Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты инициативаһы менән булдырылып, Башҡортостан башлығы гранты фонды конкурсында еңеүгә өлгәшкән “Айыҡ ауыл” конкурсы тотош Рәсәй кимәлендә лә танылыу яуланы. Йәғни 2024 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы "Халыҡтың йәшәү сифаты” йүнәлеше буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” проектын “Яңы замандың иң көслө идеялары” исемлегенә индергән.
Шуныһы һөйөнөслө, был мәртәбәле конкурста районыбыҙ ауылдары ла йылдың-йылы ҡатнаша. Мәҫәлән, 2021 йылда Красноусол ауылы конкурста ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараһа, үткән йыл яугилделәр был етди бәйгелә ҡатнашып, конкурс сиктәрендә бик күп эштәр башҡарҙы. Ә инде 2023 йылда оло үтәштәр бәләкәй ауылдар араһында 2-се урынға лайыҡ булды. Быйыл инде Ташбүкән ауыл биләмәһенең Түбәнге Ташбүкән ауылы конкурстың муниципаль этабында еңеп, республика кимәленә сыҡты. Әйтергә кәрәк, Түбәнге Ташбүкән ауылы һуңғы йылдарҙа социаль әһәмиәтле төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүгә өлгәшә. Үткән йыл аҙағында ғына Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған “Роза һәм Ко” фондының сираттағы проекты ( етәксеһе Р. Кәримова) нигеҙендә элекке мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнеп, өр-яңы төҫ алған мәҙәниәт усағы асылғайны. Ошо арала ғына конкурс сиктәрендә мәҙәниәт йортонда төрлө тематик кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп өлгөрҙөләр. Ә бына үткән аҙнала мәҙәниәт усағы янында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арнап “Ҡышҡы уйындар” спорт байрамы үтте.
Байрамға районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан тыш “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы “көндәштәре”- Ауырғазы районының Исмәғил ауылы, Архангел районының Көмәрле ауылы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Байрам сараһы бөгөнгө көн ҡаҙағында булған темаға арналған “Һалдатты ҡаршылау” прологы менән башланып китте.
... Бар халыҡ ил именлеген һаҡлап, ялға ҡайтҡан яугирҙы ҡаршыларға йыйылған. Бына флагтар тағылған кашауайға ултырып, яугир ҡайтып төшә. Һалдаттың да ниндәйе бит әле - ике йыл буйы ил именлеге һағында булған махсус хәрби операция ветераны Илнур Ғөбәйҙуллин. Һәм һалдат ҡайтыу уңайынан майҙан йыр-моңға күмелә, яугир ҡурайын ҡулына алып бейеү көйөн һуҙыуға барса халыҡ бейеүгә төшә...
"Ташбүкәндәр һынатмаҫ!"
Байрам сараһын асыу өсөн сәхнә түренә төп ҡунаҡтар, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы ағзаһы, “Ғафури” яҡташтар ойошмаһы етәксеһе, “Ағиҙел” журналы мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов саҡырыла.
- Хәйерле көн, хөрмәтле Ташбүкән ауылы халҡы, килгән ҡунаҡтар! Һеҙҙе райондың иң боронғо ауылдарының береһе Түбәнге Ташбүкән ауылында ихлас сәләмләйем, - тине сараға йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы. - Бөгөнгө сара “Айыҡ ауыл-25” республика конкурсы сиктәрендә үтә. Ташбүкәндә 147 кеше йәшәй, мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, ФАП эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһендә ауылдан 2 кеше, Ҡот-Мөхәмәт Ғәлим Ҡадир улы һәм Айҙар Булат улы Ғилманов хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡурғашлы ауылынан ике яугир батырҙарса һәләк булды.
- Конкурсҡа килгәндә, районыбыҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында йылдың-йылы ҡатнаша. 2023 йылда Оло Үтәш ауылы республика кимәлендә 2-се урын яуланы. Быйылғы йылда ла Түбәнге Ташбүкән ауылы һынатмаҫ, тип ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ, - тип сығышын тамамланы район етәксеһе.
- Белеүегеҙсә, һуңғы йылдарҙа Ҡоролтай милли мәҙәниәтте күтәреү, борондан килгән традицияларҙы һаҡлау, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, милли рухты үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш алып бара, - тине яҡташыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми вәкиле, районыбыҙҙың кураторы Мөнир Ҡунафин. – “Айыҡ ауыл” проекты ошо киң йүнәлешле эштең бер тармағы. Районыбыҙ ауылдарының конкурста ҡатнашыуы бик һөйөнөслө һәм ташбүкәндәрҙең еңеүселәр араһында булыуын теләйем. Илебеҙҙә тиҙерәк именлек урынлашып, барса яугирҙарға ла “ҡыҙыл линиянан” иҫән–имен әйләнеп ҡайтырға яҙһын, - тигән теләктәрен еткерҙе Мөнир Сәхиулла улы.
Үҙ сиратында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов та “Ҡышҡы уйындар”ға йыйылыусыларға уңыштар теләне.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илнур Ғөбәйҙуллин иһә сығыш яһаусыларҙың һүҙҙәрен йөпләп, ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашыусы командаларға көс-рух өҫтәп, еңеүгә дәртләндереп, аһәңле “Башҡортостан” йырын яңғыратты.
Майҙан тотто батырҙар
Артабан инде сарала ҡатнашыусылар ярыштар үтәсәк майҙанға йүнәлде. Ә унда командаларҙы көс-ғәйрәт кенә түгел, ныҡышмалылыҡ та, таһыллыҡ та талап иткән етди һынауҙар, әүәл-әүәлдән төрлө ырыу батырҙары араһында үткән бәйгеләрҙә булған ярыштар көтә ине. Стәрлебаш, Архангел һәм Ғафури спортсылары йәһәт кенә кемдең ниндәй төрҙә үҙенең ғәййәрлеген күрһәтергә тейешлеген самалауға ярыштарҙы башлап та ебәрҙеләр. Иң башта команда вәкилдәре мас-рестлинг федерацияһы ҡағиҙәләре буйынса таяҡ тартыуҙа көс һынашты. Бында инде тәүге “тартыштан” уҡ Илгиз Сабировҡа тиңләшеүсе булмаҫы тойомланды һәм шулай булып сыҡты ла. Һөҙөмтәлә, ярыштың был төрөндә Ғафури районы спортсылары - беренсе, ауырғазылар - 2-се, архангелдәр 3-сө урында ҡалды. Арҡан тартыу, “Тарт-эт” - һынауҙарында ла ғафуриҙар һынатманы. Ауырлығы 15-20 килограмм самаһы булған суҡмар ырғытыуҙа ла Илгиз Сабировҡа тиңләшеүсе булманы.
Уҡ атыу майҙаны ярыштан бигерәк оҫталыҡ дәресе майҙансығына оҡшап ҡалды. Судья Илһам Байбулдин ғына түгел, хатта команда ағзаһы булған уғатар Илдар Әбделмәнов үҙе лә “көндәштәренә” кереште нисек тартырға, уҡты нисек ҡуйырға икәнен аңлатып-өйрәтеп торҙо. Мәргәнлектә лә Илдарға етеүсе булманы, әлбиттә.
Өлкәндәр махсус майҙансыҡтарҙа көс һынашһа, сәхнә янында балалар өсөн дә махсус майҙансыҡ булдырылып, улар ҙа үҙҙәренең таһыллыҡтарын, мәргәнлектәрен һынап ҡараны. Ә сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне. Һәүәҫкәр артистар байрамға килеүселәргә дәртле йыр-моңдарын бүләк итте, тамашасылар күмәкләшеп, һикереп төшөп бейеп тә алдылар. Ташбүкәндәр бик ҡунаҡсыл да булып сыҡты - Рәмилә Ҡотова байрамға килеүселәргә тәмле былау бешергән, Минияр Булатов, Эльвира Абдрахманова һәм Фәнил Йәнтурин ярҙамсылары булғандар. Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре иһә шифалы үлән сәйҙәрен ҡайнатып өлгөртөп торҙо.
Һәм бына ярыштарға йомғаҡ яһалып, “Ҡышҡы уйындар”ҙың еңеүселәре лә билдәләнде. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сараның юғары кимәлдә, ә бәйгеләрҙең сәмле булыуын билдәләп, командаларға махсус дипломдар һәм махсус бүләктәр тапшырҙы.
Шулай итеп, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткән "Ҡышҡы уйындар"ҙа Архангел районы командаһы – өсөнсө, ауырғазылар икенсе урынды яуланы. Ә инде Илгиз Сабиров, Флорид Ғибаҙуллин, Рәмил Кинйәбаев, Марс Ғәзизов һәм Илдар Әбделмәнов составындағы район командаһы лайыҡлы рәүештә "Ҡышҡы уйындар" еңеүсеһе тип табылды.
- Байрамға килеүселәрҙең барыһына һаулыҡ-именлек теләйем. Еребеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, яуҙа йөрөгән ир-егеттәрҙең барыһы ла иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Ә ташбүкәндәргә уңыштар, республика кимәлендә лә еңеү теләйем, - тигән теләктәрен дә еткерҙе Венер Фәнир улы сарала ҡатнашыусыларға.
Нисек кенә булмаһын, уйында ҡатнашыусы һәр команда маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ. Уларҙың берҙәмлегенә һоҡланырлыҡ. Тормошта ла бит берҙәмлек, татыулыҡ иң мөһим сифат. Бөгөнгө көндәрҙә бигерәк тә.
Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашҡан һәр кем артабан да бөгөнгөләй күңелле итеп осрашып, аралашып, хатта үҙ-ара дуҫтарса сәмләшеп йәшәйек һәм эшләйек тигән уйҙа таралышҡандыр.
Мәрхәбә Собханғолова.