Районда мәктәп туҡланыуын ойоштороусы ысын һөнәрмәндәр тупланған “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е алты йыл эшләү дәүерендә юғары кимәлдә эшмәкәрлек алып барыусы булараҡ баһалана килә, “Рәсәйҙең иң яҡшы предприятиеһы” булып танылыу яулай. Балаларҙы туҡландырыуҙа ярымфабрикаттар етештереүгә махсуслаштырылған “Виктория” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы булдырылған, кафелары эшләй. Районыбыҙға килгән туристарға кейтеринг хеҙмәте күрһәтеүгә республиканың туристик фирмалары менән килешеүҙәр төҙөшөлгән.
Бер ниндәй ҡушымтаһыҙ - иттән генә, өҫтәүенә, ҡул менән әҙерләнгән, сифатлы ризыҡтарға һорау ҙур булғас, яйлап тауар төрлөлөгөн арттырып, заявкалар буйынса ла эшләйҙәр. Районыбыҙ халҡын ғына түгел, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары кешеләрен дә сифатлы хәләл продукция менән тәьмин итәләр. Бөгөн предприятиела билмән, манты, голубцы, кәтлиттәр, фрикаделька, тефтель, вареник, ваҡ бәлеш, өсмөйөш, курник, төрлө эслекле ҡоймаҡ һәм башҡа ризыҡтарҙың 40-тан ашыу төрөн (балыҡтан әҙерләнгәндәре лә бар) етештерәләр. Заказ буйынса сәк-сәк, урама әҙерләйҙәр. Сифатты беренсе урынға ҡуйған предприятие республика кимәлендә уҙғарылған күргәҙмәләрҙә, конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем һәм ышаныслы ҡатнаша. Күптән түгел шундай республика конкурсында ҡатнашҡан предприятие еңеү менән әйләнеп ҡайтты.
- Беҙҙең ярымфабрикаттар етештереү цехыбыҙ йыл тирәһе эшләй. Етештергән барлыҡ продукциябыҙ хәләл. Төп продукциябыҙ һыйыр, ат һәм тауыҡ итенән әҙерләнә, ҡайһыларына өйрәк ите лә ҡушыла. Билмәндәрҙе ат, һыйыр иттәренән айырым, һыйыр һәм ат итен, ат менән өйрәк итен ҡушып эшләйбеҙ. Күптән түгел “Бөрө билмәне” тип аталған рес-публика конкурсы үтте. Беҙ ҙә унда ҡатнашырға йөрьәт иттек һәм конкурсҡа авторлыҡ рецебы буйынса ат итенә өйрәктекен һәм мүк еләге (клюква) ҡушып әҙерләнгән билмән тәҡдим иттек. Мүк еләге үҙенә бер төрлө әскелтем тәм бирһә, өйрәк ите йомшаҡлыҡ, ә ат ите майлылыҡ өҫтәне. Блюдоны халыҡ һәм профессиональ кимәлдәге жюриҙар баһаланы. Һәм, ниһайәт, ике жюри ла беҙҙең үҙенсәлекле билмәнгә юғары баһа биреп, 1-се урын яуланыҡ. Конкурста ҡатнашҡан Динә Платонова менән Зифа Топычканова билмән оҫталары булып танылды.
- Эшмәкәрлегебеҙ, нигеҙҙә, мәктәптәрҙә балаларҙы туҡландырыу менән шөғөлләнеү. Халыҡты хәләл продукция менән тәьмин итеү икенсе урында. Беҙҙең бөтөн продукцияларыбыҙ ҡул менән әҙерләнә, бер ниндәй ҙә автоматтар ҡулланылмай. Шуға ла беҙ халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән заявкалар буйынса эшләргә тырышабыҙ, ярымфабрикаттарыбыҙҙы үҙебеҙҙең “Атмосфера” кафеһы аша сауҙаға сығарабыҙ. Продукцияларыбыҙҙың ассортименты ярайһы ғына бай, уларҙы арттырып торабыҙ. Ярымфабрикаттар кешеләрҙең бөтөн категорияһына, диабетиктар өсөн дә, 1 йәштән алып сабыйҙар өсөн ризыҡланыуға тәғәйенләнгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: барлыҡ етештерелгән продукциябыҙ тәбиғи ауыл хужалығы продукттарынан тора: продукцияларыбыҙға ГМО, соя ҡушмайбыҙ, тәбиғи ит, йомортҡа ҡулланыла. Сеймалды бары тик Ғафури фермерҙарынан һатып алабыҙ. Цехта дүрт кенә ҡатын-ҡыҙ эшләүенә ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла алтын ҡуллылар, ваҡыттары менән иҫәпләшеп тормайҙар, заказдарҙы үҙ ваҡытында үтәргә һәләтлеләр һәм ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр. Иң тәү сиратта тауарҙың сифаты һәм уның тышҡы йөҙөнөң матур булыуы иғтибар үҙәгендә. Ризыҡ етештереүсе оҫта ҡыҙҙарыбыҙ айырыуса тәмле һәм матур булһын өсөн тырышлыҡ һала. Етештерелгән продукциябыҙҙың рецептары барыһы ла авторлыҡ (үҙемдеке). Уларҙың алтын ҡулдары менән етештерелгән үтемле продукцияларыбыҙ ҙур уңыш һәм ҙур һорау менән файҙаланылыуы өсөн бик шатбыҙ. Алдағы пландарыбыҙға килгәндә, балалар өсөн тауыҡ итенән сосис-калар, ваҡ колбасалар етештерә башларға планлаштырабыҙ, - тип ниәттәре менән дә уртаҡлашты Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы. –Шулай уҡ ҡеүәттәребеҙҙе һәм ҡорамалдарҙы арттырыу пландары менән йәшәйбеҙ.
Эшҡыуар район тормошонан да ситтә ҡалмай, төрлө акциялар ойоштора, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ылау туплауҙа ла ярҙам итә. Күптән түгел “Алтын ҡурай” ойошмаһы “Минең милли ризығым” флешмобы сиктәрендә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы менән берлектә, һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары һәм башҡалар ҡатнашлығында яугирҙарға ебәреү өсөн сәк-сәк бешереүҙе ойошторҙо.
Сифатлы ла, тәбиғи ҙә һәм хәләл ризыҡтар етештереүселәргә эштәрендә уңыштар юлдаш булһын!
Индира ИШКИНА.