Тап бер йыл элек Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән Айрат Ғәббәсов Шайморатов миҙалы менән дә бүләкләнгәйне. Шундай ҡаһарман улдар иң беренсе әсәйҙәрҙең ҙур ғорурлығы булып тора. Эйе, яу юлында булған яугирҙарҙың әсәйҙәре лә төн йоҡоларын йоҡламай, улдары хаҡында уйланып, уларға доғалы булып йәшәй.
Ҡаһарман яугир менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп ултырырға әлегә тура килмәһә лә, ошо көндәрҙә Ҡотлоғужа ауылында йәшәүсе яугир әсәһе Гөлшәфиғә Кашфулла ҡыҙы менән күңелдәге уйҙарҙы бушатып, һөйләшеп алырға насип булды.
Әсә кеше ихлас ҡаршылап, һүҙҙе лә тиҙерәк был яу тамамланыуын һәм ир-егеттәр иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләүҙән башланы. Ике тапҡыр яуға кергән улың өсөн борсолмай буламы ни әсә күңеле. Үҙе “һә” тигәнсе: “Айраттың татлы балы менән сәй эсеп алайыҡ әле”, тип сәйен дә ҡуйып ебәрҙе.
Ауырғазы районының Яңы Мостафа ауылында тыуып-үҫкән Гөлшәфиғә Ғәббәсова Ҡотлоғужа ауылына 1968 йылда килен булып төшкән. Уларҙы димләп таныштырғандар. Тормош иптәше Әсғәт Абдулла улы өс йыл ярым Венгрияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан була. Ул иң тәүҙә колхозда шофёр, аҙаҡтан фермала оператор булып эшләгән, хәҙер мәрхүм инде. Гөлшәфиғә апай “Победа” колхозында төрлө эштәрҙә, ике тиҫтә йыл “Умырзая” балалар баҡсаһында башта тәрбиәсе, аҙаҡтан ашнаҡсы булып хеҙмәт юлы үткән. Уның тырышлығын күреп, алты тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлағандар, 30 йыл ҡатын-ҡыҙҙар советында торған. Ауыл клубында уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмаған, моңло йырҙары менән ауылдаштарын һөйөндөрһә, спектаклдәрҙә төрлө ролдәрҙе оҫта башҡарып, уларҙың күңеленә ял биргән. Әле лә яугир әсәһе ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, өмәләрҙә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, скандинав таяҡтары менән йөрөргә сыға. Уңған әсә Әсғәт ағай менән күркәм донъя ҡороп, Айрат улдарын һәм Резеда ҡыҙҙарын матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Айрат Әсғәт улы - ғаиләләге баш бала. Ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 77-се һөнәрселек училищеһында механик-водитель һөнәренә уҡый. Әрме хеҙмәтенә алынып, уға бер йыл алыҫ Афған ерендә хеҙмәт итергә тура килгән. 1989 йылда Афған еренән сығарылған совет ғәскәрҙәре төркөмөндә иң һуңғылар иҫәбендә була. Хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне, артабан тыныс тормоштағы әүҙем эшмәкәрлеге өсөн орден һәм миҙалдар менән наградланған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Айрат Ғәббәсов Ауырғазы Автотранспорт предприятиеһында водитель булып башлай. Бер нисә йылдан был предприятиены етәкләй. Ваҡыт уның талантлы һәм оҫта ойоштороусы булыуын күрһәтә. 2012 йылда уны “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың производство идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ауырғазы халҡы Айрат Ғәббәсовты район Советы депутаты итеп тә һайлап ҡуя. Ул мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт мәктәбенә, мәҙәниәт йорттарына, Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстанда һәм Чечнялағы локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға төрлө ярҙам күрһәтергә тырыша. Тормош иптәше, Ҡотлоғужа ауылынан, класташы булған Светлана Рим ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Илшат улдары Талбазыла эшләй, медицина һөнәрле булған Регина Өфөлә үҙ ғаиләһе менән йәшәй, Илнур Санкт-Петербургта уҡый. Алсаҡ, һүҙгә маһир яугир - оҫта һунарсы ла, умартасы ла, шул уҡ ваҡытта хәҙер олатай ҙа. Махсус хәрби операция башланғас, Афған яугиры тәүге көндәрҙән үк хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыя, үҙе йәшәгән Ауырғазы районы хакимиәте етәкселеге мобилизацияланған яугирҙарҙы оҙатыу эшендә ярҙам итеүҙе уға йөкмәтә. Егеттәр менән аралашыу тәьҫирендә унда МХО-ға юлланыу теләге барлыҡҡа килә. 2023 йылдың июнендә ирҙәрсә ҡарар ҡабул итә һәм үҙ теләге менән “Башҡортостан” полкына юллана. Афғанстандағы Баграм провинцияһының атамаһынан “Баграм” тигән позывнойҙы һайлай. Уны матди йәһәттән тәьмин итеү ротаһының взвод командиры итеп тәғәйенләйҙәр, сөнки Афғанстанда ла ошо уҡ хеҙмәттә - аҙыҡ-түлек ташыған колоннаны оҙатыуҙа йөрөй. Прапорщик дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Уның ҡарамағындағы 3-сө взвод МХО-лағы алғы һыҙыҡты аҙыҡ-түлек, һыу, хәрби припастар менән тәьмин итә. Әйткәндәй, Афған яугиры Рәсәй Геройы Андрей Мигунов менән яҡын дуҫтар булалар, ғаиләләре лә аралашып йәшәй. 18 йыл Ауырғазыла “афғансылар”ҙың ветерандар советын етәкләгәндә Ғафури районының хәрби комиссары менән берҙәм эш алып баралар.
Яугир дуҫтарын, егеттәрҙе юғалтыу бик ауыр, әлбиттә. Тормошто ныҡлы аңлаған яугир һалдаттарға атайҙарса ҡараш менән егеттәрҙе һаҡлау, юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн бар көсөн һала, яҡташтарға иғтибарлы. Сөнки улар быуыны ысын дуҫлыҡ менән көслө шул. Райондан, республиканан барған гуманитар ярҙам төркөмөн дә иғтибарлы һәм изгелекле, намыҫлы, дисциплиналы булған “Баграм” һәр саҡ ҡаршы алып, оҙатып йөрөүен беләбеҙ. Урындағы журналистар менән дә йыш бәйләнешкә сыға. Афғанды үткән яугир һирәкләп бәйләнешкә сыҡҡанда әсәһен дә: “Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!”, - тип йыуата. Амин, шулай ғына булһын. Һәр саҡ илгә-көнгә тыныслыҡ теләп ултырған әсә кеше лә балалары яуҙа булған әсәләргә Хоҙай иҫәнлек-һаулыҡ, сабырлыҡ бирһен тип теләй.
Гөлшәфиғә апайҙың икенсе балаһы - ҡыҙы Резеда аҙна һайын тигәндәй Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡайтып әсәһенә ярҙам итеп тора. Ул медицина һөнәрен һайлап, ошо йүнәлештә хәҙер инде 35 йыл эшләй. Тормош иптәше Филүс Фәнир улы менән Гүзәл, Гөлназ исемле ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Улар ҙа утты-һыуҙы кискән Айрат ағалары менән именлектә-һаулыҡта тиҙерәк осрашырға яҙһын тип көтәләр.
Бөгөн барыбыҙҙың теләге бер: “Илдә тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тыуған төйәгебеҙгә имен-аман, Еңеү менән ҡайтһындар”. Ватаныбыҙҙы яҡлаған һәм һаҡлаған “Баграм” яҡташыбыҙ менән атай нигеҙендә, әсә һөйөнөсөндә баллап сәй эсеп ултырырға яҙһын тиҙерәк.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.