм булыуҙарын раҫлап, яугир –яҡташтарыбыҙға тос ярҙам күрһәтә. “Форсат” йәштәр үҙәге ирекмәндәр штабы базаһы ролен үтәп, районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән посылкаларҙы ҡабул итә, - тип дауам итте Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. - Ирекмәндәр штабы ағзалары алғы һыҙыҡтағы яугирҙар менән даими бәйләнештә булып, уларҙың һорау-үтенестәре буйынса кәрәкле әйберҙәр туплай. Тотош район халҡы ярҙамы менән 2022 йылдан башлап махсус операция биләмәһенә 40-тан ашыу гуманитар ылау оҙатылды. Беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарҙы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүгә эшҡыуарҙар, төрлө ойошмалар, депутаттар, ирекмәндәр, ғөмүмән, һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ.
Бына бөгөн дә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙ янында, - тип Гүзәл Зөфәр ҡыҙы тамашасыларҙың иғтибарын экранға йүнәлтте.
Махсус хәрби операция биләмәһендәге ғафури яугирҙарына сираттағы гуманитар ярҙамды алып киткән район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улының алғы һыҙыҡтан экран аша сарала ҡатнашыусыларға видео-мөрәжәғәте, яҡташ яугирҙарыбыҙҙың даими ярҙамдары өсөн райондаштарына еткергән рәхмәттәре, “Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” тигән һүҙҙәрен ишетеү бик тулҡынландырғыс булып, сараның әһәмиәтен бермә-бер арттырҙы.
- Ҡаһарманлыҡтары, батырлыҡтары өсөн МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға дан һәм хөрмәт. Уларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы һәм иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, - тип сығышын тамамланы Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һәм махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәү барышында батырҙарса һәләк булған яугир Максим Васильевич Медведевҡа үлгәндән һуң бирелгән Генерал Шайморатов орденын уның атаһы Василий Медведевҡа тапшырҙы.
Сараның рәсми өлөшө тамамланғас, район мәҙәниәт йорто артистары тамашасыларға илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт номерҙары тәҡдим итте. Мгер Аванесян, Рөстәм Баймырҙин, Гөлфирә Әлмөхәмәтова менән Фәнзил Ғәлин башҡарыуындағы аһәңле йырҙар, “Төлкәҫ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренең сағыу сығышы, махсус хәрби операция ветераны Илнур Ғөбәйҙуллиндың йыры тамашасылар күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин башҡарыуындағы “Оҙатыу” йырын тотош зал аяғөҫтө баҫып, күҙ йәштәренә күмелеп тыңланы.
Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылын асыу сараһында ҡатнашыусы һәр кем ағымдағы йыл һөйөнөслө хәбәрҙәр һәм ваҡиғалар менән үтеп, еребеҙгә именлек, илебеҙгә тыныслыҡ килтереп, ут эсендәге барса яҡындарыбыҙ, барса яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән бер уй-теләктә таралышты.
Мәрхәбә Собханғолова.