Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 11:50

Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү

13 февралдә “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашҡан Түбәнге Ташбүкән ауылы мәҙәниәт йортонда Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө уҙғарылды.

Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү
Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү

Акцияны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, муниципаль район хакимиәттәре тора.
Түбәнге Ташбүкән ауылында уҙған консультация көнөндә район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова, хоҡуҡи һәм кадрҙар эштәре бүлеге начальнигы Эдуард Юнер улы Фәхретдинов, Красноусол үҙәк район дауаханаһының табип-психиатр-наркологы Айрат Фазыл улы Мөхәмәтғәлин, Күп функциялы үҙәк белгестәре Илдус Ринат улы Йәнешев менән Русалина Рәмил ҡыҙы Иҙрисова, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды белгесе Рәмзиә Хисмәт ҡыҙы Хисаметдинова, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлеге белгесе Гөлшат Фәнис ҡыҙы Иҙрисова, Пенсия һәм социаль страховкалау фонды бүлексәһенән Илмир Расих улы Рәжәпов ҡатнашты. Белгестәр эшмәкәрлектәре менән таныштырып үткәндән һуң, халыҡты борсоған һорауҙарға яуаптар бирелде, шәхсән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.
-Быйылғы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында еңеп, республика кимәленә сыҡтығыҙ. Оло еңеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Шул тиклем матур тәбиғәт ҡосағында ултырған Түбәнге Ташбүкән ауылы, әлбиттә, был конкурста еңеп, призлы урынды алырға мотлаҡ тейештер, тип уйлайым. Сөнки башҡа ауылдар менән сағыштырғанда, ауыл халҡы, ысынлап та, айыҡ тормош алып бара, егәрле, тырыш. Беҙ быны, әлбиттә, “Айыҡ ауылы” конкурсын социаль селтәрҙә алып барыусы Роза Шаһиҙулла ҡыҙы һалған эштәрҙән күреп торабыҙ. Конкурста тырышлыҡ күрһәтеп, ауылығыҙҙы республикала юғары кимәлгә сығарып, матур итеп еңеү менән тамамлап ҡуяйыҡ. Ошо конкурс сиктәрендә бөгөн Берҙәм ғаилә консультацияһы көнөнә йыйылғанбыҙ. Бындай сара республика буйынса “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан барлыҡ ауылдарҙа ла үтә. Район үҙәгенән килгән белгестәр ауыл халҡын борсоған һорауҙарға яуап биреп, ниндәйҙер ярҙам күрһәтергә тейеш. Шәхси һорауҙар менән белгестәргә шәхсән мөрәжәғәт итергә лә мөмкин, - тип аңлатты Эльвира Нурислам ҡыҙы.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә адреслы социаль ярҙам алыу, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-аттар өсөн “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика программаһы тураһында аңлатмалар бирелде. 1 мартта ауылда фельдшер эш башлауы әйтеп үтелде. Халыҡты социаль яҡлау бүлексәһенә һорауҙар булһа, Күп функциялы үҙәктә һәр шаршамбы 12.00-15.00 сәғәткәсә социаль яҡлау бүлексәһе Интернет аша онлайн-консультация үткәреүе тураһында мәғлүмәт еткерелде.
Был көндө сарала ҡатнашыусы һәр кем үҙен борсоған һорауҙарын белгестәргә биреп, яуап алды, дөйөм мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. Ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм кәрәкле осрашыуҙан ауыл халҡы ҡәнәғәт булып, күсмә консультациялар йышыраҡ уҙғарылһын ине, тигән теләктә ҡалды.

Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү
Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү
Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү
Ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеү
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас