Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2025, 07:35

Хәтерҙән сыҡмаҫ йылдар

15 февралдә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 36 йыл тула. Хәҙер был көн яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан яҡташыбыҙ, “Хәрби туғанлыҡ” район йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары, Красноусолда йәшәүсе афғансы-ветеран Ринат Рәхмәтуллин менән таныштырасаҡбыҙ.

Хәтерҙән сыҡмаҫ йылдар
Хәтерҙән сыҡмаҫ йылдар

Афған ваҡиғаларына нөктә ҡуйылған көндән һуң 36 йыл ваҡыт уҙып китеп, ундағы ҡанлы ваҡиғалар алыҫайһа ла, әле лә ул көндәр интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ҡыйыу йөрәкле ир-егеттәрҙең күңел яраларын ҡуҙғата. Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан яҡташыбыҙ, “Хәрби туғанлыҡ” район йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары, Красноусолда йәшәүсе афғансы-ветеран Ринат Рәхмәтуллин менән таныштырасаҡбыҙ.
Ринат Рәшит улы Красноусолда тыуып үҫә, 1-се урта мәктәпте тамамлай. 1979 йылдың октябрендә Ҡораллы Көстәр сафына алынған 18 йәшлек үҫмерҙең әрме хеҙмәте Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби гарнизонында башлана. Бында ике ай хәрби әҙерлек үткәс, декабрь аҙағында 108-се мотоуҡсылар дивизияһының 781-се айырым разведка батальонының икенсе разведротаһы составында яңы хәрби хеҙмәт урыны – Афғанстан Республикаһы биләмәһенә оҙатыла. Тәүгеләрҙән биләмәгә индерелгән уларҙың ротаһының хәрби юлы 1980 йылдың ғинуарынан башлана. Уларҙың бурысы Афған ерен ҡаршылыҡ күрһәтеүсе тышҡы дошмандарҙан азат итеп, тыныслыҡ урынлаштырыуҙан тора. Ул йылдарҙы хәтерләп, Ринат Рәшит улы бына нимәләр һөйләне:
- Батальоныбыҙ Ҡабулдан төньяҡҡа 12 саҡрым алыҫлыҡта Хаер-Хана тау-таш араһында бейеклектә урынлашты. Бейеклектә һыуыҡ, йәшәр урынды үҙебеҙ хәстәрләнек, палаткалар урынлаштырып, ошонда тимер мейес йылыһында йылынып, кейемдәрҙә, ҡаҡ түшәктәрҙә йоҡлап, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрҙек. Афған армияһы тышҡы дошмандар менән көрәшә алмай һәм беҙҙең етәкселек әкренләп Совет Армияһына ҡаршылыҡ күрһәтеүселәрҙең урындарын юҡ итеүгә булышлыҡ итә. Көнбайыш илдәре Пакистанды фетнәселәр отрядтарын ҡорал менән тәьмин итеү өсөн база итеп файҙаланған. Разведкала йөрөргә, ай - ай ярым ваҡытҡа рейдтарға сығып китергә тура килә ине. Май айын-
да беҙҙең подразделение Пакистан сигендә Кунар, Лагман, Нангархар провинцияларында хәрби техника менән булышлыҡ итте. Июндә тәүге юғалтыуҙар булды, хәрби хәрәкәттәр географияһы киңәйҙе. Июндә батальоныбыҙ урынлашыу урынын алмаштырҙы, дивизия штабына яҡыныраҡ - Ҡабулға күстек. 1980 йылдың август аҙаҡтарында икенсе Кунашар операцияһында ҡатнашырға тура килде. Ул саҡта Әхмәтшаһтың кем икәнен белмәй инек әле, әммә әҙерлекле позицияға ҡаршы тороуҙың ҡыйынлығын һәм мөжәһиттәрҙең оҫта эш итеүен тойҙоҡ. Мин хеҙмәт иткән разведка батальоны һәр ваҡыт алғы рәттә булыуы, мөһим стратегик заданиеларҙы уңышлы башҡарып сығыуы менән айырылып торҙо. Ноябрҙә йәнә урынды алыштырҙыҡ. Дивизия беҙҙең батальон менән Баграмға күсте. 1981 йылдың ғинуарында разведка батальонының хәрби юлының яңы этабы башланды. Рота командирыбыҙ - ҡырғыҙ Асланбек Алымкожоевтың оҫта эш итеүе арҡаһында юғалтыуҙар ярайһы әҙ булды. (Әйткәндәй, ул тыныс тормошта Ҡырғыҙстан Республикаһының генераль штабы начальнигы вазифаһында эшләп, хәрби хеҙмәт юлын генерал-лейтенант дәрәжәһендә тамамлауын әйтмәй булмай. 2022 йылда Ҡырғыҙстанға барғанда уның менән осрашыу насип булды). Әлбиттә, юғалтыуҙар аҙ булғанлыҡтан, күрһәткестәр ҙә юғары ине. Дивизияның разведка начальнигы әйтеүенсә, батальон бер айҙа рейдтағы мотоуҡсылар полкына ҡарағанда дошманды күберәк юҡ иткән. Шуға бәйле 1981 йылдың яҙында батальон менән осрашыуға ҡоро ер ғәскәрҙәре командующийы, Армия генералы В.И.Петров килде. Уның хәрби бойороғона ярашлы, батальон дәүләт наградаһына тәҡдим ителде. 1981 йылдың майында 40-сы армия командующийы В.Ермаков батальон байрағына Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ҡаҙаны. Был Бөйөк Ватан һуғышынан һуң иң тәүге батальондың хәрби подразделениеһы дәүләт наградаһына тәҡдим ителеүе ине. Шулай итеп, 1981 йылдың көҙөнә тиклем Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 781-се айырым разведка батальонының икенсе разведротаһы составында хәрби юл үттем, - тип һөйләне үҙенең яу юлдары тураһында яугир-интернационалист Ринат Рәхмәтуллин.
Бейек тауҙар, таштар араһында һуғыштың ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан Ринат Рәшит улы Афған ерендә хеҙмәт итеп, батырлыҡ, рухи түҙемлек өлгөһө күрһәтә. Хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡандан һуң, ул Стәрлетамаҡта автомәктәп тамамлап, водитель һөнәрен алып, Салауатта эшләй. Һуңынан Красноусолға ҡайтып, ОРС-ҡа водитель булып эшкә урынлаша. Ошонда эшләп йөрөгәндә, Өфө сауҙа техникумын тамамлағас, товаровед булып эшкә ебәрелгән Приют ҡасабаһы ҡыҙы Флизә Марс ҡыҙы менән танышып, 1983 йылда өйләнешәләр. Ике балаға: ҡыҙ һәм улға ғүмер бирәләр. Алыҫ Себер тарафтарына юлланып, нефть һәм газ тармағында 2018 йылғаса, хаҡлы ялға туҡтағансы эшләй. Рәхмәтуллиндар Ноябрьск ҡалаһында өс тиҫтә йыллап йәшәп, 2014 йылда Красноусолға ҡайтып төпләнеп йәшәйҙәр. Ринат Рәшит улы “Хәрби туғанлыҡ” район йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары булып йәмәғәт эшен алып бара. Ҡыҙҙары Римма ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, ике ҡыҙға (Амелия, Дэлия) әсәй, Өфө проект институтында эшләй. Улдары Рөстәм ғаиләһе менән Төмәндә төпләнгән, “Роснефть” ойошмаһында баш инженер.
Флизә менән Ринат Рәхмәтуллиндар буш ваҡыттарында өйҙә ултырмай, теге йәки был сарала ҡатнашалар, йә тәбиғәттә ял итәләр, сәләмәтлек төркөмөндә шөғөлләнәләр. Ветеран йәш быуынға патриотик тәрбиә эшен алып барыуға үҙ өлөшөн индерә: мәктәп-мәҙәниәт йорттарында осрашыуҙарға саҡырып торалар. Армия, хеҙмәт итеү юлдары, илһөйәрлек темаларына уҙғарылған кисәләрҙә ҡатнаша.
Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөндә бөгөн дә сафта булған бар афғансыларға, Чечен һуғышында һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандарға именлек, сәләмәтлек, илгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләйбеҙ.

Хәтерҙән сыҡмаҫ йылдар
Хәтерҙән сыҡмаҫ йылдар
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас