Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү – изге бурыс. Кеше тәү мәртәбә ошо телдә «әсәй», «атай» һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхлаҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
Башҡорт телен, Рәсәйҙең башҡа халыҡ телдәрен үҫтереүгә һәм һаҡлап ҡалыуға ғәйәт ҙур ғилми һәм практик өлөш индергән, донъяға билдәле ғалим-төркиәтсе, хәҙерге башҡорт теле ғилеме мәктәбенә нигеҙ һалған мәшһүр профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың исеме башҡорт филологияһы һәм төрки тел ғилеме тарихында айырым урын алып тора.
100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәре, дәреслек һәм әсбаптары, шиғыр һәм ҡобайырҙары, әкиәттәре, тәржемәләре, документаль очерктары, хикәйә һәм повестары, романы ғалим һәм яҙыусы Жәлил Кейекбаевты, тәү сиратта, үҙ әсә телен тәрән белеүсе кеше икәнен күрһәтә.
«Сәйетбаба ауылының почетлы гражданы», мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе ветераны, «Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Уҡытыусы-методист», «Почет Билдәһе» ордены кавалеры, Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов ойошторған музей ғалимдың (хәҙер ойоштороусыһының да) изге рухын һаҡлап, бөгөн дә тулы тормош менән йәшәй.
«Ғүмерегеҙ заяға үтмәһен, ижтимағи тормошта ла, үҙеңдең шәхси тормошоңда ла һәр йыл, һәр көн яҡты бер эҙ ҡалдырһын һәм ул һинең тормошоңда халыҡҡа, илгә, хеҙмәт кешеләренә изгелек менән үтһен», тип әйтеп ҡалдырған ғалим. Был һүҙҙәрҙе девиз итеп алған музей бөгөн ижтимағи эштәрҙең уртаһында ҡайнай.
Табын имзаһы менән яҙыша башлаған шағир, яҙыусы, ғалимды, ошо ерлектә йәшәгән халыҡты данлауҙың бер миҫалы – Ғафури районының «Табын» социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды – ошо эштәрҙең матур үрнәге. Бөгөнгө көндә «Табын» фонды федераль һәм республика кимәлендә 6 грант проектында еңеп, уларҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл.
Шуларҙың икәүһе – Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейын үҫтереү, башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән. Улар – Президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурсында еңеү яулаған «Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында “Башҡорт телен өйрәнәм”» һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы конкурсында еңгән «“Башҡорт теле – туған телем”: Мәжит Ғафури һәм Жәлил Кейекбаевтың тыуған яғында мәҙәни-белем биреү мөхите» проекттары.
Һуңғыһы сиктәрендә балалар тематик күргәҙмәләр менән танышып, ҡыҙыҡлы мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, башҡорт тел ғилеме буйынса белемдәрен камиллаштыра, шиғыр ижад итеү конкурстарында әүҙемлек күрһәтә.
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Башҡорт теле – туған телем» исемле төбәк-ара шиғырҙар ижад итеү конкурсында балалар ҙа, ололар ҙа бик теләп ҡатнашты. Ғафури, Ишембай, Баймаҡ, Әбйәлил, Архангел, Бөрйән, Тәтешле райондары, Өфө, Салауат, Баймаҡ ҡалалары, Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһе, Силәбе өлкәһенән ҡатнашыусылар туған телгә бағышлап береһенән-береһе матур әҫәрҙәр менән сығыш яһаны. Ижад итеүселәр үҙҙәренең шиғри әҫәрҙәре аша туған телебеҙ, әсә телебеҙ, башҡорт телебеҙгә һөйөүҙәрен белдерҙе.
Әлеге ваҡытта музейҙа грант ярҙамы менән нәшриәт эше башҡарыла: китап-йыйынтыҡтар, буклеттар сығарыу өсөн материалдар туплана. Яҡын арала музейҙа заманса мультимедиа мөмкинлектәрен ҡулланыу ҙа ҡаралған.
Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм уның филиалы – Ҡаранйылға ауылы башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән, һәр ваҡыттағыса, тығыҙ бәйләнештә эш алып барыла, бергә саралар ойошторола. Балалар һәм үҫмерҙәр мәҙәни-белем биреү проекты аша халыҡҡа, уның тарихына, милли мәҙәниәтенә, рухи ҡиммәттәренә хөрмәт белдереп, башҡорт интеллигенцияһы араһынан беренсе фән докторы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың мираҫын, туған телде һаҡлау эшенә үҙ өлөштәрен индерә.
Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре кандидаты,
Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы, Ғафури районының «Табын» социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды директоры.
Һүрәттә: Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары һәм класс етәкселәре З.Х.Иҙрисова музейҙа ҡунаҡта.