Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2025, 15:30

Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ

Йылдың-йылы 14 октябрҙә православие динендәгеләр мөһим байрамдарының береһе булған Покров көнөн билдәләй һәм тап ошо көндә Ҡарағай ауылындағы Покров сиркәүе биләмәһендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған скверға нигеҙ һалынды.

Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ
Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ

Өфө ҡалаһынан “Твердая почва” хәйриә фондының “Ҡарағай ауылында тарихи-мәҙәни үҙәкте һаҡлау һәм үҫтереү” проекты менән Президент гранттары фонды конкурсында еңеүгә өлгәшеп, сиркәү биләмәһендә төҙөкләндереү, таҙартыу эштәре башлауы, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы, ябыҡ сәхнә төҙөлөүе хаҡында район гәзиттәрендә яҙылып сыҡҡайны инде. Һәм, бына, тап 14 октябрь – Покров көнөндә был майҙанда оло байрам саралары үтте.
Байрамда райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Сабирова, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, Покров храмы настоятеле Филипп Евдокимов, храмдың һуңғы священнигының ҡыҙы Валентина Дичанкова, ауыл халҡы, шулай уҡ Өфөнән хәйриә фонды ағзалары, бик күп ҡунаҡтар һәм туристар килгәйне.
Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск тирәләй ағас ултыртыу менән башланды. Әйткәндәй, бер нисә йыл элек тап “Твердая почва” хәйриә фонды проекты ярҙамында обелис-кыны төҙөкләндереү эштәре алып барылғайны.
-Бөгөн ауылыбыҙ өсөн иҫтәлекле көн - тантаналы шарттарҙа балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығын, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған скверҙы асабыҙ,- тине Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы.- Мәҙәни мираҫты һаҡлау, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән киң күләмле эш проект етәксеһе Татьяна Хлёсткинаның тырышлығы һәм ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылды. Мемориаль комплексты төҙөүҙә бар халыҡ ҡатнашып, биләмәне таҙартыу, төҙөкләндереү, уйын һәм спорт ҡоролмаларын урынлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Һәм был майҙансыҡтан балаларҙың шат тауыштары өҙөлмәҫ, уларҙың яратҡан ял итеү һәм аралашыу урыны булыр тип ышанам.
Артабан Әхнәф Әхиәр улы төҙөлөш эштәренә идара итеүсе һәм проект етәксеһе Татьяна Геннадьевна һәм башҡаларға Ҡарағай ауылы үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, был эштәрҙә әүҙем ҡатнашыусыларға урындағы хакимиәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Бөгөнгө сара оло әһәмиәткә эйә, - тине Эльвира Нурислам ҡыҙы байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән сәләмләп. - Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алып һәм бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаған яугирҙарҙы данлап дәүерҙәрҙе берләштерәбеҙ. Һеҙ ни өсөн көрәштегеҙ һәм нимә өсөн көрәшәһегеҙ тигән һорауға барыһы ла: илебеҙҙә тыныслыҡ, именлек өсөн тип әйтерҙәр ине...
Эльвира Нурислам ҡыҙы төҙөлөш эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Байрам сараһын илһөйәрлек менән һуғарылған бай концерт программаһы дауам итте. Уйын майҙансығында балалар шау-гөр килһә, тренажёрҙар янында малайҙар үҙҙәрен таһыллыҡта, етеҙлектә һынап ҡараны. Ә инде ситтәрәк Ҡарағай һәм Сәйетбаба мәктәбе спортсылары араһында ысын мәғәнәһендә спорт ярыштары бара ине.
Һуңынан сарала ҡатнашыу-сылар, барса ҡунаҡтар ҡайнар сәй эсеп, тәмле “һалдат бутҡаһы” менән һыйланды.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ
Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ
Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ
Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ
Быуындарҙы бәйләп, яугирҙарҙы данлайбыҙ
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас