Эйе, хәтирәләр аша беҙ күпме матур эштәрҙе барлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарының эштәренә байҡау яһайбыҙ. Күпме таланттарҙы асыҡлайбыҙ һәм уларҙың эштәрен киләсәк быуынға еткерәбеҙ. Ошо өлкәлә беҙҙең Сәйетбаба ауылында баҡыйлыҡҡа күскән хеҙмәт кешеләренең хеҙмәтен баһалауға арналған Хәтер кисәләре үтеп тора.
Әсәйебеҙ - изге доғаларҙа
Күптән түгел “Әсәйебеҙ изге доғаларыбыҙҙа” тип исемләнгән халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған, утыҙ йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған ауылыбыҙҙың һәм мәктәбебеҙҙең абруйлы хеҙмәт ветераны Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы Хәсәнованың Хәтер кисәһе үтте. Уға 25 декабрҙә 70 йәш тулған булыр ине. Кисәне Мәҙинә Ибраһим ҡыҙының ҡыҙҙары Резеда һәм Ләйсән аталары Миңлеәхмәт Мофаззал улы менән әсәләре хөрмәтенә һәм уның 70 йыллыҡ юбилейына арнап ойошторҙо.
Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы 1954 йылдың 25 декабрендә уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Атаһы Ибраһим Сабир улы Мәүлетҡолов көслө уҡытыусы һәм етәксе, талантлы оратор була. Ибраһим Сабир улы үҙенең балаларын уҡытыусы һөнәренә ҙур ихтирам һәм һөйөү рухында тәрбиәләгән. Дүрт ҡыҙының өсәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Мәүлиҙә, Зөбәйҙә Ибраһим ҡыҙҙары рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булһа, Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы физика-математика факультетын һайлай. Өсөнсө курсты тамамлағас, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, хеҙмәт юлын Сәйетбаба урта мәктәбендә башлай. Ғүмеренең аҙағынаса үҙенең яратҡан эшенә тоғро ҡалып, бар йөрәк йылыһын һалып эшләй ул. Мәктәптә физика-математика фәндәренән уҡыта. Көслө уҡытыусы, хәстәрлекле тәрбиәсе булыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы була. Бөтә ҡушылған эштәрҙе намыҫ менән башҡара. Уны балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә яратты, ихтирам итте.
Һуңғы йылдарҙа Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы мәктәп интернатында эшләне. Уның һәр балаға хәстәрлекле ҡарашы, яҡындан ярҙамы, аҡыллы кәңәштәре, изгелек-ле эштәре уҡыусыларҙа, ата-әсәләрҙә ышаныс һәм ихтирам уятты, коллективта абруй ҡаҙанды. Мәҙинә Ибраһим ҡыҙын уҡыусылары ла ихлас ярата. Һәр баланың йөрәгенә асҡыс таба белә ул.
1980 йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Салауат ҡалаһында йәшәүсе Мәҙинә исемле уҡыусыһы үҙенең иҫтәлектәрендә: “Мәҙинә апай бик һәйбәт уҡытыусы-физик, бер ваҡытта ла балаларҙы айырып ҡараманы, әхирәтебеҙ кеүек күрә инек, үҙенең кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙамға килә ине. Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алабыҙ”, - тип бүлешә. Мәҙинә Ибраһим ҡыҙының класташтары ла, уҡыусылары ла, хеҙмәттәштәре лә, туғандары ла уның тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ейәнсәре Алһыу Һабанбаева “Өләсәйемә” шиғырын һөйләп, хайран итте. Сөнки ул өләсәһен күреп белмәй, ә шулай ҙа матур хис-тойғолары аша һөйөү наҙҙарын күрһәтә алды. Ә Мәҙинә Ибраһим ҡыҙының вафатына ла 21 йыл үтеп киткән бит. Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы бөгөн ҡыҙҙарының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланыр, улар менән ғорурланыр ине...
Оло ҡыҙы Резеда Миңлеәхмәт ҡыҙы 2003 йылдан алып Сәйетбаба урта мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөй, балаларға физика, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренең серҙәрен аса. Тормош иптәше Наил менән Ҡолҡан ауылында йәшәй. Ҡыҙҙары Айгөл 10-сы класта, улы Илһам 8-се класта уҡый. Улар икеһе лә мәктәптә генә түгел, район, республика кимәлендәге сараларҙа уңышлы ҡатнашалар, һәр ерҙә еңеү яулайҙар. Мәҫәлән, Илһам “Урал батыр” эпосы бу-йынса үткәрелгән республика бәйгеһендә еңеү яулаһа, Айгөл күптән түгел генә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара республика олимпиадаһында 2-се урын яуланы. Уҡыу алдынғылары, һәр төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, уңышҡа ирешәләр. Илһам оҫта ҡурайсы, матур йырлай.
Ләйсән ҡыҙы 2006 йылдан Өфө ҡалаһының 10-сы белем биреү үҙәгендә башҡорт һәм инглиз телдәрен уҡыта, филология фәндәре кандидаты. Үҙ эшен яратып башҡара, “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһе еңеүсеһе. Тормош иптәше Баймаҡ районы егете Әлмир менән Алһыу исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Алһыу дүртенсе класта тик “5”-ле билдәләренә генә уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.
Мәҙинә Ибраһим ҡыҙының тормош иптәше Миңлеәхмәт Мофаззал улы ғаилә усағын һүндермәй, ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып йәшәй, бик күп йылдар бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәүен теләйбеҙ. Кисәлә Мәҙинә Ибраһим ҡыҙының кейәүе Фәнил Фәхриев йыр, ейәне Илһам ҡурайҙа уйнап, музыкаль сәләм еткерҙеләр. Кисә һуңында Мәҙинә Ибраһим ҡыҙының ҡыҙҙары Резеда һәм Ләйсән кисәлә ҡатнашыусыларға рәхмәттәрен әйттеләр. МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең әсәләренә, яҡындарына изге теләктәр еткереп, бүләктәр бирҙеләр.
Йөкмәткеле Хәтер кисәһен Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Иҫәнсурин дауам итте. Әсәләрен хөрмәтләп кисә ойошторған Резеда һәм Ләйсән Миңлеәхмәт ҡыҙҙарына, матур концерт бүләк итеүҙәренә залдағы бөтә халыҡ исеменән рәхмәт еткерелде. Шулай, “Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”, ти халыҡ. Тыныс тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта, тере саҡта бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышайыҡ.
Моңло йырҙары ҡалды йөрәктә...
Ошондай уҡ матур, күңел түренән сыҡҡан ихлас ихтирам тойғолары менән үтте Ҡаранйылға ауылында Миңнур Миңлебай улы Исхаҡовтың яҡты иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе. Моң һандуғасы булған Миңнур Миңлебай улының Хәтер кисәһен Илһам Байбулдин ҡурайҙа “Урал” көйө менән башлап ебәрҙе.
Моңло йырсы, халыҡ йырҙары оҫтаһы, Зәки Мәхмүтов исемендәге төбәк-ара йыр бәйгеһе лауреаты Миңнур Миңлебай улы бик күптәрҙең күңел түрендә матур хәтирәләр менән һаҡлана. Ҡаранйылға ауылы халҡы, Сәйетбаба ауылы, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре уның көслө, моңло тауышын һоҡланып иҫкә ала. Бик күптәр уны “икенсе Зәки Мәхмүтов” тип сағыштырып баһалайҙар ине.
Хеҙмәт яратып үҫкән егет “Йондоҙ” колхозында алдынғы механизатор булды. Уның хеҙмәт юлы тураһында Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Зәкир Вәлиулла улы Ишмырҙин һөйләп үтте. Тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған Миңнур Миңлебай улының хеҙмәте күптәргә өлгө. “Ә колхоз осоронда эш иртәнге таң һыҙылыу менән башлана, ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Механизаторҙарға бигерәк көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә. Миңнур колхоз эштәре менән бер рәттән йыш ҡына сәхнәләрҙә йырлап, концерттарҙа ҡатнаша ине. Халыҡ уның сығышын һәр саҡ көтөп, яратып ҡабул итте”, - тине ул. - Тәбиғи һәләт, моң урғылып аҡҡан шишмә кеүек халыҡ күңеленә үтеп инә. Миңнур Миңлебай улының тауышы ла Мәндем буйҙарын моңға күмеп, ғорур тау теҙмәләрен яңғыратып ағыла ине.
Башҡорт халҡының моң хазинаһы булған йырсы егетебеҙ бай мираҫ ҡалдырҙы. Уның йырҙары бөгөн дә хәтерҙә, бөгөн дә яңғырай. Сәйетбаба ауылы биләмәһе башҡорт ҡоролтайы рәйесе, уҡытыусы Рәсүл Тәҡиулла улы Ғилманов та башҡорт халҡының, милләтенең үҫешендә башҡорт халыҡ йырҙарының баһаһын күрһәтеп, билдәләп китте һәм “Миңнур Миңлебай улының моңо, йыры дауамлы буласаҡ”, - тине. Ысынлап та, Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң “Аҡбейек” ирҙәр вокал ансамбленең “Азамат” башҡорт халыҡ йыры менән сығышы быға асыҡ миҫал. Иҫән сағында Миңнур Миңлебай улы ла был ансамблдә йырлап йөрөй ине.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Винер Сәхиулла улы Ҡунафин да Ҡаранйылға ауылы халҡының йыр-моң төбәге, Миңнур Миңлебай улының уның бер биҙәге булыуын билдәләп үтте. Һәр кеше был донъяла үҙ булмышы менән килә. Берәүҙәр әллә ниндәй юғарылыҡтарға ынтылғанда, икенселәр тыныс ҡына, тыуған төйәгенән айырылмай, еренә ерегеп, ябай хеҙмәт кешеһе булып йәшәй. Тап шундайҙарҙың береһе булды ла инде Миңнур Миңлебай улы.
Тиҙ генә уҙып киткән ғүмер юлдарын һәм йырҙарын, уның йәшәйешен барлағанда арабыҙҙан ҡапыл ғына китеп барған Миңнур Миңлебай улы тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашырға килгән ауылдаштары, яҡындары, туғандары ла уға рәхмәтле. Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Табын ауылында йәшәүсе Хәмдиә Миңнулла ҡыҙы Ишбулдина кисәне ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, үҙенең бейеүен бүләк итте. Миңнур Миңлебай улы кеүек моңло йырсы, Сәйетбаба ауылынан Таһир Яхин да башҡорт халыҡ йырҙарын бүләк итте. Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллина үҙенең яҙған ҡобайырын һөйләп ишеттерһә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе шағирә Рәйсә Мөхәмәтдин ҡыҙы Ғәзизова Ҡаранйылға ауылына арнап яҙған шиғырҙарын уҡыны. Әлфиә Степанованың “Мәндем буйҡайҙары” йырын күптәр көтөп ала.
Мәндем буйҙарына сыҡҡан саҡта
Һандуғастар һайрай тирәктә.
Тыңлаһаң йыр, тыңла моңлоларҙан,
Моңло йырҙар ҡала йөрәктә.
Был юлдар бәләкәй сағынан тыныс холоҡло, аҡыллы, йыр-моңға маһир Миңнур Миңлебай улына ла ҡағыла. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, кемдәр менән генә аралашмаһын, уны һәр саҡ ябай, кешелекле тип хәтерләйҙәр. Ғаиләлә 7 баланың иң олоһо булараҡ уға күп эштәрҙе башҡарырға тура килә. Ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы булып, хеҙмәт яратып үҫә ул. Ниндәй генә ауыр һынауҙар, ауырлыҡтар осрамаһын, тормош һынауҙарын үткәрә белде.
Бер туған һеңлеләре Гөлнара Сатлыҡова менән Миңниса Кинйәбаева ла уның һәйбәт яҡтарын хәтерләп, һөйләп үттеләр һәм йыр бүләк иттеләр. Ир туғандары Мансур, Зиннур ғаиләләре менән сығыш яһанылар. Таһир Ишмырҙин тальян моңдарын бүләк итһә, Флүр Фәхриев йырын баянда башҡарҙы. Миңнур Миңлебай улының тормош иптәше Фәһимә, ҡыҙҙары һәм улы Хәтер кисәһен ойоштороусыларға рәхмәттәрен еткерҙеләр. Халыҡ йырҙарын бик яратып башҡарыусы моң эйәһе Миңнур Исхаҡовты күрше ауылдарҙа ла ишетмәгән-белмәгән кеше һирәктер, сөнки һәр төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөнө.
Хәтер кисәһе Миңнур Миңлебай улының тыуған көнөндә, тап 7 ғинуарҙа үтте. Уға был көндө 67 йәш тулған булыр ине. Кеше яҡты донъяға мәңгелеккә килмәй, шуға күрә һине иҫләрлек, матур хәтирәләр ҡалырлыҡ тормош юлы үтергә тырышайыҡ. Мәрхүмдәрҙең рухтары шат булһын.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА,
Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты.